Айыу йоҡоһон йоҡлама, айыу йоҡоһо айҙа ла бөтмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һорау-яуап
  • Ҡотлайбыҙ!
  • “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Йәшнәп йәшәүҙең йәме – дуҫлыҡта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Гагарин кубогы «йыһаны»нда һигеҙ команда ҡалды Яңылыҡтар » Спорт

    Хоккей буйынса КХЛ беренселегенең тәүге плей-офф уйындарының сирекфиналсылары билдәле. Гагарин кубогының «йыһаны»нда «Аҡ барс», «Атлант», ЦСКА, «Спартак», «Локомотив», «Металлург» (Мг.), «Авангард» һәм «Динамо» (Мәскәү) командалары уңышлы «осоу»ын дауам итә. Ә бына төп фаворит булып һаналған, хәҙер инде экс-чемпион «Салауат Юлаев» һәм СКА хоккейсылары, көтмәгәндә дәғүәселәренә абынып, уйынды ситтән күҙәтергә мәжбүр. Бында «Авангард»тың әллә ни ғәйебе лә юҡ, сөнки өфөләр үҙҙәренә үҙҙәре хөкөм сығарҙы. Дәғүәсене баһалап еткермәне, абруйына, көсөнә ышанды.
    Күп һөйләүҙән фәтүә юҡ, әйҙәгеҙ, башҡа клубтарҙың сығышын ҡарайыҡ. Әлбиттә, 1/8 финалдың ЦСКА менән бирешмәҫ «Лада»ның уйыны үткән башҡа осрашыуҙарға ҡарағанда иң көсөргәнешлеһе булғандыр.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Салауат» «баш»һыҙ ҡалды Яңылыҡтар

    Уҙған миҙгелдә «йондоҙ»ло состав менән «Салауат Юлаев» командаһын чемпион иткән тренер Сергей Михалев отставкаға китергә мәжбүр. Сөнки әлеге КХЛ беренселегендә даими беренселектә уңышлы сығыш яһаһа ла, уның тәрбиәләнеүселәре плей-оффтың тәүге турында уҡ мәсхәрәле рәүештә еңелеп, төп бәйгенән төшөп ҡалды. Бына нимә тине ул үҙенең китеүе хаҡында:
    – Беҙ еңелдек. Нишләйһең, шулай килеп сыҡты инде. Клуб етәкселеге ғәйепте минән тапты. Үҙ теләгем менән китеүем хаҡында ғариза яҙҙым һәм башҡа клубтарҙың тәҡдимдәрен көтәм. Команда менән нимә булырын белмәйем, һәм был хәҙер минең эш түгел инде. Ғөмүмән, Өфөләге эшем менән ҡәнәғәтмен. «Салауат»ты чемпион иттем, даими беренселектә ике тапҡыр еңеүсе лә булдыҡ. Ҡыҙғаныс, әммә хушлашырға тура килә.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Айсберг Әҙәбиәт » Хикәйә

    «Дуҫтар ғына булып ҡалайыҡ. Онот!» Ул һаран ғына һүҙле хат хистәремде оторо шашындырып ебәрҙе. Дәрестәр әҙерләүҙе ситкә ҡуйып тороп, төн уртаһына тиклем яҙҙым да яҙҙым. Тәүге хатымдағы һүҙҙәрҙең береһе лә ҡабатланманы. Алдымда ятҡан ҡыҫҡа ғына матур яҙыулы һүҙҙәре әллә ниндәй нәзәкәтле хистәр ташҡынын урғылдырып сығарҙы ла сығарҙы. Уның тәүге хатын, конверт тышындағы һүҙҙәрҙе лә ҡушып, күлдәгемдең йөрәк тапҡырындағы кеҫәһенә һалып, таң алдынан ғына йоҡоға талдым.
    Айсберг мәктәпте тамамлағас, ситкә сығып китмәне. Иң яҡын әхирәте менән фермаға быҙау ҡараусы булып эшкә урынлашты. Көн һайын тип әйтерлек ойошторолған киске уйындарҙың береһенән дә ҡалмай, клубҡа йөрөй. Һылыулығы яғынан ауылда бер булған ҡыҙ тирәләй йөрөүселәр ҙә күбәйеп китте: ауылдыҡылар ҙа, сит-яттар ҙа.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәгәрмәс ял иткәндә Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Урман буйлап бер әҙәм китеп бара. Ямғыр ҡоя, ел, етмәһә, төн. Өшөп бөткән ир, бер яҡта машина ултырғанын күреп, шуға йүнәлә. Машина эсендә бер кем дә юҡ һәм ишектәре лә асыҡ булғас, күп уйлап тормайынса, йылынырмын, тип эсенә инеп ултыра.
    Бер мәл машина урынынан ҡуҙғала. Ир ғәжәпләнә: ул артта ултыра, ә руль артында бер кем дә юҡ. Бер ваҡыт ҡайҙандыр ҡараңғынан йөнтәҫ ҡул килеп сығып, рулде бороп-бороп ала ла юҡҡа сыға. Теге кеше ҡурҡышынан тыныс ҡына ултыра бирә. Күп тә үтмәй, ауыл күренә, машина беренсе өй янында туҡтала. Салонға кемдер башын тығып, артта кемдер ултырғанын күреп ҡала һәм, аптырап:
    – Ә һин бында ни эшләп ултыраһың? – тип һорай.
    – Бына машинала китеп барам әле... – ти ир.
    – Рәхмәт яуғыры! Мин бында тир түгеп машинаны этәм, ә ул, имеш, китеп бара! – тип енләнә, ти, водитель.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илешебеҙ ғорурлығы Спорт, Башҡортостан

