Кем һин, фермер? Ауыл ерендә күптәр, фермер хужалыҡтары төҙөргә ниәтләһә лә, эште нимәнән башларға белмәй, юғалып ҡала. Килеп тыуған мәсьәләгә бер аҙ асыҡлыҡ индереү өсөн төп һорауға яуап бирәйек әле – кемдәр һуң ул фермерҙар? Закон буйынса, шәхси хужалығы булған һәр кемдең фермер (крәҫтиән) хужалығын төҙөү хоҡуғы бар. Әлбиттә, иң тәүҙә ниндәй йүнәлештә эшләргә ниәтләнеүеңде аныҡ билдәләргә кәрәк. Беҙҙә үҫемлекселек, йәшелсә-емеш үҫтереү, малсылыҡ, ҡошсолоҡ менән шөғөлләнергә мөмкин. Шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, һаҡлау, транспортировкалау, һатыу менән мәшғүл булып та, фермер булып китергә ярай. Фермер (крәҫтиән) хужалығы ағзалары хужалыҡтарын алып барыу өсөн производство, көнкүреш өсөн йәки башҡа ҡоролмалар төҙөргә хоҡуҡлы. Әлбиттә, бөтә проекттарҙы ла тәүҙә билдәләнгән тәртип буйынса раҫларға кәрәк. Хужалыҡ үҙ эсенә алған ерҙәрҙе даими эшкәртеп, уңдырышлылығын арттырып торорға бурыслы. Әлбиттә, ерҙең тәғәйенләнешен үҙгәртеп, унда законға һыймаған эштәр менән шөғөлләнеү тураһында хыялланырға ла ярамай. Мәҫәлән, ҡаланан әллә ни алыҫ урынлашмаған баҫыу уртаһында заманса сауна төҙөп ҡуйып, унда кешеләрҙе йыйып, аҡса эшләргә маташыусылар булырға тейеш түгел. Әгәр хужалыҡты алып барыу өсөн (мәҫәлән, балыҡ, өйрәк-ҡаҙ үрсетергә) күл кәрәк икән, уны төҙөргә мөмкин. Йәшкә килгәндә, Рәсәйҙә фермер булыу өсөн 16 йәш тулған булыуы шарт. Хатта гражданлығы булмаған йәки сит ил гражданы булғандар ҙа беҙҙә фермерлыҡ менән шөғөлләнергә хоҡуҡлы. Әлбиттә, урындағы халыҡҡа, был фактты дөрөҫ аңламайынса, ҡурҡырға ярамай – сит ил граждандарына беҙҙең ерҙәр барыбер һатылмай, ә ваҡытлыса ҡуртымға бирелә. Ҡуртымға алынған ерҙә шәп итеп кәбеҫтә үҫтерәләр икән, рәхим итһендәр, эшләйем тигән кешегә ерҙе ваҡытлыса файҙаланыуға биреү йәл түгел. Тәүҙәрәк фермерҙар, элекке колхоздар кеүек үк, юридик шәхес статусын йөрөтә ине. Хәҙер инде крәҫтиән хужалығын төҙөү өсөн ҡағыҙҙар йүнләү системаһы бер аҙ үҙгәрҙе. Бөгөнгө көндә фермер – баҙарҙа һатыу итеүсе эшҡыуар менән бер иш статуста. Был ерҙә эшләүселәр өсөн нимә бирә һуң? Хужалығыңа һалынған һалым системаһын еңеләйтеүҙе талап итергә мөмкин. Бер кем дә һеҙҙе бухгалтер тоторға йәки ҡатынығыҙҙы, балаларығыҙҙы эшсе көс итеп раҫларға көсләмәй. Быға тиклем юридик шәхес булараҡ теркәлгән фермер (крәҫтиән) хужалығы был статусын 2010 йылға тиклем ҡалдыра ала. Ни тиһәң дә, эшҡыуар булып китеү өсөн документтарҙы үҙгәрткәндә әллә күпме аҡса китәсәк. Фермер (крәҫтиән) хужалыҡтарының ағзалары ойошмаларын киңәйтеү маҡсатында берләшергә йәки союз һәм ассоциацияларға тупланырға хоҡуҡлы. Был ғына ла түгел, бүлендек (дочерние) коммерция фирмалары төҙөргә лә мөмкин.
Нисә эшсе кәрәк? Үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, бер фермер (крәҫтиән) хужалығында өстән дә артыҡ ғаилә йәки бер-береһе менән туған булмаған биштән дә артыҡ кеше булырға тейеш түгел. Был аңлашыла ла, юҡһа фермерлыҡ хужалығы түгел, ә колхоз килеп сығасаҡ бит. Тик бер хужалыҡта ағза булғандарҙы ғына түгел, ә ялланып эшләгәндәрҙе лә тотоу хилаф түгел. Кәрәге сыҡҡанда күпме теләйһегеҙ – шунса кешене эшкә алырға мөмкин. Әткәндәй, фермер (крәҫтиән) хужалығына яңы ағзалар ҡабул итеүҙе «баш» фермер ғына түгел, хужалыҡтың бөтә ағзалары хәл итергә хоҡуҡлы.
Дәүләттән нимә һорарға? Шөкөр, закондар фермерҙарҙы хөрмәт итергә, ярҙамдан ҡалдырмаҫҡа өйрәтә. Хужалыҡтарға бирелгән кредиттар, ссудалар, лизингҡа бүленгән техника хаҡында матбуғат сараларында иғландар, мәҡәләләр йыш баҫылып тора – иғтибарлап ҡарап барығыҙ. Әгәр бер участканы һайлап, уны ҡулланырға ниәтләүегеҙҙең проектын властарға килтерәһегеҙ икән, улар һеҙгә бер ай эсендә рәсми яуап бирергә тейеш. Фермер (крәҫтиән) хужалығына ер һатыу йәки ҡуртымға биреү мәсьәләһе 14 көндә хәл ителә. Ә инде ер участкаһын һатырға йәки ҡуртымға биреү өсөн килешеү 7 көн эсендә төҙөлә. Берәй чиновник бер ниндәй сәбәпһеҙгә ер биреүҙән баш тарта икән, уны судҡа бирегеҙ, юғалып ҡалмағыҙ.
«Һиңә бер тоҡ иген, ә миңә – ун биш!» Фермер (крәҫтиән) хужалығын төҙөгән ваҡытта уның ағзалары үҙ-ара килешеү төҙөй. Бына был процесс иғтибарлы булыуҙы, һәр бер ағзаның башҡарасаҡ эшен, хоҡуҡтарын, хеҙмәт хаҡын аныҡ билдәләүҙе талап итә. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел – артабан хужалыҡ килтергән килемдең кемгә күпме бүленеүе тураһында һүҙ бара бит. Шуныһы ҡыҙыҡ: «кулак» тормошон ҡалдырыу унда ағза булып инеүгә ҡарағанда ла ауырыраҡ. Фермер хужалығынан сығырға теләгән кеше унда үҙенең өлөшө булған ерҙе, мөлкәтте ҡалдырырға бурыслы. Был дөйөм мөлкәт бүленә алмай. Шулай ҙа бер йыл дауамында түләнәсәк аҡсалата компенсацияға өмөт итергә мөмкин. Был ғына ла түгел, кеше хужалыҡта ағза булған ваҡытта хужалыҡтың бурысы йыйылған икән, айырылып сыҡҡан кеше лә үҙенең өлөшө булған бурысты түләйәсәк. Ярай әле, ике йыл дауамында ғына.
Күпме? Рәсәйҙең һәр бер төбәгендә хужалыҡ ойоштороу өсөн бүленгән ерҙең минималь күләме билдә-ләнгән. Ул төрлө ерҙә төрлөсә. Башҡортостанда фермер (крәҫтиән) хужалығын ойоштороу өсөн кәмендә 50 гектар ерҙе һатып йәки ҡуртымға алырға кәрәк.
Ҡайҙа? Хәҙер инде тағы ла бер мөһим һорауға яуап кәрәк – фермер (крәҫтиән) хужалығын төҙөргә ниәтләндең дә, эш йүнәлешеңде билдәләнең дә, ти. Тик пландарың менән тәү башлап кемгә мөрәжәғәт итергә һуң? Әлбиттә, иң тәүҙә район хакимиәтенә барып, ниәтегеҙҙе еткереү бурысы тора, унда ер мәсьәләһен хәл итеү юлдары ла билдәләнәсәк. Һуңынан һалым инспекцияһына (ҡайҙа инде уларһыҙ!) барып теркәлергә кәрәк. |