Кем эшләмәй, шул ашамай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Донъя яңылыҡтары
  • Беренсе мөхәббәт
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Һорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Әсәй, Айсулпан телевизорҙан сыҡҡан!» Яңылыҡтар » Конкурстар

    йәки «Тамыр»ҙың ете айлыҡ сабыйҙан алып 70 йәшлек инәйҙәргә тиклем ҙур байрамға йыйғаны
    «Әсәй, Айсулпан телевизорҙан сыҡҡан!»
    «Ай, әттәгенәһе, бынау хәтле халыҡ! Ете айлыҡ сабыйҙан алып етмеш йәшлек инәйҙәргә хәтле-е-ем! Нисек кенә күңелегеҙҙе күрәйем дә, нимә алып нимә ҡуяйым», – тип аптыранды Тыр-тыр, залдағы тамашасыларҙың күплегенә хайран ҡалып... Ниндәй тамаша хаҡында һүҙ барғанлығын аңлағанһығыҙҙыр, моғайын. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Тамыр» студияһы ойошторған байрамда беҙ бөгөн.

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төҙөлөш баҙарында – яңы тауар Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, «Уралтехнострой» корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһында булып, төҙөлөш материалдарының яңы төрө – сэндвич-панелдәр етештереү менән танышты.

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баҙар хаҡтары Иҡтисад

    Еләк тә бар
    Баҙарҙарҙа, махсус магазиндарҙа әле орлоҡ һатыуҙың иң ҡыҙған мәле, уның бәләкәй генә ҡаптарҙағыһын 7 – 10 һумға алырға мөмкин. Орлоҡтарҙың ниндәйе генә юҡ, иртә өлгөргәне, ҡышҡа тиклем сыҙағаны, бал ҡорттары ярҙамында ғына һеркәләнгәне, һыу яратҡаны, ҡояшты үҙһенмәгәне һәм башҡалар. Ярай әле, һатыусылар үҙҙәре үк алыусыларға матур итеп аңлатып тора – орлоҡ һатыуҙың дәүләттең етди контроле аҫтында булыуы үҙенекен итә!
    Түбәндә хаҡтар баш ҡаланың Үҙәк баҙары миҫалында бер килограмға 24 апрелгә ҡарата бирелгән:

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һеҙ – беҙгә, беҙ һеҙгә кәрәк! Яңылыҡтар » Конкурстар

    Учалы районының Ураҙ агролицейында республика акцияһын әүҙем күтәреп алдылар
    Һеҙ – беҙгә, беҙ һеҙгә кәрәк!
    – Уҡыусылар, кемегеҙ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн гәзит-журналдарҙы алдырып уҡый? – тип һорап өлгөрмәнем, Учалы районы Ураҙ агролицейының алтынсы синыф уҡыусылары дәррәү ҡул күтәрҙе:
    – Беҙ!
    – Һис тә аптырамағыҙ, – алтынсыларҙың синыф етәксеһе Мәүлитбай Ғиниәтуллин шуҡ йылмайҙы. – Тотош синыфыбыҙ менән «Аманат» журналына яҙылғанбыҙ бит.
    – Ә «Йәшлек» гәзитенә яҙылғандар бармы арағыҙҙа? – баҫмабыҙҙы даими уҡып барырға бәләкәсерәк икәндәрен беләм, ә шулай ҙа һорамайынса булдыра алмайым.
    – Мин, апай, мин «Йәшлек» гәзитен уҡыйым!

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    ПУТИН ҠӘНӘҒӘТ ТҮГЕЛ
    РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин Хөкүмәттең закон проекттарын һәм акттарын әҙерләү эшен яй алып барыуын таныны һәм тәнҡит һүҙҙәрен еткерҙе.
    Бынан ары был эшкә депутаттар, эксперттар һәм йәмәғәтселек араһынан кадрҙар йәлеп итәләсәк. Бындай сара закондарҙы ҡабул итеү эшен генә түгел, ҡабул иткәс, уларҙы тиҙерәк тормошҡа ашырыу мөмкинлеге лә бирәсәк. В. Путиндың фекеренсә, закон проекттарын тикшереү буйынса нуль тәжрибәһен индереү закон ижад итеү процесын һөҙөмтәлерәк итәсәк.

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Һаулыҡ һаҡлау – төп бурыс
    Башҡортостанда Свердловск өлкәһе Һаулыҡ һаҡлау министрлығының әсәләргә һәм балаларға медицина ярҙамы ойоштороу бүлеге начальнигы Светлана Татарева менән өлкәнең ғаиләне планлаштырыу үҙәгенең баш табибы Елена Николаева булды. Сәфәр Башҡортостан Республикаһы һәм Свердловск өлкәһе хөкүмәттәре араһында ҡул ҡуйылған Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә ойошторолдо.
    Ҡунаҡтар Республика перинаталь үҙәгендә булып, уның белгестәре тарафынан эшләнгән Ауырлы ҡатындар сәләмәтлеге мониторингы Интернет-системаһы һәм уны республика дауалау-профилактика учреждениеларында индереү һөҙөмтәләре менән танышты

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БАЛЫҠ ТОТҺАҢ, БЕЛЕП ТОТ! Яңылыҡтар

    Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың «Волга-Каспий балыҡ хужалығы бассейны өсөн балыҡ тотоу ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында» бойороғо көсөнә инеүгә бәйле, БР Хөкүмәтендә балыҡ тотоуҙың яңы ҡағиҙәләре тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйылды.

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Башҡортостан

    Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 13-сө ултырышында 2009 йылдың 1 ғинуарынан мәрхүмде ерләгәндә түләнгән социаль пособиеның күләмен 1 мең һумдан 4600 һумға тиклем күтәрергә ҡарар ителде. Әгәр кеше үлер алдынан эшләмәгән һәм пенсионер ҙа булмаған икән, уны ерләү Рәсәй Федерацияһы бюджеты иҫәбенә башҡарыла. Шулай уҡ ҡатын ауырға ҡалғандан һуң 196 көндән дә күберәк ваҡыт үткәс, балаһы үле тыуғанда, сабыйҙы дәүләт иҫәбенә ерләйәсәктәр.

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru