Егет булһаң, йоҡлап ятма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Күңелендә йыр уның
» «Республикабыҙҙың көслө төбә ...
» БАШҠОРТОСТАНДА – НЕМЕЦ ЙӘШТӘРЕ
» Эҫелә нимә эсергә?
» Уртаҡлыҡта
» Күрәсәкте күрмәйенсә, инеп булмай ...



Дүшәмбелә – Дүшәмбегә! Яңылыҡтар » Иғтибар
Баш ҡалабыҙҙа ҡала башҡорттарының ижади, мәҙәни аралашыуға ҡоролған клубы бармы? Әлегә юҡ, әммә ошо көндәрҙә асыласаҡ. Эйе, эйе, тәржемәсе, кинодраматург Зөһрә Бураҡаева, рәссам Арыҫлан Бикбаев һәм М. Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театры актеры Зөлфәр Әхмәтовтар Дүшәмбе тип аталған ҡала башҡорттары ижадханаһы булдырған да инде. Уны асыу тантанаһы 20 апрелдә киске сәғәт 7-лә М. Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театрының Бәләкәй залында уҙасаҡ.
Донъя сәнғәте тарихынан билдәле булыуынса, һәр осорҙоң алдынғы һәм әүҙем кешеләре әҙәбиәт, һынлы сәнғәт, театр, музыканы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә килгән. Сәнғәт һәм әҙәбиәттәге бөтә ағымдар ҙа улар тарафынан барлыҡҡа килтерелгән дә инде. Дүшәмбе клубында, әҙәбиәт һәм сәнғәттән тыш, сәйәси, милли һәм дини темаларға ла һөйләшеүҙәр ойоштороу ҡаралған.
– Ижадханала күберәк донъя мәҙәниәтенең этник йүнәлештәренә, заман башҡорт әҙәбиәтенә, альтернатив музыкаға, рәссамдар, шағирҙар, яҙыусылар ижадына иғтибар биреләсәк. Театр сәнғәтенең бәләкәй жанрҙары ла урын аласаҡ беҙҙә, – ти ижадхананы ойоштороусы егеттәр Арыҫлан менән Зөлфәр. – Киләһе дүшәмбе көнө асыласаҡ ижадханала йырсылар, шағирҙар сығыш яһаясаҡ, төрлө бәхәстәр уҙғарыласаҡ.
Дүшәмбегә килеп, саф башҡортса файҙалы ял итеп ҡайтығыҙ, дуҫтар!
А. ИСМӘҒИЛЕВ.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 18 апреля 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй
  • Янылыктар
  • "Ҡолонсаҡ"тан ситтә ҡалмағыҙ!
  • Афарин, Тамырҙар!
  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡ ...
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru