Ауырыу бер үлер, иренсәк көн дә үлер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • Тәмле
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • Йондоҙнамә
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Юғары сифат өсөн Яңылыҡтар

    «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһында йәмәғәт транспорты менән идара итеүҙең яңы системаһы индерелгән. Бындай система әлегә Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә юҡ. Навигациялы юлдаш ҡорамалы ҡала һәм ҡала-ара автотранспорт хәрәкәтен күҙәтеп барырға ғына түгел, диспетчерға расписаниены оптималләштерергә лә булышлыҡ итә.
    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов навигациялы юлдаш системаһының эше менән танышты. Республика етәксеһенең һорауҙарына «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Камил Мәмәтҡазин яуап бирҙе. Һөйләшеүҙә шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин ҡатнашты.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Прогрессив система – беҙҙә генә Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев 5 мартта эш сәфәре менән Мәскәүҙә булып ҡайтты. Бында ул Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫешен баһалау параметрҙарын камиллаштырыу мәсьәләһе һәм Волга буйы федераль округының мәғлүмәт-аналитика системаһын ойоштороу перспективалары буйынса округ кәңәшмәһендә ҡатнашты.
    Уны РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота алып барҙы. Кәңәшмәгә Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Андрей Клепач, Волга буйы төбәктәренең дәүләт власы органдары етәкселәре лә килгәйне.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Иң-иң»дәр билдәләнде Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов 2009 йылдың 7 мартында 2008 йылға «Һөҙөмтәле инвестиция эшмәкәрлеге өсөн» Башҡортостан Республикаһы Президенты премияларын биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
    Уға ярашлы, БР Президенты премиялары түбәндәге номинацияларҙа бирелде:
    «Ауыл хужалығы, һунар һәм урман хужалығы»: I урын – Мәләүез районының М. Ғафури исемендәге Башҡортостан комплексы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, II урын – Учалы районының «Байрамғол агрофирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Лотерея проекттары тормошҡа ашырыласаҡ Яңылыҡтар

    9 мартта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Австрия лотереялары» компанияһының генераль директоры Карл Штосс менән осрашты. Улар Башҡортостан биләмәһендә лотереяларҙың төрлө төрҙәрен сығарыу буйынса берҙәм проектты тормошҡа ашырыу мәсьәләләре хаҡында фекер алышты.
    Карл Штосс Башҡортостан Президентына 2008 йылдың декабрендә лотерея проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған көндән алып үткәрелгән саралар хаҡында һөйләне. Башҡортостан – Рәсәйҙә «Австрия лотереялары» компанияһы эшләй башлаған тәүге төбәк. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 20 млн евро тәшкил итәсәк. Карл Штосстың әйтеүенсә, республикала лотерея проектын үҫтереү өсөн иҡтисади мөмкинлектәр бар, ә Башҡортостан менән бергәләп эшләү тәжрибәһе Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәк-тәрендә лә таратыласаҡ.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Тура бәйләнеш»! Яңылыҡтар

    «Тура бәйләнеш»!18 мартта 15 сәғәттә «Йәшлек» гәзите «Юлдаш» каналы менән берлектә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе хосусилаштырыу буйынса «тура бәйләнеш» ойоштора. Уҡыусылар менән һөйләшергә Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илдар Сәғит улы Әминев киләсәк. 8 (347) 273-46-38 телефоны аша редакцияға шылтыратып, ер участкалары (пайҙар), уларҙы халыҡҡа бушлай таратыуҙың тәртибе, исемлектәр, документтар йыйыу, хоҡуҡтарығыҙ буйынса һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ.
    Һеҙҙән хаттар, шылтыратыуҙар көтәбеҙ.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фильмдың киләсәге өмөтлө Мәҙәниәт, Башҡортостан

    Фильмдың киләсәге өмөтлө«Сыңғыҙхандың сере» фильмы прокатҡа сыҡҡансы уҡ сәнғәт донъяһының оло бер ваҡиғаһына әүерелде. Рәсми рәүештә киң прокатҡа сығасаҡ кинофильм менән таныштырыу ошо көндәрҙә «Родина» кинотеатрында үтте. Был сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин, Яҡут Республикаһы делегацияһы ағзалары, кино төшөрөүсе төркөм вәкилдәре ҡатнашты. Фильмда тамашасылар иғтибарына күләмле алыш, һуғыш күренештәре, дуҫлыҡ, ышаныс һәм хыянат тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙарға ҡоролған сағыу образдар тәҡдим ителә. Ваҡиғалар барышы Тыва, Монголия, Хакасия, Бүрәт яландарында төшөрөлә.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормошомдағы фәрештәм – әсәйем Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Донъялағы иң ҡәҙерле, ғәзиз кешем – әсәйем Фирүзә Хәким ҡыҙы Түләбаева тураhында яҙмаҡсымын.
    Илеш районының Ҡайынлыҡ ауылында тыуған ҡыҙға тормош бик иртә үҙ hынауын ҡуя – 13 кенә йәшендә атайhыҙ ҡала. Fаиләлә иң өлкән бала булараҡ, үҙенән кесе өс туғанына апай ғына түгел, кәрәк саҡта атай ҙа булырға тура килә уға. Иртә таңдан ҡараңғы кискә тиклем совхоз эшендә йөрөгән әсәhенә оло ярҙамсы, терәк-таяныс булырға тырыша

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һабаҡтары ғүмерлек Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Беҙҙең яҡтарҙа өләсәйгә «әнкәй» тип өндәшәләр. Мин дә бала саҡтан әнкәй тип үҫтем, исеменең дә Ғәйниямал икәнен 13 – 14 йәштәр тирәһендә генә белдем. Ошоға бәйле ике туған ағайым Рафиҡ менән ҡыҙыҡ ваҡиға ла булып алған: 8-се синыфты тамамлағас, Һатҡы ҡалаһындағы профессиональ-техник училищеға уҡырға барыу өсөн танытма юллап, ауыл советына бара. Танытманы тултырғанда әнкәйҙең исеме кәрәк була, ә ул белмәй. Сәркәтип: «Белеп кил!» – тип өйөнә кире бора.
    Салауат районының Мәсетле ауылында күп балалы, тормошо бөтөн ғаиләлә үҫә ҡәҙерлебеҙ. Бик йәшләй Мәсетле районының Иҫәнбай ауылына килен булып төшә.

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru