Үлемгә илткән кредит
Һуңғы бер йыл эсендә Һиндостандың бер штатында 1500 фермер, һалым түләй алмағанлыҡтан, үҙ-үҙенә ҡул һалған. Уңыш булмау арҡаһында алған кредиттарын түләй алмай, шундай аҙымға барырға мәжбүр булған улар. Бындай хәл Һиндостанда беренсе тапҡыр ғына күҙәтелмәй. «Фермерҙарға йыш ҡына кредитҡа аҡса алырға тура килә, ә инде йыл уңышһыҙ килһә, уларға үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыуҙан башҡа сара ҡалмай. Сөнки алған сумманы бер нисек тә ҡаплай алмайҙар», – ти Һиндостандың фермерҙар ассоциацияһы вәкиле Бхаратенду Пракаш.
Утрауҙы нисек бүлергә?
Япония хөкүмәтенең махсус вәкиле Сиотаро Яти «Майнити» гәзитенә биргән интервьюһында, Көньяҡ Курил утрауҙарын ҡап урталай бүлергә кәрәк, тигән фекер белдерә. «Токио элекке талаптарынан, йәғни бөтә төньяҡ территорияны – Итуруп, Кунашир, Шикотан утрауҙарын кире ҡайтарыу ниәтенән баш тартһа, яҡшыраҡ булыр ине», – ти ул. Японияның сит илдәр министры Хирофуми Накасонэ Премьер-министрҙың иң яҡын кәңәшселәренең береһенең, Көньяҡ Курил утрауҙары тураһындағы мәсьәләне уны Рәсәй менән тигеҙ итеп бүлеп хәл итергә кәрәк, тигән тәҡдимен кире ҡаға. «Хөкүмәт ҡарарында дүрт утрауҙың яҙмышына ҡарата әлегә бер ниндәй ҙә үҙгәреш юҡ, – тип белдергән ул Токиола үткән матбуғат конференцияһында. – Беҙҙең Хөкүмәт эҙмә-эҙлекле эш итә. Был хаҡта Премьер-министр Таро Асо Рәсәй яғына ла әйтте». Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев һәм Японияның Премьер-министры Таро Асоның 18 февралдә Сахалинда үткән осрашыуында ла үҙенсәлекле, стандарт булмаған юлдар менән килешеү төҙөү тураһында һөйләшеү алып барырға ҡарар ителде. Был һөйләшеүҙән һуң Япония хөкүмәте башлығы, бер яҡ – дүрт, икенсеһе ике утрау хаҡында һүҙ алып барғанда ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшеү ҡыйын, тип белдергән.
«Әсәлек капиталы»н нисек файҙаланырға?
РФ Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә «Әсәлек капиталы»н файҙаланыу өлкәһен киңәйтеүҙе һәм, уны ипотека кредитын түләүгә генә түгел, ә йорт төҙөү өсөн ер алырға, һатып алынған фатирҙы төҙөкләндереүгә һәм дә әсәнең белемен камиллаштырыуға ла йүнәлтергә кәрәк, тип тәҡдим итә. Депутаттар шулай уҡ уны ғаилә балалар баҡсаһы тарафынан күрһәтелгән белем биреү хеҙмәтләндереүе өсөн файҙаланыу ҙа дөрөҫ булыр ине тип иҫәпләй. Парламентарийҙар «Әсәлек капиталы»н файҙаланыу ваҡытын сикләүгә лә ҡаршы һәм бала тыуған көндән улар ошондай хоҡуҡҡа эйә булырға тейеш, тигән фекерҙә. Билдәле булыуынса, 2008 йылдың аҙағында РФ Президенты Дмитрий Медведев «Әсәлек капиталы»н 2009 йылдан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға файҙаланыуҙы рөхсәт иткән указға ҡул ҡуйғайны. 2009 йылдың беренсе кварталында РФ Пенсия фондына ошондай ғариза менән 35 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. С. НИЯЗОВА әҙерләне. |