    Спорт менән шөғөлләнгән кеше, ғәҙәттә, төрлө яҡлап та әүҙем була: эшендә лә, шәхси тормошонда ла тик уңыштарға ғына ирешә.
    Баҙытамаҡ ауылы егете Рәдис Сәлимов шундайҙарҙан. Тыуған ауылы, беренсе тәпәй баҫҡан, уңыштарға ирешкән ере лә – Баҙытамаҡ ауылы. Ошонда уҡ уҡ тыуып үҫә, урындағы урта мәктәптә белем ала. Уҡыған ваҡытта саңғыла шыуырға бик ярата ул һәм ошо спорт төрө менән әүҙем шөғөлләнә башлай. Рәдис мәктәптә иң көслө спортсыларҙың береһе булып һанала. Ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары өсөн ҙур ғорурлыҡ ул. Саңғы спорты буйынса төрлө ярыштарҙа ҡатнаша һәм, тик беренсе-икенсе урындарҙы ғына яулап, бик күп диплом һәм грамотаға лайыҡ була.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Матлет»ҡа рәхим итегеҙ! Мәғәриф

    «Матлет» олимпиадаһы 6-сы синыф уҡыусылары өсөн уҙғарыла. Ул ике этаптан тора.
    I тур. Беренсе турҙа ун мәсьәлә бирелә.
    Улар яҙма килеш брошюра формаһында таратыла.
    II тур. Беренсе турҙы уңышлы үткәндәр 2009 йылдың 26 апрелендә Республика башҡорт лицей-интернатында үтәсәк икенсе турға саҡырыла. Был этапта олимпиадала ҡатнашыусыларға юғары ҡатмарлыҡтағы алты эш тәҡдим ителә. Уларҙы өс сәғәт эсендә эшләргә кәрәк.
    Эштәрҙе башҡарыу ҡағиҙәһе
    Эштәр ябай шаҡмаҡ дәфтәрҙә рус телендә башҡарылырға тейеш. Дәфтәр тышына фамилияғыҙҙы баҫма хәрефтәр менән яҙырға кәрәк. Дәфтәрҙең тәүге бите лә баҫма хәрефтәр менән тултырыла:

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Мәрхәмәтлелектең юҡтыр сиктәре Яңылыҡтар

    Мәрхәмәтлелектең юҡтыр сиктәреБыйылғы йыл Рәсәйҙә – Йәштәр, ә Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы тип иғлан ителде. Эйе, республикала йәштәргә, балаларға ҙур иғтибар бүленә, һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Бәхетле үҫеү, белем алыу өсөн бөтә шарттар булдырылғанда ғына изгелек, мәрхәмәтлелек тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин.
    Беҙҙең быйылғы башланғыстарыбыҙ ҙа ошо юҫыҡта буласаҡ. Кемдәндер яҡшылыҡ көтөр алдынан үҙеңә миһырбанлы булырға кәрәк, тигән фекерҙәбеҙ. Әйтергә кәрәк, уҡыусы йәштәргә әхлаҡ тәрбиәһе биреү йәһәтенән дә беҙҙең балалар йортонда булыуыбыҙ бик әһәмиәтле.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ырыу аманатын иңгә алып Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Ырыу аманатын иңгә алыпХеҙмәттәштәремдең һәр төрлө чаттар, форумдар аша төрлө ҡитғаларҙа йәшәгән дуҫтары менән еңел аралашҡанын күреп, мин дә заман биргән форсат менән файҙаланырға ниәт иттем әле. Ә бөгөн һүҙ үҙебеҙҙең портал аша табылған дуҫыбыҙ хаҡында. Ә Өфөгә килеп төшкәйнем – ғәжәп: гүйә, күптән таныш тыуған ҡалама килеп индем. Тыным иркенәйеп китте, күңелем тынысланды. Иркенлек, сафлыҡ, һауаның зәп-зәңгәр булыуы хайран ҡалдырҙы. Кешеләргә ҡарайым: йөҙҙәрендә йылмайыу, алсаҡлыҡ, ҡәнәғәтлек. Шуныһы тағы ла аптыратты: ҡаланы, бер кемде лә белмәһәм дә, мине бында көтәләр кеүек тойҙом үҙемде. 1859 йылда илебеҙҙең Алыҫ Көнсығыш нөктәһендә, Тымыҡ океан ярында, рус моряктары бөйөк Рәсәйҙең хәрби посы итеп тәғәйенләп нигеҙ һалған, йылдар үтеү менән илебеҙҙең иң ҙур портына әйләнгән һәм бик күптәрҙе эш менән тәьмин иткән Владивостокта йәшәгән 27 йәшлек Денис «Yeshlek.ru» порталында үҙен «Денис Сытый и Богатый» тип теркәгән.
    – Үҙемдең туйымды тик милли кейемдә һәм милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәп атҡарырға уйлайым. Был хыял ғына түгел, ә тормошҡа атҡарырҙай әмәл. Һөйгән ҡыҙым да башҡорт – уның менән Интернет аша танышҡайныҡ, – тип серле йылмая Денис. – Мин Ҡаңны ырыуынан. Бүздәк районында йәшәгән милләт-тәштәремдең күбеһенең теле ассимиляцияға бирелгәнен беләм. Туған телемде – башҡорт телен өйрәнеү теләге шул тиклем ҙур. Уны әле үк өйрәнә башланым, тип әйтһәм дә хаталанмаҫмын. Мин туҡтаған Мәрйәм апай Бураҡаеваларҙың ғаиләһендә барыһы ла рәхәтләнеп үҙ телендә аралаша. Ә Таңсулпан менән беҙҙең күп йәһәттән уртаҡ уй-фекерле булыуыбыҙ Интернет аша аралашҡанда уҡ асылды.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru