«Әгәр кешегә бер нәмә лә кәрәкмәй икән, тимәк, уға нимәлер етешмәй».
* * * Әгәр ҡатын-ҡыҙ асыулана икән, тимәк, ул хаҡлы түгел һәм был хаҡта ул үҙе лә аңлай, тик өндәшмәй. * * * Һөйгән егетенә бүләк алырға йыйынған ҡыҙҙан әхирәте: – Өйләнмәгән егеткә ниңә шул тиклем ҙур аҡса янсығы алырға уйлайһың ул? – тип һорай
* * * Ир кеше төндә бик һыуһап уянып китә, ут ҡабыҙмай ғына аш-һыу бүлмәһенә бармаҡсы була. Тик иҙәндә ятҡан картуф тулы тоҡҡа абына. Яйлап ҡына үтәйем тиһә, туҡмаслы тоҡҡа бәрелә. Уныһынан да үттем тигәндә, шәкәрле тоҡҡа бәрелә, аяғын бик ныҡ ауырттыра, уныһынан ҡотолдом тигәндә, консерва тулы йәшниккә эләгеп, иҙәнгә йығыла. Ә үҙе: – Йә, Хоҙай, был аслыҡ ҡасан үтер икән? – ти.
* * * – Үтенеп һорайым һинән, ҡыҙым! Был кешегә кейәүгә сыҡма! – Һуң, әсәй, мин оҙаҡҡа түгел... * * * Ҡараҡ урамда: – Ханым, аҡсағыҙҙы, бөтә алтынығыҙҙы тиҙ генә миңә бирегеҙ. Юғиһә, бынауы пистолеттан атылған һыу һеҙҙең битегеҙҙәге косметиканы йыуып төшөрһә, нимә булырын үҙегеҙ аңлайһығыҙҙыр!
* * * – Яңы һалым инспекторы ришүәт һорамаҫмы һуң? – Һеҙ нимә? Ул бик намыҫлы кеше! Быға тиклем ике йыл мунса директоры булып эшләгән һәм бер тапҡыр ҙа мунса инмәгән. * * * Фатир хужаһы ҡунаҡтарына тәҙрә төбөндәге гөлдәрен күрһәтә: – Быныһы – ярангөл, быныһы – зәйтүнгөл, ә бына бындағыһы «аҡса гөлө»! Һәм бер аҙ тын торғас, көрһөнөп: – Тик ярҙам итмәй, – тип ҡуя. |