Ауыҙыңа кергәнде сәйнәргә иренмә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Фәүзиә Камалетдин ҡыҙы Йосопова
» Ванкуверҙан – ун миҙал!
» Һәләтлеләр бүләкләнде
» Ҡыҙҙарым
» Тәнҡитләгем килмәй ҙә ул...
» «Усағында, йөрәгендә – Һүнмә ...



Ғали йәнәптәре Хәреф ---
Республиканың иң шәп журналистарын йыйған сираттағы «Матбуғат балы – 2009» матур һәм сағыу байрам булды. Баш ҡаланың «Өфө уттары» күңел асыу комплексында ойошторолған сараның төп символы булып Хәреф ғали йәнәптәре торҙо. Был аңлашыла ла – журналистарҙың бөтәһе лә – гәзиттекеләр ҙә, радио һәм телевидение журналистары ла, тәү сиратта, хәреф менән эшләй, шуларҙан һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөп, йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итә. Әйткәндәй, «Матбуғат балы – 2009» байрамының символын фойела ла күреп була ине – унда бер туҡтауһыҙ «тере» хәрефтәр йөрөнө, әленән-әле һүҙ булып берләште.
Быйыл мөһим сараны БР Президенты Хакимиәте һәм республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәттәре ярҙамында Медиасоюз менән Башҡортостан Журналистар союзы ойошторҙо. Әлбиттә, һәр кемгә эшенең кимәлен аңлау, баһаһын белеү мөһим. Шуға ла «Матбуғат балы – 2009» журналистар байрамының иң тулҡынландырғыс өлөшө булып алдан иғлан ителгән конкурсҡа йомғаҡ яһау торҙо. Жюри вәкилдәре әйтеүенсә, уларға 150 самаһы авторҙың 500-ҙән ашыу эшен ҡарап сығырға тура килгән. Күреүебеҙсә, конкурс хәтәр, ҡатнашыусылар ҙа, мәҡәләләр ҙә бик күп! Тағы ла шуныһы ҡыҙыҡ: күпселек осраҡта конкурстарҙа еңеүселәр саҡ ҡына булһа ла алдан билдәле була, ә «Матбуғат балы – 2009» сараһында интриганы аҙаҡҡа тиклем һаҡланылар, еңеүселәрҙең исемдәре яҙылған конверттарҙы тамашасыларҙың алдында ғына астылар.
Тағы ла шуныһы – еңеүселәрҙе билдәләүселәр хаҡында айырым әйтеп үтке килә – эксперттар советында матбуғат сараларынан бер генә вәкил дә булманы. Арбитрҙар советына эшҡыуарлыҡ, фән һәм мәҙәниәт, йәмәғәтселек вәкилдәре, пиарсылар инде.
«Йәшлек» алдымы һуң берәй бүләк?» – тиһегеҙме? Әлбиттә! Республика гәзит-журналдарынан берҙән-бер журналист – үҙ хәбәрсебеҙ Баныу Ҡаһарманова (һүрәттә) «Гражданлыҡ позицияһы» номинацияһында еңеүсе тип табылды! «Беҙ – һинең менән ҡан ҡәрҙәш» тип аталған акцияны яҡтыртҡаны (сара менән гәзит уҡыусыларыбыҙ яҡшы таныш), улай ғына ла түгел, шул мәҡәләләр серияһында күтәреп сыҡҡан позицияһын ҡыйыу яҡлағаны өсөн айырым билдәләнде. Әйткәндәй, был акция һаман да дауам итә, уны күтәреп алыусылар бихисап – журналист өсөн был бик мөһим. Коллегабыҙҙы ҡотлайбыҙ – афарин, Баныу!

Л. СОЛТАНОВА.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 18 апреля 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Иң осло ҡәләмле журналист ҡайҙамы?
  • Ижад офоҡтарын киңәйтеп
  • Бер юлы ике байрам
  • Йәш журналистар ҡорға йыйыла
  • «Йәшлек»тәр һынатмай
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru