Изге эштең иртәгеһе яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Хужалары булғас башлы, эштэре бара яҡшы
  • Яңылыҡтар
  • Ғәфү итеүгә тәүге аҙым
  • “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ысын тауышлы сығышты тыңлауы ла күңелле Мәҙәниәт

    Ысын тауышлы сығышты тыңлауы ла күңелле
    Яҙ етеп, көндәр йылыныу менән баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда йыл да башҡорт йәштәре өсөн концерт үтә. Уны йәштәр үҙҙәренсә пятачокты асыу тип тә атай. Унда, ғәҙәттә, башҡорт эстрадаһының йәш башҡарыусылары сығыш яһай. Былтырғы һәм унан алдағы йылдарҙағы сараның шаһиты булараҡ, шуны билдәләр инем: йәштәр араһында танылыу яулаған башҡарыусыларҙың күбеһе сәхнә буйлап ырғаңлап, ауыҙ асып-ябып ҡына яһалма йырлап, үҙ миссияларын еңел генә башҡарып килде. Йәштәр уларҙың ялғанлағанын аңламай буламы һуң инде. Тик тере булһа ла, ялған булһа ла, тауыш сыға, күңелле көй ағыла бит. Ә асыҡ һауала күңел асыуға һыуһаған йәштәр булғаны менән дә ҡәнәғәт.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҮӘТ, ШЕШЛЕК! ---

    ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
    Дуҫтар, туғандар менән йыйылып, тәбиғәткә сығырға ниәтләһәң, башҡа ниндәй уй килә? Шешлек әҙерләү, әлбиттә! Бөгөн беҙ һеҙгә еңел әҙерләнгән, ябай, әммә тәмле шешлек рецептарын тәҡдим итмәксебеҙ. Алдан уҡ шуны билдәләге килә: шешлекте аш һеркәһе менән әҙерләү ысулы күптәр өсөн өйрәнелгән һәм еңел тойолһа ла, беҙ бындай ысулдан ҡасырға кәңәш итәбеҙ. Унһыҙ ғына әҙерләп ҡарағыҙ – һөҙөмтә бик шәп буласаҡ!

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ялы ла, эше лә танһыҡ ---

    Яҙҙың иң матур, саф көндәрендә ҡалалағы тынсыу йортҡа ғына һыйып ултырып буламы һуң – күңел тәбиғәткә, баҡсаға, ауылға тартыла. Яҙҙың эше лә, байрамдары ла танһыҡ, әйтерһең дә, барса тәбиғәт менән бергә кешелек тә, ҡышҡы йоҡоһонан тамам уянып, яңы тормош башлай.
    Май байрамдарында кемдәр нимә менән шөғөлләнергә йыйына икән һуң? Ошо һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Иҡтисад та – ижади мөхит ул» Иҡтисад

    йәки Уға ҡарашты бик төптән яңыртыу талап ителә
    «Иҡтисад та – ижади мөхит ул»
    Быуаттар алмашынған дәүерҙә Рәсәй иҡтисадында барған тәрән үҙгәрештәр, бөгөнгө донъя иҡтисадының көтөлмәгәнсә тәрән көрсөккә батыуы иҡтисад фәне һәм иҡтисадсылар алдына күп кенә ауыр һорау ҡуя, фәндәге киң билдәле йәиһә аксиома рәүешендә ҡабул ителеп килгән тәғлимәттәрҙе, ҡанундарҙы үҙгәртергә мәжбүр итә, хатта уларҙы юҡҡа сығара. Беҙҙең Башҡортостандағы иҡтисад фәне вәкилдәре дәүер талаптарына яуап бирергә әҙерме? Улар иҡтисад фәненең бөтә донъя һәм Рәсәй кимәлендә барған яңы үҫеш этабында үҙ юлдарын табып, уның күтәрелеүен, заман талаптарына яуап биреүен тәьмин итеү өҫтөндә эш алып барамы? Хәҙерге иҡтисади көрсөктөң төп сәбәптәре нимәлә? Иҡтисад фәне күҙлегенән сығып ҡарағанда, Рәсәй иҡтисадының киләсәге нисек күҙаллана? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты беҙ БДУ-ның Сибай институтының иҡтисад факультеты деканы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Әҙеһәм Әғзәм улы Барлыбаев менән әңгәмәлә эҙләйбеҙ.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таймаҫтар акцияға ғына ҡарап тормай Яңылыҡтар » Иғтибар

    Таймаҫтар акцияға ғына ҡарап тормай
    Көйөргәҙе районының Рәшит Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ урта мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары республика баҫмаларына яҙылыуға бик етди ҡарай. Был хаҡта әллә ҡайҙан күҙебеҙгә ташланған мәктәп коридорындағы Йәшлек һәм Йәншишмә гәзиттәренә арнап эшләнгән планшеттар, китапханала мәктәп алдырған баҫмаларҙың тупланма-тупланма теҙелеп ятыуы ла һөйләй.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Һәр мәктәптә көтөп алалар Яңылыҡтар » Иғтибар

    Һәр мәктәптә көтөп алалар
    БР Мәғариф министрлығы һәм БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ менән берлектә үткәрелгән «Балалар һәм йәштәр матбуғаты аҙналығы» сиктәрендә Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мәктәптәрендә уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрергә булдыҡ. Беҙгә «Йәншишмә» һәм «Юшатыр» гәзиттәре редакциялары ла ҡушылды. Бергәләп күңеллерәк тә, уҡыусылар өсөн дә ҡыҙыҡлы. Сәфәребеҙҙе Күмертау ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназияһынан башланыҡ.
    Уҡыу йорто иң беренсе сиратта үҙенең иркенлеге, яҡтылығы һәм күркәмлеге менән иғтибарҙы йәлеп итте.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    67 йылдан һуң Башҡортостан » Хәтер

    Атайым, 1942 йылдың 24 мартында һуғышҡа алынып, ошо уҡ йылдың 28 июнендә (киткәненә өс ай тигәндә) һәләк була. «Извещение»һында «похоронен в районе с. Шолохово» тип әйтелгән, әммә унда районы ла, өлкәһе лә, республикаһы ла күрһәтелмәгән. Шолохово тигән ауыл илебеҙҙең көнбайышындағы дүрт өлкәлә бар икән. 28 йыл буйы хаттар яҙып эҙләй торғас, ниһайәт, атайымдың ҡайҙа һәләк булып, ҡайҙа ерләнгәнен белергә насип итте.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаҫ, Сәлимәкәй, ҡара ҡашыңа Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаҫ, Сәлимәкәй, ҡара ҡашыңа
    Халҡыбыҙҙың аҫыл йыры «Сәлимәкәй»ҙә, бик күп йөрөп илдә, күпте күрҙем, һиндәй һылыу һирәк донъяла, тигән юлдар бар. Башҡорт ҡыҙының матурлығын данлап, ҡыйғас ҡашына һоҡланып сығарылған йыр исемен йөрөтөү гәзитебеҙҙең бөгөнгө ҡунағы өсөн үҙе бер ғорурлыҡ. Йырҙа йырланғанса, ҡыйғас ҡашлы, нурлы йөҙлө сибәр, шуға өҫтәп аҡыллы ла үҙе. Хәйер, «Йәшлек» «Һылыуҡай» республика гүзәллек бәйгеһендә Сәлимә Тулыбаеваны юҡҡа ғына үҙ гүзәле тип атай буламы...

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru