Дәртең булмаһа, дарманың булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • «Урал моңо» Салауат hәйкәленән башлана
  • Өс һөйләм менән
  • Дәрестә
  • Иман
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Ателье астым, Африкаға бараһы ҡалды!» Иҡтисад

    Хыялына тоғро ҡыҙ яйлап ҡына маҡсатына табан бара
    «Ателье астым, Африкаға бараһы ҡалды!»
    – Уҡыуҙы тамамлағас та, ауылыма ҡайтып, ателье асасаҡмын һәм киләсәктә мотлаҡ Африкаға барып ҡайтасаҡмын, – тип хыял иткән Балаҡатай районының Яңыбай ауылы ҡыҙы Айгөл Шакированың пландарын күптәр етди ҡабул итмәй. Йәш кенә ҡыҙҙың Наполеондарса хыялы бергә уҡыған иптәштәренең йөҙөндә лә тик пессимистик йылмайыу ғына уята. Әммә ныҡышмал, эшһөйәр, ҡул эшенә оҫта ҡыҙ маҡсатына тоғро ҡала һәм, Өфө ҡалаһының 38-се һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәрен үҙләштергәс, ауылына ҡайтып, ателье асып ебәрә.

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һуңғы ҡыңғырау тантанаһын «Йәшлек» гәзите һәм билдәле йырсылар Яңылыҡтар » Иғтибар

    Улайһа, «Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсына тиҙерәк ҡушыла һалығыҙ!
    Һуңғы ҡыңғырау – үҫмер саҡтың, мәктәп йылдарының иң сағыу, иң тулҡынландырғыс һәм иң иҫтәлекле байрамдарының береһе. Быйыл иһә уны тағы ла матурыраҡ, тағы ла сағыуыраҡ итеп үткәреү мөмкинлеге бар. «Һәр уҡыусыға – бер республика гәзите, бер республика журналы!» акцияһы сиктәрендә «Йәшлек» гәзите яңы конкурс иғлан итә.

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Эльвираға булды бүләк –милли күлдәк! Яңылыҡтар

    Эльвираға булды бүләк –милли күлдәк!Баймаҡ һөнәрселек үҙәге билдәле топ-моделгә халҡыбыҙҙың милли күлдәген бүләк итмәксе
    Халҡыбыҙҙың матур йолаһы бар. Күлдәк кейҙерешеү... Лайыҡлы ҡунағыңа ҡәҙер-хөрмәт, ихласлыҡ күрһәтеү билдәһе ул. Шуның ише, «Йәшлек» гәзитенең 45-се һанында баҫылған Нью-Йорк, Токио, Париж агентлыҡтарының топ-моделе Эльвира Хисаева менән әңгәмәне уҡып, Баймаҡ һөнәрселек үҙәге генераль директоры Илшат Вилүр улы Рәхимғолов донъя кимәлендә танылған яҡташыбыҙға халҡыбыҙҙың милли кейемен бүләк итеү тәҡдиме менән сыҡты. Тимәк, милли кейемең булып, сит илдә фотосессия ойоштороп, донъя подиумына алып сыҡһаң ине ул, тип хыял иткән башҡорт ҡыҙының теләге Баймаҡ һөнәрселек үҙәге ярҙамында тормошҡа ашасаҡ.
    Матурлыҡҡа ғашиҡ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ихтирам менән ҡараған булдыҡлы замандашыбыҙға рәхмәттән башҡа ни әйтәһең! Рәхмәт, Илшат Вилүр улы!

    Р. КҮСЕМХАНОВА.

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек эше гөрләй Яңылыҡтар

    Хөкүмәт йортонда БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендә 2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса БР Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссияның тәүге ултырышы уҙҙы.

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡ һаулығы – иғтибар үҙәгендә Яңылыҡтар

    21 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов эш сәфәре менән Бишбүләк, Миәкә, Стәрлебаш һәм Стәрлетамаҡ райондарында булды. Республика башлығы һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү мәсьәләләренә һәм Республика Советының һаулыҡ һаҡлау буйынса күсмә ултырышына әҙерлек барышына иғтибар бүлде.

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тамыры ныҡ ағас ҡоромай Мәғәриф

    Илеш районының барлыҡ мәктәптәрендә лә Шәжәрә байрамдары үткәрелә
    Һәр береһе сараға үҙенсә әҙерләнә: материалдар туплай, эҙләнә, тарих төпкөлөнә ҡараш ташлай. Күптән түгел миңә лә оло байрамдың – күркәм тантананың шаһиты булырға тура килде. Халҡыбыҙҙың тарихи юлын, үткәнен сағылдырған әйберҙәр менән матур итеп биҙәлгән зал. Үрге Йәркәй 1-се гимназияһының тамаша залында уҡыусылар ҡайнаша.

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Һауа торошо аныҡ билдәләнәсәк
    Быйыл Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралыҡты ҡайтанан йыһазландырыу көтөлә.
    «Башгидромет» начальнигы Юрий Феропонтовтың хәбәр итеүенсә, ҡорамалдарҙы һатып алыуға аҡсаны Бөтә донъя метеорология ойошмаһы бүләсәк. Республика өсөн һауа, тупраҡ температураһы, сағыштырмаса дымлылыҡ, елдең тиҙлеге һәм йүнәлешен приборҙар ярҙамында билдәләйәсәк 32 ярым автомат метеостанция һатып алынасаҡ.

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Көрсөк министрҙарҙы ҡыҫҡарта
    Ирландияның Премьер-министры Брайан Коуэн илдең дәүләт министрҙарын отставкаға ебәргән.
    Яңы министрҙар ошо көндәрҙә тәғәйенләнергә тейеш, әммә уларҙың һаны 20-нән 15-кә тиклем ҡыҫҡарасаҡ. Был сара Министрҙар Кабинеты эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә һәм милли ҡаҙнаның сығымдарын кәметеүгә йүнәлтелгән. Биш министр вазифаһын бөтөрөү иҫәбенә йылына ике миллион ярым евроны экономияларға уйлайҙар

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru