Аттың үҙе ниндәй, йөгө шундай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Рәсәй йәштәре – беренсе
  • [b]Йәш эшҡыуарҙар мәктәбе[/b]
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • Улар Көнбайышты шаулата
  • Йәшнәп йәшәүҙең йәме – дуҫлыҡта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Зәки Вәлидиҙең көрәштәше Яңылыҡтар

    Күренекле дәүләт эшмәкәре, 1917 – 1920 йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренең береһе Мөхәмәтгәрәй (Гәрәй) Ҡарамышев 1888 йылдың 8 (яңы стиль буйынса 20-һе) июлендә башҡорт дворяны Батыргәрәй Мөхәмәтйософ улы һәм Кәбирә Ҡарамышевтар ғаиләһендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар улусының Маҡар ауылында донъяға килгән. Ҡарамышевтар ғаиләһе уҡымышлы, аҫыл заттарҙан һаналған. Шәжәрәләре Юрматы ырыуының тотҡаһы Ҡармыш бейгә барып тоташа. Олатаһы Йософ Ҡарамышев, З. Вәлиди Туғандың яҙыуынса, кантон осоронда офицер булып хеҙмәт иткән, майор чинына тиклем үҫкән. Генерал Циолковский ваҡытында Йософ Ҡарамышевтың өйөндә, Маҡар ауылында, ҡунаҡ булып ятҡан. Йософ Ҡарамышев Һырдаръя буйындағы ауылдар статистикаһы һәм ҡаҙаҡ йәмғиәте тормошо тураһында рус телендә бер нисә хеҙмәт тә баҫтырып сығарған.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Киевҡа сәйәхәт Яңылыҡтар

    Ҡулыма фотоаппаратымды алам, фотоһүрәттәрҙе берәм-берәм күҙ алдынан үткәрәм: ниндәй шат йөҙҙәр, ниндәй матур урындар, мөһабәт биналар, сит ил...
    Эйе, беҙгә, бер төркөм БДУ студентына, шундай бәхет тейҙе: ҡышҡы ялыбыҙҙа Украинаның баш ҡалаһы Киевта булдыҡ. Төрлө факультеттан бөтәһе 26 кеше инек. Етәксебеҙ – Илдар Бикҡужин.

    Пан Анатолий украин телендә – мөхәббәт хаҡында шиғыр, ә мин башҡортса Рәми Ғариповтың «Туған тел» (иҫкә беренсе төшкәне шул ине) шиғырын һөйләп ишеттерҙем. Шулай Украинала башҡорт телен яңғыраттыҡ. Пан Анатолий беҙҙең матур телебеҙҙе яратты: «Украин теленә моңлолоғо менән оҡшаған», – тине.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Интернет-конференцияға рәхим итегеҙ! Яңылыҡтар, Милли проекттар

    Ошо көндәрҙә "Йәшлек" йәштәр порталының башҡорт форумы ағзалары Интернет-конференцияла йыйылып, үҙ-ара фекер алышты. Был һөйләшеү Ҡаҙағстан Республикаһында "Кәңәш" исемле башҡорт халыҡ үҙәге асылыуға арналды.
    Интернет-конференцияла Ҡаҙағстандан ете кеше, Темәстән – өс, Авдондан, Бөрйәндән – берәр, Өфөнән, Учалынан икешәр кеше ҡатнашты.
    Киләсәктә ошо интернет программаһы аша Ҡаҙағстандағы һәм башҡа төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙҙе туған телгә өйрәтеү буйынса ике аҙна һайын конференция үткәрелеп торасаҡ.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡатын-ҡыҙҙарға йыһан кәрәкме? Яңылыҡтар

    Ниһайәт! Роскосмос башлығы А. Перминов йыһангирҙар рәтенә ҡыҙҙарҙы ла ала башларға вәғәҙә бирҙе.
    Дөрөҫ, был белдереү рәсми сарала түгел, ә «Йәштәр йыһанды һайлай» тип аталған асыҡ дәрес барышында ғына яңғыраны, әммә шулай ҙа уйланырға урын бар. 2009 йылдың майынан Халыҡ-ара йыһан станцияһында элекке кеүек өс түгел, ә инде алты кеше «дежур» итә башлаясаҡ. Әммә Роскосмоста профессиональ йыһангирҙар һаны ул хәтлем үк күп түгел, тимәк, тиҙҙән илгә яңы осоусылар кәрәк буласаҡ. Шул уҡ АҠШ-та, мәҫәлән, «йыһанды яулау» дәүерендә тиҫтәләгән ҡатын-ҡыҙ йондоҙҙар янына барып ҡайтҡан, ә Ер шарында беренсе булып гүзәл затты йыһанға сығарған Рәсәйҙә иһә ни бары өс ҡатын-ҡыҙға бындай бәхет йылмайған. Йыһангирҙар отрядындағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ Н. Кужельная ла, ун йыл буйы йыһанға сығырға әҙерләнеп тә, үҙ сиратын көтөп ала алмайынса, хаҡлы ялға оҙатылған.

    Айгиз САФИН әҙерләне.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һаҡланғанды һаҡлармын» Яңылыҡтар

    Төньяҡ Корея (КХДР) тиҙ арала үҙ Ҡораллы Көстәрен тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләндермәксе.
    Илдең Сит ил эштәре министрлығынан әйтеүҙәренсә, Пхеньян өсөн был мәжбүри аҙым: АҠШ һәм уның «дуҫтары» тарафынан хәрби һөжүм ҡурҡынысы бер ҙә кәмергә уйламай, ә һуңғы айҙарҙа, киреһенсә, арта ғына. Һүҙ әлеге ваҡытта Көньяҡ Кореяла барған хәрби күнекмәләр тураһында. Унда бер нисә тиҫтә мең Көньяҡ Корея һалдаты һәм офицеры менән берлектә 26 мең АҠШ хәрбийе лә ҡатнаша. «Бөгөнгө хыянатсыллыҡ һәм ике йөҙлөлөк хөкөм һөргән заманда иртәгә нимә булыры ла билдәһеҙ, ә илебеҙҙең сиге буйында үткән хәрби күнекмәләр иһә, әлбиттә, беҙҙе тағы ла нығыраҡ һағайта ғына», – тип белдерә министрлыҡ.
    Пхеньян вәкилдәре шулай уҡ АҠШ Президенты Барак Обамаға КХДР тураһында һөйләгәндә һүҙҙәрҙе һайлап һөйләргә һәм суверенлы дәүләттең эске эштәренә ҡыҫылмаҫҡа кәңәш иткән.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иртәгәһен уйлаған... Яңылыҡтар

    «Финанс көрсөгө арҡаһында Европаның бюджет килеме – 10, ә Рәсәйҙеке 30 процентҡа кәмегән», – тип белдерҙе РФ финанс министры А. Кудрин РФ Хөкүмәте ултырышында.
    Министрҙың тәҡдим итеүенсә, ошо һәм киләһе йылдарҙа бюджет дефицитын ҡаплау өсөн Рәсәйгә Резерв фондында йыйылған аҡсаны тотона башларға кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, РФ Резерв фондында көрсөккә тиклем 8 триллион һум булһа, 2009 йылдың 1 мартына унда 4,8 триллион һум ҡалған. Әммә ул аҡса илгә тик 2011 йылдың икенсе яртыһына тиклем генә етәсәк, аҙаҡ иһә Рәсәйгә тағы ла сит дәүләттәрҙән бурысҡа долларҙар һорап торорға тура килер, ахыры. «Юҡ-юҡ, былар тик иң пессимистик күҙаллауҙар ғына, – тип йыуата илдең төп финанс белгесе, – Хөкүмәт иһә, финанс көрсөгө бик тиҙҙән тамамланыр, нефткә лә хаҡтар ҡабаттан күтәрелер, тигән яҡты өмөттәр менән йәшәй».
    Шул уҡ ваҡытта тынысландырып үтәйек, Хөкүмәт 2009 йылға планлаштырылған сығымдарҙы ҡыҫҡартырға уйламай.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Социаль билеттарға хаҡ арта Иҡтисад

    Һуңғы ике йылда Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә берҙәм юл йөрөү билетының хаҡын күтәрергә ҡарар ителгән.
    2009 йылдың 1 апреленән ул айына 250 һум күләмендә билдәләнә. Социаль билеттың әлеге хаҡы (200 һум) 2007 йылдың апрелендә билдәләнгән була һәм шул ваҡыттан алып бер ҙә үҙгәрмәй. Билдәле булыуынса, берҙәм социаль юл йөрөү билеты граждандарҙың айырым категорияларына социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында 2005 йылдың ғинуарынан индерелә. Социаль юл йөрөү билеты менән файҙаланыу хоҡуғына федераль һәм төбәк регистрына индерелгән граждандар, пенсионерҙар, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре эйә.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Дауалау-профилактика учреждениелары мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙна эсендә республикала 1100 сабый тыуған. 26 февралгә ҡарата йыл башынан донъяға килгән балалар һаны 9165 булһа, 6 мартҡа 10265 бала иҫәпләнә. Белгестәрҙең фекеренсә, әлеге ыңғай демографик үҫеш – ил һәм республика кимәлендә әсәлекте, балалыҡты һәм бала табыуҙы яҡлау буйынса күрелгән саралар һөҙөмтәһе.
    Мәғариф министрлығында «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә иң яҡшы уҡытыусыларҙы аҡсалата дәртләндереүгә документтар ҡабул ителә башланы. РФ Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан Башҡортостан өсөн билдәләнгән квотаға ярашлы, 2009 йылда 100 мең һум күләмендәге аҡсалата дәртләндереүҙе 363 педагог аласаҡ. Һайлап алыу ете төп критерий буйынса башҡарыла.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru