Кем эшләмәй, шул ашамай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • Интернет аша ла конференция үткәрергә мөмкин
  • Бөрйәндең күренекле зыялыһы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан

    Хеҙмәттәшлек киңәйә

    БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай делегацияһының Марий Эл Республикаһына эш сәфәре тамамланды.
    Сәфәр барышында ике республика парламенттары араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Рус, башҡорт, мари телдәрендә төҙөлгән документҡа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе КонстантинТолкачев һәм Марий Эл Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Юрий Минаков ҡул ҡуйҙы. Ҡул ҡуйыу тантанаһында берҙәм хоҡуҡи даирәне киңәйтеүгә, закондар сығарыуға, закондарҙы бойомға ашырыуҙың йоғонтололоғона булышлыҡ итеүсе был документтың актуаллеге һәм социаль әһәмиәте билдәләнде.

    авторы: Нур | 21 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Динарҙың уңышлы йылы Иҡтисад

    Динарҙың уңышлы йылы
    Динар Бағышаев Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылында тыуып үҫкән. 9-сы синыфтан һуң даны тирә-яҡҡа таралған Юлдыбай һөнәрселек лицейына уҡырға килә. Әлбиттә, уҡыу башта еңел бирелмәй, Динар иһә ҡайһы берәүҙәр шикелле дәрес ҡалдырмай, уларҙа әүҙем ҡатнаша, иғтибарлы була, һорауҙар бирә, төпсөнә. Лаборатор-ғәмәли занятиеларға ҙур теләк менән йөрөй, техника янында мөкиббән китеп тора. Тора-бара «өслө»ләре лә бөтә һәм фәҡәт «дүртле» һәм «бишле»ләргә генә өлгәшә башлай. Синыф етәксеһе Муса Байназаровтың һөйләүенсә, ул эшһеҙ тора алмаған, йыш ҡына ололарға ярҙамға барырға үҙе теләк белдергән, эшһөйәрлеге, ихласлығы менән айырылып торған. Ата-әсәһе лә, лицейға килеп, улдарының уҡыуы һәм тәртибе менән ҡыҙыҡһынып торған.
    Производствоға өйрәтеү мастеры Булат Әбсәләмов та уның техника йәнле, беркетелгән техниканы ентекләп таҙалап, йыуып, майлап ҡуйыуға әүәҫ булыуына һоҡлана.

    авторы: Нур | 21 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Колумбияға барыу өсөн виза кәрәкмәй
    Ошо көндән башлап Колумбия Рәсәй граждандары өсөн визаһыҙ режим индерә. Бындай ҡарар март башында уҡ ҡабул ителә. Илдең Сит ил эштәре министрлығының тейешле документында билдәләнеүенсә, визаһыҙ режим Рәсәй граждандарының өс төр категорияһы өсөн индерелә: туристарға, техник белгестәргә һәм ваҡытлыса килеүселәргә. Улар 90 көнгә тиклем ваҡыт арауығына килгәндә генә илгә визаһыҙ үтә ала.
    Колумбия дипломаттарының хәбәр итеүенсә, рәсәйҙәр өсөн визаны бөтөрөү тураһындағы ҡарар беҙҙең илдән туристар ағымын арттырыу маҡсатында ҡабул ителә. Әлегәсә билдәле һандар буйынса, йыл һайын Колумбияға 10 меңгә яҡын Рәсәй турисы килә.

    авторы: Нур | 21 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 64 йыл тулыуҙы байрам итеү уңайынан баш ҡалалағы Еңеү паркында «Мәңгелек ут»ҡа сәскәләр һалыу тантанаһынан һуң республика Хәрби Дан музейында һуғыш ветерандарына фатир асҡыстары тапшырыласаҡ. Байрам уңайынан 64 ветеран яңы фатирға эйә буласаҡ. Үткән өс йылда баш ҡаланың һуғыш ветерандарына 83 фатир бирелгән.

    авторы: Нур | 21 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәр бала туған телендә белем алырға хоҡуҡлы Яңылыҡтар » Иғтибар

    Уҙған шәмбелә баш ҡаланың Рус дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда милли белем биреүҙе һәм милли мәҙәниәтте яҡлап митинг үтте
    Һәр бала туған телендә белем алырға хоҡуҡлы
    Митингыла республикабыҙҙың милли йәмәғәт ойошмалары – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Урал башҡорт халыҡ үҙәге, Башҡорт йәштәре иттифағы, сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте, украиндарҙың Кобзарь милли-мәҙәни автономияһы, Р. Ғамзатов исемендәге Дағстан милли-мәҙәни үҙәге, Рамаҙан төрки милли-мәғрифәтселек үҙәге, Ала-Тоо ҡырғыҙ мәҙәниәте үҙәге һәм башҡалар федераль дәүләт мәғариф стандартында милли төбәк компонентын ҡалдырыу өсөн сығыш яһаны.

    авторы: Нур | 21 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәйерле юл һеҙгә, умартасылар! Мәғәриф

    БашҠортостан мәғарифты үҫтереү институтының башланғыс һөнәри белем биреү кафедраһы Өфө районының Михайловка ауылындағы 83-сө һөнәрселек училищеһы базаһында «Буласаҡ умартасыларҙы һөнәри бәйгегә әҙерләү» темаһына семинар-кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Күгәрсен районының 90-сы һөнәри белем биреү лицейы, Көйөргәҙе районының Маяҡ ҡасабаһындағы 100-сө, Баймаҡтағы 105-се, Шарандағы 148-се һөнәри белем биреү училищеһының инженер-педагогтары Ләлә Ғәлимова, Михаил Румянцев, Сәмиғулла Йәнбәков, Евгений Докин, Юрий Багров, Сәриә Хөсәйеновалар ҡатнашты.

    авторы: Нур | 21 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡ арҙаҡлы улын онотмай Мәҙәниәт

    Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе урта мәктәбендә билдәле ғалим Зиннур Ураҡсин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
    Халыҡ арҙаҡлы улын онотмай
    Көйөргәҙе районының Мораптал ауылын үтеп, көньяҡ-көнсығышҡараҡ барған һайын күҙ алдында дала иркенлеге йәйелә бара. Ялан Мәҡсүте, Владимировка, Аллабирҙе ауылдарында ла ошо иркенлек йорттарҙың киң ихаталарҙа ҡолас йәйеп ултырыуын күрһәтә. Был ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең күңелендә лә шундай уҡ ялан иркенлеге: ете ят кешеләр, йәғни беҙҙең менән, бик ихлас йылмайып, эскерһеҙ, итәғәтле итеп аралаштылар, көтөлгән тантана тураһында үҙҙәренең асыҡ фекерҙәре менән уртаҡлаштылар. Ә фекерҙәр Ырымбур өлкәһенең Башҡортостаныбыҙҙың Күгәрсен, Ейәнсура райондары менән сиктәш кенә урынлашҡан Төйлөгән районының берҙән-бер башҡорт теле уҡытылған Аллабирҙе дөйөм белем биреү урта мәктәбенә, башҡорттарҙың күренекле зыялыларының береһенең яҡты иҫтәлеген хөрмәтләп, таҡтаташ ҡуйыу сараһына ҡарата булды.

    авторы: Нур | 21 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хорау-яуап ---

    Ниңә урмансыларға ер юҡ?
    Хөрмәтле «Йәшлек» гәзите редакцияһы!
    Беҙ, Баймаҡ районының Этҡол урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, һеҙгә үтенес менән мөрәжәғәт итәбеҙ: беҙ йәшәгән ауылда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе хосусилаштырыу буйынса ауылдаштарыбыҙҙың йыйыны булды. Уның һөҙөмтәһендә, әле ауыл хужалығында эшләүселәр (һауынсылар, механизаторҙар һәм башҡалар), шулай уҡ хужалыҡта эшләмәүселәр – пенсионерҙар, уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең ер өлөшөн бушлай алды. Ә беҙгә, урман хужалығы эшселәренә, пай бирмәнеләр, уларҙың аңлатыуынса, был урмансыларҙың ауыл хужалығында эшләмәүенә бәйле. Баймаҡ район һәм ҡала хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ, әммә улар ҙа, беҙгә ер пайы тейеш түгел, тип иҫбат итә.

    авторы: Нур | 21 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru