Ата алмаған йәйәһенән күрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Йырып сыҡҡыһыҙ түгел!
  • [b]Заман менән бергә атлаусы мәктәп[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Һәр балаға – бер республика гәзите, бер республика журналы!» Яңылыҡтар

    20 – 25 апрелдә БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ Мәғариф министрлығы менән берлектә республикала Балалар һәм йәштәр баҫмалары аҙналығы үткәрә. Уның барышында мәктәптәрҙә, гимназияларҙа матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ. «Һәр балаға – бер республика гәзите, бер республика журналы!» акцияһынан берәү ҙә ситтә ҡалмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ. Телебеҙ, илебеҙ, динебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, милләтебеҙ көслө булып йәшәһен тиһәк, бала саҡтан балаларҙы милли матбуғатты уҡып үҫеүҙән мәхрүм итмәйек, хөрмәтле ата-әсәләр!

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Премьерҙың 365 көнө Башҡортостан

    Премьерҙың 365 көнө
    10 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәтенә Раил Сарбаев етәкселек итә башлауға бер йыл тулды.
    Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күптәренең ауыҙынан, ул бик эшлекле, үҙ-үҙенә һәм башҡаларға ҡарата ныҡ талапсан, тынғы белмәгән, дәртле, инициативалы, биргән вәғәҙәһен мотлаҡ үтәүсе, һүҙҙәрен эш менән раҫлаусы етәксе, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Ә маҡтау һүҙҙәрен яулауы еңел түгел – уны әүҙем тормош позицияһы һәм эшмәкәрлек менән генә яулап була. Ошоларҙы иҫбатлап, респонденттарыбыҙҙың бер нисәһенең Премьер-министрыбыҙҙың ғәмәли эше тураһындағы фекерҙәрен уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ
    .

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Кемдәрҙер аҡса һанай...

    РФ Президенты һәм Премьер-министрына эйәреп, бүтән Кремль чиновниктары ла үҙҙәренең һәм тормош иптәштәренең бер йыллыҡ эш хаҡы күләмен халыҡ иғтибарына сығарҙы.
    Шулай итеп, хәҙер белеүебеҙсә, 2008 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем РФ Президенты Д. Медведев үҙенең төп эш урынынан йәмғеһе 4,1 миллион һум килем алыуға өлгәшкән икән. Торлаҡ мәсьәләһенә килгәндә, ил башлығы ҡатыны менән бергә 367,8 квадрат метр майҙан биләгән фатирға эйә. Ә РФ Хөкүмәте башлығы В. Путин иһә былтыр 4,7 миллион һум менән ҡәнәғәтләнгән. Уның ҡулы аҫтында шулай уҡ 77 квадрат метрлыҡ бер фатир һәм 1,5 мең квадрат метр ҙурлыҡтағы ер участкаһы ла бар. Ә бына ҡатыны Людмила, отчеттағы күрһәтмәләр буйынса, 2008 йылда бер ҡайҙан да бер тин дә алмаған булып сыға.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин менән осрашты.
    Улар «КамАЗ» компанияһы төркөмөнә ингән предприятиелар – «НефАЗ» һәм «Туймазы бетон ташыу машиналары заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренә көрсөк шарттарында ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Сергей Когогин, тиҙҙән «КамАЗ» предприятиеға үҙ заказын бирәсәк, тип белдерҙе.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҺАЙ, ҺЫЛЫУҺЫҢ, БАШҠОРТ ҠЫҘЫ! Яңылыҡтар » Конкурстар

    ҺАЙ, ҺЫЛЫУҺЫҢ, БАШҠОРТ ҠЫҘЫ!
    Әгәр мин ир-егет булһам, башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай – 2009» республика конкурсында ҡатнашҡан ҡыҙҙарға ҡарап, аһ, итер инем. Һай, сибәр үҙҙәре, ул зифа буй-һын, ул нәзәкәтлелек, ул толомдар... Атлап йөрөүҙәрен күрһәңсе?! Гүйә, үҙе бер сәнғәт тиерһең. Фотохәбәрсебеҙ Юлай Кәримов менән миңә эш барышында, баш мөхәрриребеҙ Артур Дәүләтбәковҡа жюри составында ошондай гүзәл тамашаның шаһиты булырға насип булды.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милли орнаментлы телефон көплөгө Мәҙәниәт

    Лянтор башҡорттары балалары милли мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһына

    «Ханты-Манси Автономиялы Округы башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһының башҡорт телен, Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүсе мәктәптә үҙенсәлекле дәрес – Лянтор халыҡ ижады йорто оҫталары «Башҡорт милли орнаменты менән кеҫә телефондарына көплөк әҙерләү» мастер-класы үткәрҙе.
    Муниципаль мәҙәниәт учреждениеһының заманса әйбер-ҙәрҙә милли орнаментты һаҡлауға, милли мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу уятыуға, балаларҙың ижади һәләтен, илһөйәрлек тойғоһон үҫтереүгә йүнәлтелгән берлектәге сара үткәреү тәҡдимен йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Р. Ҡолманбәтов һәм мәктәп уҡытыусыһы Г. Шәмсетдинова шунда уҡ хуплап сыҡты, тейешле материалдар һатып алынды.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тарихын белгән – тамырын белгән Башҡортостан » Хәтер

    Республиканың Хәрби Дан музейындағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы Башҡортостанға арналған экспозиция ике ҡатҡа урынлаштырылған. Беренсе ҡатта – төрлө предприятиеларға, ауыл хужалығына, медицинаға ҡағылышлы материалдар. Аслы-туҡлы йәшәгән ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро һәм үҫмерҙәр етештергән продукция фронтҡа ебәрелә. Икенсе ҡаттағы экспозиция Башҡортостан Республикаһында төҙөлгән дивизияларға арнала. Тыл хеҙмәтсәндәренә арналған материалдарға айырым туҡталып үтәм.
    Бөйөк Ватан һуғышы бөтә ил халҡы өсөн ҙур һынау булды. Башҡортостан хеҙмәтсәндәре лә Еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшәү тәмен белә юл эшсеһе Иҡтисад

    Йәшәү тәмен белә юл эшсеһе
    Кем яратмай икән үҙен маҡтағанды, эшен хуплағанды?! Берәүҙәр яҡшы һүҙ ишетеп, күҙ алдында балауыҙҙай иреп китә. Икенселәрҙең, маҡталғанда, йөҙө алһыулана, улар уңайһыҙлана, ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй аҙаплана, әйтер һүҙен онота. Өсөнсөләр ҡаты, дорфа ҡылана: «Яратмайым ярам-һаҡланыуҙы»... Ә шулай ҙа, Ғайса Хөсәйенов әйтмеш-ләй, аҡылһыҙ ғына яҡшы баһаның ҡәҙерен белмәҫ. Рыҫҡужа ауылында Эльвира һылыу менән донъя ҡороп, Иҙрис исемле ул үҫтергән Әбйәлил юл төҙөлөш-ремонт идаралығының юл эшсеһе Данил Хөснөтдинов яҡшы һүҙҙең ҡәҙерен белә. Ғөмүмән, тормоштоң, ғаиләһенең, йәшәү ҡәҙерен белә, шуға ла матур йәшәргә, дан итеп эшләргә ынтыла. Ихласлығын, донъя көтөргә әүәҫлеген өйөндә ҡатыны Эльвира күреп ҡыуанһа, йүнселлеген, тырышлығын эшен-дә етәкселәре ыңғай баһалай. Былтыр, мәҫәлән, Данил, юл мастеры Ғәлийән Абдразаҡов, электрик Вә-зир Мусин, механик Фәһим Латипов, участка начальнигы Рәсүл Хәмзин, диспетчер Земфира Хәйруллина, водитель Сергей Сухов, тракторсы Нәғим Карнаев менән бер рәттән, «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» тип табылған.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru