Иренсәктең табышы юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тырыш ҡыҙым үҫә, тип...
  • Киләсәкте уйлап, йәштәрҙе хәстәрләп
  • [b]Ҡымыҙсы әбейем[/b]
  • Ниңә шулай?
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Һәр балаға – бер республика гәзите, бер республика журналы!» Яңылыҡтар » Иғтибар

    «Һәр балаға – бер республика гәзите, бер республика журналы!»
    БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ Мәғариф министрлығы менән берлектә үҫеп килеүсе йәш быуынды республикабыҙҙа сыҡҡан балалар һәм йәштәр баҫмалары менән таныштырыу, икенсе ярты йыллыҡҡа уларға яҙылыуҙы әүҙемләштереү маҡсатында 20 апрелдән 25-енә тиклем ҙур акция – Балалар һәм йәштәр матбуғаты аҙналығы үткәрә. Был кәрәкле һәм мөһим саранан балаларын үҙ халҡының ысын патриоттары итеп тәрбиәләргә ынтылған ата-әсәләр ҙә, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың байтаҡ төбәгендә асылған гимназиялар ҙа, ябай мәктәптәр ҙә ситтә ҡалмаһын ине.

    авторы: Нур | 16 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ярыш сәме барыһын да ҡуҙғытты Башҡортостан » Хәтер

    Әбйәлил районында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған сараларҙы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре дәррәү башлап ебәрҙе
    Февраль – март айҙарында райондың мәҙәниәт йорттарында бер юлы ике сара – театр коллективтарының конкурсы һәм үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә ҡатнашыусыларҙың «Еңеү салюты» исемле фестивале йәнәш барҙы. Абруйлы жюри, урындарға сығып, әҙерләнгән концерт программаларын ҡарап, иң яҡшыларын йомғаҡлау концертына һайлап алды.

    авторы: Нур | 16 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йылғалар боҙҙан әрселде Яңылыҡтар

    Был көндәрҙә бөтә ерҙә лә кәмей башлаған ташҡын бер нисә йылғала үҙ позицияһын ысҡындырмаҫҡа тырыша. Быны һауа температураһының күтәрелеүе менән аңлатып була.
    Мәҫәлән, Эҫем йылғаһында һуңғы көндәрҙә һыу кимәленең кәмеүе күҙәтелһә, көтмәгәндә генә ул ҡайтанан 17 сантиметрға күтәрелгән. Өфө йылғаһының ике нөктәһендә – Красная Горка ауылы һәм Шаҡша ҡасабаһы эргәһендә һыу кимәле 18 сантиметрға артҡан.
    Мораҡ ауылы эргәһендә Оло Эйек һәм Сулпан ауылы эргәһендә Йүрүҙән йылғаларында ғына һыу кимәле үҙгәрешһеҙ, ә ҡалған йылғаларҙа, Башгидрометтың хәбәр итеүенсә, һыу яйлап ҡайта. Тәүлек эсендә Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле Бөрө эргәһендә – 68 һәм Андреевка ауылы янында 30 сантиметрға кәмегән.
    Республиканың төп һыу артерияһынан башҡа бөтә йылғалар ҙа боҙҙан әрселгән.
    Алиса ИМАНҒОЛОВА.

    авторы: Нур | 16 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Буйҙаҡтар таныша Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Әлшәй районы үҙәге Раевкала буйҙаҡтар өсөн бик ҡыҙыҡлы кисә үткәрелде.
    Кисәгә ҡунаҡтар Дәүләкән, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан саҡырылғайны. Ир-аттың ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда әҙерәк йыйылыуы көслө заттың баҙап ҡалыуын аңлатты, ахыры.
    Алып барыусы Рәшит Аллаяров менән Илгизә Терентьева, төрлө уйындар ойоштороп, кисәне йәнләндерҙе. Бында бер кемгә лә күңелһеҙләнергә урын ҡалманы – 21 йәштән 63 йәшкә тиклемге буйҙаҡтар үҙҙәрен яңғыҙ тойманы.
    Яңғыҙаҡтарҙың байтағы үҙ «яртыларын» осратып, артабан бер-береһе менән бәйләнештә булырға һөйләшеп килеште.
    Һоҡланғыс кисә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең концерты менән тамамланды. Ҡунаҡтар унан ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһо менән таралды.
    Солтан ҒӘЛИЕВ.
    Әлшәй районы.

    авторы: Нур | 16 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АҠСА АЛДЫҠ. ДӨРӨҪ ФАЙҘАЛАНАЙЫҠ! Яңылыҡтар

    Финанс көрсөгөнә бирешмәү юлдары беҙҙең илдә аныҡ билдәләнгән. Әлеге шарттарҙа ла Рәсәйҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Әле иҡтисадтың был тармағы өсөн төбәктәргә аҡса бүленде. Әлбиттә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү финанс көрсөгөн еңелерәк үткәреп ебәреүгә, өҫтәмә эш урындары булдырыуға юл асасаҡ.

    авторы: Нур | 16 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Ракеталар кемгә нығыраҡ кәрәк

    АҠШ, әгәр үҙ ғалимдарының кәңәшенә ҡолаҡ һалһа, ядро ракеталарын Рәсәйҙең 12 мөһим иҡтисади объектына төҙәргә тейеш.
    Һәр хәлдә, был турала Америка ғалимдары федерацияһы (FAS) әҙерләгән «Ядро ҡоралдарын кәметеү тураһында»ғы докладта әйтелә. Ә бит һигеҙ йыл элек кенә шул уҡ FAS ракеталарҙы 194 Рәсәй ҡалаһына төҙәргә кәңәш иткәйне. Яңы докладтың авторҙары аңлатыуынса, ядро ракеталарын ҡалаларҙан эре заводтарға күсереп төҙәү, һуғыш-фәлән була ҡалһа (Алла һаҡлаһын!), халыҡ араһында ҡорбандарҙың әҙерәк булыуына килтерәсәк, шул уҡ ваҡытта, имеш, мөһим сәнәғәт үҙәктәрен юҡ итеү Рәсәйҙе бик тиҙ эшлеклектән сығарасаҡ. Етмәһә, был осраҡта ракеталар һаны ла ун тапҡырға әҙерәк кәрәк бит. Әйткәндәй, ул «ҡәһәрле 12» иҫәбенә «Газпром», «Роснефть», «Русал», «Норникель», «Сорғотнефтегаз», «Евраз», «Северсталь», шулай уҡ Enel итальян фирмаһы һәм E.ON. немец фирмаһы предприятиелары ингән.

    авторы: Нур | 16 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Киләсәк – беҙҙең ҡулда! Иҡтисад

    Киләсәк – беҙҙең ҡулда!
    Тормош шундай тиҙ үҙгәрә, әле генә бик тә кәрәкле һаналған һөнәрҙәргә иртәгә хеҙмәт баҙарында талап булмауы ла ихтимал. Шуға күрә бөгөнгө сығарылыш синыф уҡыусыларына ниндәй һөнәр һайлау отошлораҡ? Ниндәй уҡыу йорттары абруйлыраҡ һәм, ғөмүмән, ҡайҙа ниндәй белгестәр әҙерләнә, ниндәй һөнәр һайларға? Баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үткән «Мәғариф. Фән. Карьера – 2009» күргәҙмәһендә ошо һәм уҡыу йорттарына бәйле бик күп һорауға яуап табырға мөмкин ине.

    авторы: Нур | 16 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президент сәфәре Яңылыҡтар

    [b]Президент Мортаза Рәхимов кисә республиканың Борай һәм Балтас райондарында рәсми эш сәфәре менән булды. Унда республика етәксеһе төп иғтибарын иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә йүнәлтте.[/b

    авторы: Нур | 16 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru