Иренгән эш һөймәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Наркомандар ҡартаймай, улар йәшләй үлә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Һуңғы ҡыңғырау сыңы, тынлыҡ ярып, киләсәккә бирҙе фатиха
  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән! ---

    Ҡәҙерле ватандаштар!
    Һеҙҙе ихлас күңелдән Беренсе Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлайым!
    Был көн күңелгә күтәренке кәйеф, яҡты ышаныс өҫтәгән ғаилә байрамына әүерелде. Ул – Тыуған илебеҙҙең данлы тарихына байҡау яһау, оло быуындың хеҙмәт ҡаҙаныштарын тәрән ихтирам менән иҫкә алыу мөмкинлеге лә.
    Башҡортостан барлыҡ ҡала һәм ауылдарҙың хеҙмәт коллективтарының фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһы үҫешенә тос өлөш индерә. Был ҡатмарлы заманда ла киләсәккә ышаныс менән ҡарарға, халыҡ мәнфәғәтен, йәшәү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән иҡтисади, социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа эҙмә-эҙлекле эшләргә нигеҙ бирә.
    Барығыҙға ла сәләмәтлек, именлек һәм бәхет теләйем. Ватаныбыҙ хаҡына хеҙмәтегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар юлдаш булһын!
    Башҡортостан Республикаһы Президенты М. РӘХИМОВ.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә ---

    Яҙ иртә килгән кеүек булһа ла, көтмәгәндә һауа температураһының түбәнгә тәгәрәп, тирә-яҡтың йәшелләнә башлаған сағында ер өҫтөн ҡар ҡапланы. Инде көтөүгә сыҡҡан мал, кире аҙбарға инеп, кипкән бесән көйшәргә мәжбүр. Шул рәүешле ҡыш үҙ ваҡытында яуҙырмаған ҡарын яҙ еткәс килтереп һалырға булды, күрәһең. Әммә яҙ ҡояшы бер һирпелеп ҡарауы булды, ҡар әҫәрен тиҙ арала юҡҡа сығарҙы.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Баҡсаға юлланып, бүләк ал!
    Май байрамдары алдынан Спутник 107FM радиостанцияһы Барыһы ла – баҡсаға тип исемләнгән дөйөм халыҡ акцияһы ойошторҙо.
    Баҡсасылар һәм тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратыусылар өсөн тәғәйенләнгән был сара бөгөнгө көн аҙағына тиклем дауам итәсәк. Ҡатнашыусылар өсөн бик күп бүләктәр әҙерләнгән. Улар – үҫентеләр, орлоҡтар, баҡса кәрәк-яраҡтары, ашламалар һәм башҡа файҙалы нимәләр.
    Акцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн һеҙгә ни бары көньяҡҡа табан ҡала ситенә сәйәхәткә юлланырға һәм Спутник 107FM радиоһын тыңларға кәрәк. Ә бүләкле булыу өсөн Мин Спутник 107FM радиоһын тыңлайым тигән асҡыс һүҙен әйтеү ҙә етә.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туғыҙынсы тапҡыр еңәләр Яңылыҡтар

    21 – 24 апрелдә Мәскәүҙә «Рәсәй мәғарифы ынйыһы» тип аталған Бөтә Рәсәй мәғариф форумы үтте.
    Унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән белем биреү учреждениелары ҡатнашты. Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты был форумда йыл да әүҙем ҡатнаша. Форум сиктәрендә үткән «Мәғарифта – инноватика» конкурсында институттың мәктәпкәсә һәм мәктәп алды белем биреү һәм тәбиғи-география фәндәре кафедралары лауреат булды. Тәбиғи-география фәндәре кафедраһы был конкурста инде туғыҙынсы йыл рәттән еңеү яулай. «Инновация проекттары 10 критерий менән баһалана. Уларҙың һәр береһендә иң күбе 10 балл йыйырға мөмкин. Беҙҙең кафедраның эше иһә шуларҙың барыһы буйынса ла иң юғары балл менән баһаланды», – ти кафедраның етәксеһе, педагогия фәндәре докторы Булат Юнысбаев.
    С. ЛОТФУЛЛИНА.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Ядро бомбаһы менән ҡурҡыта
    Төньяҡ Корея, әгәр БМО унан рәсми рәүештә ғәфү үтенмәһә, тағы ла бер тапҡыр үҙенең ядро бомбаһын һынап ҡараясаҡ.
    Был турала КХДР-ҙың Үҙәк мәғлүмәт агентлығы белдерҙе: «Әгәр яңыраҡ ракета осорғаныбыҙҙы ҡаты тәнҡитләгәне һәм беҙгә ҡаршы төрлө санкциялар ҡабул иткәне өсөн БМО беҙҙән рәсми рәүештә ғәфү үтенмәһә, үҙебеҙҙең хәүефһеҙлек көстәребеҙҙе арттырыр өсөн өҫтәмә саралар күрергә мәжбүр буласаҡбыҙ.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алдынғы уҡытыусылар бүләкләнде Мәғәриф

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы һәм уның сиктәрендә үткәрелгән «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һәм «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурстары лауреаттарына Башҡортостан Республикаһы Президенты премияларын биреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дәлилһеҙ яла яғыу – алдаҡсылар эше Сәйәсәт

    Зәки Вәлидиҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге ныҡлап өйрәнелергә тейеш
    Һуңғы ике аҙна эсендә генә лә, бер үк ваҡытта тиерлек, бер нисә гәзиттә Әхмәтзәки Вәлиди Туған тураһында «шаҡ ҡатырғыс яңылыҡтар» баҫылып сыҡты. Имеш, ул Икенсе Донъя һуғышы йылдарында фашистар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән, ә бөгөн башҡорттар уны асыҡтан-асыҡ үҙенең бөйөк шәхесе итеп күтәреп сыҡты. Нимәгә таянып эш итә был «дөрөҫлөктө табыусылар», ниндәй документтар бар һәм, ғөмүмән, беҙҙең тарихсылар был турала ни әйтер Ошо һорауҙарға яуап биреү маҡсатында Зәки Вәлиди тормошон өйрәнеүсе белгестәр – тарих фәндәре докторы, профессор Марат Ҡолшәрипов, тарих фәндәре кандидаты, РФА Тел һәм әҙәбиәт тарихы институты хеҙмәткәре Марсель Фархшатов, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов һәм Зәки Вәлидиҙең һеңлеһе Нурия Килмөхәмәтовалар менән журналистарҙың осрашыуы ойошторолдо.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Башҡортостан

    «Росстат»тан алынған мәғлүмәттәр буйынса, йылдың тәүге кварталында Рәсәйҙә дөйөм майҙаны 10,4 миллион квадрат метр тәшкил иткән 114,4 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Ә Башҡортостан, Рәсәй буйынса файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ майҙанының 2,5 процентын төҙөп, был тармаҡ буйынса Рәсәйҙә иң әүҙем ун төбәк иҫәбенә ингән. Ил буйынса иң күп торлаҡ Мәскәү өлкәһендә тапшырыла.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru