Йылдам атҡа ҡамсы кәрәкмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!
  • Улар Көнбайышты шаулата
  • Наркомандар ҡартаймай, улар йәшләй үлә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Мәскәү, Милан, Лондон, Париж... Ә Өфө – төп йәшәү урыным» Яңылыҡтар » Конкурстар

    Донъя модель бизнесында танылыу яулаған яҡташыбыҙ Эльвира Хисаева подиумға матур башҡорт милли кейемендә сығырға хыяллана
    «Мәскәү, Милан, Лондон, Париж... Ә Өфө – төп йәшәү урыным»
    Элек-электән башҡорт ҡыҙҙары һылыулығы менән дан тотһа ла, үҙенсәлекле милли матурлыҡты тотош донъяға танытып, йондоҙ булып балҡыусы, фотоһүрәттәре менән билдәле журнал тышлыҡтарын биҙәп, Токио, Нью-Йорк, Милан, Париж подиумдарында үткән юғары мода аҙналыҡтарында ҡатнашыу һәр кем өлөшөнә төшкән яуаплылыҡ түгел. Яҡташыбыҙ, Өфө ҡыҙы Эльвира Хисаева – беренселәрҙән. Башҡорт ҡыҙының донъя модель бизнесында юғары ихтыяж менән файҙаланыуы, үҙенсәлекле матурлығы, мөләйемлеге һәм тәбиғи һәләте – үҙе бер ғорурлыҡ. Топ-модель, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, кесе йомала редакциябыҙға килеп, үҙенең уй-кисерештәре, ниәттәре менән уртаҡлашырға форсат тапты.

    авторы: Нур | 18 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЙӘШЕЛ ҺУҒАН АША! Иҡтисад

    Ҡышын Өфөнөң Үҙәк баҙарында йәшел һуған, редис кеүек аҙыҡтар деликатес булды, улар ҡиммәт тә, әллә ни йыш та осрамай ине. Хәҙер, яҙ етеү менән, йәшел тәмләткестәрҙе күп урында һаталар. Алыусылар ҙа күп – ни тиһәң дә, яҙғы авитаминоз үҙенекен итә, күңел тәмле лә, витаминлы ла аҙыҡ һорай.
    Хаҡтар 17 апрелгә ҡарата бер килограмға бирелгән.

    авторы: Нур | 18 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңелдәрҙә яҙ һәм театр Мәҙәниәт

    8 – 15 апрелдә Өфөлә Театр яҙы – 2009 республика фестивале үтте
    Күңелдәрҙә яҙ һәм театр
    Башҡортостанда ниндәй генә фестивалдәр үтмәй. Уларҙың барыһы ла үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, һәр береһенең ниндәйҙер маҡсаты, тәғәйенләнеше һәм үҙ аудиторияһы бар. Ә бына Театр яҙы фестивале шулар араһында сағыулығы, күркәмлеге, киң күләмлеге һәм ойоштороу кимәле йәһәтенән лайыҡлы урын биләй, тип икеләнмәй әйтергә мөмкин. Был, ысынлап та, шулай. Быйыл етенсе тапҡыр уҙған сара тағы ла юғарыраҡ кимәлдә үтте.

    авторы: Нур | 18 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Инвестициялар файҙа килтерергә тейеш ---

    Һуңғы йылдарҙа нефть-газ өлкәһенең минераль-сеймал базаһының насарайыуы күҙәтелә. Был ваҡ ҡаҙылдыҡ урындарҙың, шулай уҡ файҙаланыуҙың йомғаҡлау стадияһында булған урындарҙың артыуына килтерә. Донъя практикаһы күрһәтеүенсә, уларҙы бәләкәй һәм урта предприятиелар файҙалана. Углеводород сеймалын табыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ барлыҡҡа килеүе һәм үҫеүе нефть-газ етештереүсе төбәктәр өсөн хас булған объектив күренеш булып тора. Ошо хаҡта «Регионы России» журналы һорауҙарына Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов яуап бирә.

    авторы: Нур | 18 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баш ҡала үҫмерҙәрен күңелле йәй көтә Яңылыҡтар » Иғтибар

    Мәктәптә уҡыуҙар тамамланыуға бер айҙай ғына ваҡыт ҡалды. Ата-әсәләр әле үк балаларының йәйге ялын ҡайҙа үткәреү хаҡында борсола торғандыр. Бигерәк тә үҙҙәренең ялы йәй айҙарына тура килмәгән ҡалала йәшәүсе ата-әсәләр өсөн ул ҙур проблема булып тора. Бер үҙе ҡалған бала өйҙә нимә эшләргә тейеш?! Шуға күрә улар балаларын ауылға өләсәй-олатайҙары янына ҡайтарырға, йә йәйге лагерҙарға, шифаханаларға урынлаштырырға тырыша.

    авторы: Нур | 18 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғали йәнәптәре Хәреф ---

    Ғали йәнәптәре Хәреф
    Республиканың иң шәп журналистарын йыйған сираттағы «Матбуғат балы – 2009» матур һәм сағыу байрам булды. Баш ҡаланың «Өфө уттары» күңел асыу комплексында ойошторолған сараның төп символы булып Хәреф ғали йәнәптәре торҙо. Был аңлашыла ла – журналистарҙың бөтәһе лә – гәзиттекеләр ҙә, радио һәм телевидение журналистары ла, тәү сиратта, хәреф менән эшләй, шуларҙан һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөп, йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итә. Әйткәндәй, «Матбуғат балы – 2009» байрамының символын фойела ла күреп була ине – унда бер туҡтауһыҙ «тере» хәрефтәр йөрөнө, әленән-әле һүҙ булып берләште.

    авторы: Нур | 18 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Үлемгә илткән кредит

    Һуңғы бер йыл эсендә Һиндостандың бер штатында 1500 фермер, һалым түләй алмағанлыҡтан, үҙ-үҙенә ҡул һалған.
    Уңыш булмау арҡаһында алған кредиттарын түләй алмай, шундай аҙымға барырға мәжбүр булған улар. Бындай хәл Һиндостанда беренсе тапҡыр ғына күҙәтелмәй. «Фермерҙарға йыш ҡына кредитҡа аҡса алырға тура килә, ә инде йыл уңышһыҙ килһә, уларға үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыуҙан башҡа сара ҡалмай. Сөнки алған сумманы бер нисек тә ҡаплай алмайҙар», – ти Һиндостандың фермерҙар ассоциацияһы вәкиле Бхаратенду Пракаш.

    авторы: Нур | 18 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Башҡортостан

    Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалына эйә булыусы 4291 ҡатын бар. Кисә бәхетле әсәләрҙең һаны тағы ла 48-гә артты, юғары награданы уларға БР Президенты Мортаза Рәхимов тапшырҙы. Күп әсәләрҙең билдәләүенсә, хәҙерге еңел булмаған заманда бәхетле һәм ҙур ғаиләлә йәшәү бик мөһим.

    авторы: Нур | 18 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru