Йәй эшләмәһәң, ҡыш ашарға тапмаҫһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Берҙәмлек һәм рух тәрбиәләне[/b]
  • Атайсал, тип янған йөрәктәр
  • Дайджест
  • Ниңә шулай?
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өс һөйләм менән Башҡортостан

    Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «XVIII быуаттың тәүге яртыһында Башҡортостан. Тау заводтары» тигән яңы экспозициялар залы асыла. Унда Ырымбур экспедицияһы ғалимдарының уникаль карталары, металлургия заводының макеты, башҡорттарҙың мәғдәнселек менән шөғөлләнеү традицияларын күрһәтеүсе документтар урын алған. Милли музей үҙе биш бүлектән тора, эсенә 34 залды ала, музей фондтарында 130 меңдән ашыу экспонат һаҡлана.

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡтыкүлгә – яҡшы юл! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Баш ҡалаға һыйынып ятыусы Ҡырмыҫҡалы районының Яҡтыкүл ауылы халҡы әле һаман, егерме беренсе быуатта ла, юлһыҙ интегә
    Рәсәйҙә ике проблема бар, тиҙәр: береһе – алйоттар, икенсеһе – юлдар. Тәүгеләре тураһында фәлсәфә ҡуйыртыу артыҡ булыр, шуға ла бәләкәй генә бер ауыл нигеҙендә юлдар проблемаһына бер ҡараш ташлайыҡ. Юлдарҙы кеше организмының төп йәшәйеш селтәре – ҡан тамырҙары менән сағыштырыу урынлы. Ҡан тамырҙары сәләмәт булһа, ҡан бөтә органдарға барып етә, уларҙы кислород менән тәьмин итә, ә юлында ҡаршылыҡтар осраһа, организм сиргә дусар була, хәлһеҙләнә. Юлдар ҙа, ҡан тамырҙары шикелле, халыҡ көнитмешенең, йәшәйеш сифатының төп күрһәткесе. Улар ни тиклем сифатлы төҙөлә, ни тиклем тигеҙ һәм ыҫпай һалына, юл алып барған төбәктә йәшәүсе халыҡтың да тормошо шул тиклем яҡшыраҡ. Был һүҙҙәрҙе Ҡырмыҫҡалы районының бәләкәй һаналған ауылдарының береһе – Яҡтыкүл ауылы миҫалында ла асыҡ күрергә мөмкин.

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй Башҡортостан » Милли проекттар

    Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй
    Тәржемәсе, кинодраматург Зөһрә Бураҡаева, рәссам Арыҫлан Бикбаев һәм М. Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театры актеры Зөлфәр Әхмәтовтарҙың был башланғысы ҙур хуплауға лайыҡ. Ни өсөнмө? Уйлап ҡарайыҡ әле, бөгөн әҙәбиәт, һынлы сәнғәт, театр, музыка өлкәләрендә иркен йөҙөүсе һәм ҡанат үҫтереүсе башҡорт йәштәренең берҙәм булып йыйылышып, фекер алышыу урыны бармы? Дүшәмбегә тиклем юҡ ине. Теге йәки был өлкәләге уңыштарҙы бергә йыйылып уртаҡлашыу, етешһеҙлектәрҙе уртаға һалып һөйләшеү бит уларҙың артабанғы үҫешенә, сәскә атыуына ғына килтерә түгелме?!

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ерҙең тәүге картаһына 65 миллион йылмы? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ерҙең гидроһурғысы
    Ерҙең тәүге картаһына 65 миллион йылмы?
    Плиталағы һүрәт бер иш мөйөшлө төҙөк күп ҡырҙан ғибәрәт. Ҡайһы бер «ярыҡтар»ҙың бер яғының һүрәте юйылған кеүек. Әйтерһең дә, йылғаларҙың йыуылған ярҙары йәки каналдары тиерһең. Өҫтәүенә, Төньяҡ ярымшарҙағы кеүек итеп. Картаға берәй гидротехник система төшөрөлмәгәнме икән, тигән шик тыуҙы. Каналдарҙың дөйөм оҙонлоғо – 12 мең километр. Һәм улар Ерҙең әйләнеү иҫәбенә һыу ағырлыҡ итеп эшләнгән. Был математика күҙлегенән раҫланды.
    Әйткәндәй, каналдар өсмөйөшлө, бөгөнгө кеүек тура мөйөшлө йәки трапеция формаһында түгел. Иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, өсмөйөшлө каналдар тулҡындарҙы баҫа, һәм һыу ағымы кәмей. Бындай формалағы каналдар карап йөрөр өсөн уңайлы.

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең күргәндәрҙе яҙып та, һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел Башҡортостан » Хәтер

    Беҙҙең бала сағыбыҙ һуғыш осорона тура килеп, ас-яланғас, 7 – 8 йәштән, әсәйҙәребеҙгә ярҙам итәбеҙ тип, бар хәлебеҙсә эшләп үҫтек. Күргәндәрҙе яҙып та, һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Һуғыштан ҡайтмаған атайҙарҙың балалары бер ниндәй ҙә яҡлау күрмәне. Ярай, ҡайтҡандарға хөкүмәт тарафынан хөрмәт ҙур булды, уныһы ҡыуаныслы. Ҡайттылар ҙа, сатанмы-сулаҡмы, төрлө ерҙә етәксе, бер өйөр етем бисәгә хужа булып, эшкә егелделәр, балалар үҫтерҙеләр, өй һалдылар, ситән үрҙеләр. Ә беҙ йәшенеп ҡарап торһаҡ, сәсебеҙҙән һыйпап: «Һеҙҙең дә атайҙарығыҙ тиҙҙән ҡайтыр», – тип алдаштырҙылар.

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек.ру» порталы ағзаһы – Германия кинооператоры Анастасия Башҡортостан тауҙары тураһында фильм төшөрмәксе Мәҙәниәт

    Әлегә ул башҡорт телен өйрәнә
    «Йәшлек.ру» порталы ағзаһы –  Германия кинооператоры Анастасия Башҡортостан тауҙары тураһында фильм төшөрмәксе
    Ғәжәп, элек-электән башҡорт иленә, еренә, халҡына ҡағылышлы тарихи мәғлүмәттәр ниңәлер үҙ милләттәштәребеҙҙән бигерәк сит милләт вәкилдәрен ҡыҙыҡһындырған. Рыбаков, Руденко, Крашенинников кеүек ғалимдар киләһе быуын өсөн туплап-яҙып ҡалдырған тарихи мәғлүмәттәр әле ҡайһылай ярап ҡала беҙҙең тарихсыларға һәм башҡа өлкә белгестәренә.

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һуғыш йылдары комсомолдары Башҡортостан » Хәтер

    Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көндө төнгә ялғап эшләне
    Һуғыш йылдары комсомолдары
    Ауылға яҙ килде: яңы тормош башланды. Утыҙынсы йылдарҙа райондың бөтә ауылдарында ла колхоздар төҙөлдө. Ауыл хужалығын коллективлаштырыуҙа машина-трактор станциялары эргәһендәге политбүлектәр күп яҡлы эш башҡарҙы. Башҡорт халҡының легендар батыры Салауат Юлаевтың тыуған төйәгендә 1933 – 1934 йылдарҙа МТС ойошторолғайны. 1934 йылдың яҙында тәүге тракторҙар килде, йәш механизаторҙар әҙерләнде. «Алға» ауыл хужалығы артелендә, мәҫәлән, беренсе тракторға Хәйрулла Ибраһимов ултырҙы. Әбүбәкиров, Кәлим Ғәйфуллин, Нурмеев, Динисламов, Нәжипов, Әхтәров кеүек егеттәр ҙә тракторсы һөнәренә өйрәнде. Әммә яңы тормош ҡороу еңелдән булманы. Ул кулактарҙың, уларҙың ҡуштандарының аяуһыҙ ҡаршылығына осраны. Кулактар игендәрен йәшереүҙе, күмәк хужалыҡҡа ҡоротҡослоҡ итеүҙе дауам итте. Утыҙынсы йылдар башында улар баҫмасыларға ҡаршы алышта Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булған, ауылына ҡайтып, ең һыҙғанып яңы тормош төҙөүгә тотонған комсомолец Ризай Хисаметдиновты йыртҡыстарса үлтерҙе.

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алыҫ араларҙы яҡынайтып... Мәҙәниәт

    3 – 25 апрелдә Өфөлә Томск ҡалаһы башҡорт рәссамдарының Эрик Дүсмәтов (1949 – 2009) иҫтәлегенә арналған күргәҙмәһе үтә
    Ә кем һуң ул Дүсмәтов? Сығышы менән Борай районы егете Эрик Имаммөхәмәт улы Дүсмәтов, профессиональ рәссам кимәленә күтәрелгәс, Томск ҡалаһына эшкә саҡырыла, артабан ювелир әйберҙәр эшләү оҫтаһы Рәсәй Рәссамдар союзының ағзаһы һәм уның Томскиҙағы ойошмаһы идараһы рәйесе булып китә.

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru