Иренсәкте илсе итһәң, илеңә яу килтерер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • «Йәшел ҡалҡан»ға һаҡсыл мөнәсәбәт булырға тейеш»
  • Дайджест
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Их, төш кенә булһа икән... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    ... Мин бик һуңлап, 36 йәшемдә генә осраттым яратҡан кешемде. Биш йыл ярым бергә йәшәнек. Биш көндәй ҙә булмаған бергә үтелгән ғүмер юлы.
    Яҙмышым юлында осраған бик күп һынауҙан һуң, бәхетемде, мөхәббәтемде таптым, тип бик ҡыуанғайным...
    Ирем менән ғаилә ҡорғанда ике йәшлек ҡыҙым бар ине. Баламды үҙ балаһындай яратты, ҡыҙым атай наҙы татыны. Мин ауырға ҡалғас, иремдең ҡыуаныуы шул тиклем сикһеҙ булды. Тик ул ҡыуанысын... араҡы менән уртаҡлашты.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҙмышты һайлап алмайҙар Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Яҙмышты һайлап алмайҙар
    Ғүмер – мәл генә! Яңыраҡ бер танышымдың үҙ машинаһында юл һәләкәтенә осрауы иҫемә төшһә, тәнем зымбырлап китә һәм ирекһеҙҙән Хоҙайыма уны иҫән-һау ҡалдырғаны өсөн рәхмәттәремде уҡыйым. Машинаһы селпәрәмә килгән, ә үҙенә һәм янындағы кешеләргә, шөкөр, бер ни ҙә булмаған. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: кеше, бер ни ҙә уйламайынса, яйлап ҡына көйләп, машинаһында елдерә бирә һәм... ер аҫтынан ҡалҡҡандай, ҡаршыһына арба таҡҡан трактор килеп сыҡһын әле! «Эһ» тә итеп өлгөрмәгәндәр – машина трактор арбаһы аҫтына инеп тә киткән. Әгәр ҙә мәгәр... Тфү, тфү, насар уйҙарымдан тиҙерәк арынырға тырышам һәм Хоҙайыма бәхетһеҙлеккә юл ҡуймағаны өсөн рәхмәттәр әйтеп аҙарынам. Бәлки, Һинең был мәрхәмәтеңде иҫкәртеү тип ҡабул итергәлер? Юғиһә, иҫән-һау, теүәл булыуыбыҙға рәхмәт әйтер урынға тик торған ерҙән яҙмышыбыҙға, тормошобоҙға, ваҡ-төйәк ауырлыҡтарға, етешһеҙлеккә зарлана башлайбыҙ...

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шәхси хужалыҡ ---

    Ҡыяр менән кишер дуҫмы?
    Кишер элек кәбеҫтә сәселгән түтәлдәрҙә шәп үҫә, ә инде ҡыҙыл сөгөлдөр петрушка һәм пастернактан һуң ултыртылғанда мул уңыш бирә. Ошондай ябай ғына ҡағиҙәләрҙе белһәң, ысынлап та, мул уңыш алырға мөмкин.
    Ҡыҫҡаһы, баҡсала ҡайҙа һәм ҡасан ниндәй йәшелсә ултыртыуҙы алдан планлаштырыу осоро килеп етте. Шуныһы ла мөһим – йәшелсәләрҙе дөрөҫ тәртиптә сәсеү уларҙың мул уңыш биреүенә генә килтереп ҡалмай, үҫемлектәрҙе сирҙәрҙән һәм зарарлы бөжәктәрҙән дә һаҡлай.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡармаҡ Башҡортостан » Юбилейҙар

    БАЛЫҠҠА БАРАМ ӘЛЕ...
    Ҡармаҡ
    Оҙайлы ҡыштан һуң, ниһайәт, көткән яҙ ҙа килде. Ҡар иреп, йырлай-йырлай гөрләүектәр аҡты, йылы яҡтарҙан ҡоштар ҡайтты, ағастар йылыны һиҙеп уянған төҫлө.
    Тирә-яҡ йәнләнгән, йәмләнгән осорҙа хайуандар донъяһы ла яңырыу кисерә. Һыу аҫты хужалары – балыҡтар ҙа, йәнлектәрҙән ҡалышмаҫҡа тырышып, киләсәк быуынын хәстәрләү менән мәшғүл. Тап шул йәнлелек, йәмлелек, тереклек уянған осорҙа һунарсылар йәнлек, ҡош ауларға сыҡһа, балыҡсыларға, ҡармаҡтарын әҙерләп, яҙғы миҙгелде башларға ваҡыт етте.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ДӘҮЕР КАРТИНАЛАРЫ Мәҙәниәт

    ДӘҮЕР КАРТИНАЛАРЫ
    «Ватандаш»тың май һаны тышлығының биҙәлеше менән үк иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә – 1-се һәм 4-се биттәрендә рәссам Алексей Чернышевтың быға тиклем бигүк билдәле булмаған «Башҡорттар сәй эсә» һәм «Башҡортостан далаларында» картиналарынан репродукциялар урын алған. Картиналар тураһында тулы мәғлүмәтте Лилиә Бондаренконың «Картины времени» тигән мәҡәләһендә уҡырһығыҙ. Ул журналдың киләһе һандарында баҫыласаҡ.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ВАҠЫТТЫҢ ЯҢЫ САҠЫРЫУҘАРЫНА ЯУАП ИТЕП ---

    ВАҠЫТТЫҢ ЯҢЫ САҠЫРЫУҘАРЫНА ЯУАП ИТЕП
    Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе Фәрит ӘхмәҘиев һөнәр, буласаҡ форум һәм республиканың журналистар берләшмәһенең перспективалары хаҡындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөха-ха-хана Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Кәкре мәҡәлдәр
    – Аяҡты итәк оҙонлоғона ҡарап һуҙалар.
    – Ашар алдынан ҡулыңды йыумаһаң, ашағандан һуң ашҡаҙанды йыуҙыртырға тура килмәһен!
    – Ҡайһы бер ҡатындарҙың ауыҙын тун менән ябырға тура килә.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҙур спорт тирәләй Яңылыҡтар » Спорт

    «Локомотив» «Спартак»тан үрнәк алмаҡсы

    Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең Премьер-лига командалары уҙған ял көнөндә алтынсы турын уҙғарҙы. Мәскәүҙең «Динамо» уйынсылары үҙ майҙанында Һамарҙың «Крылья Советов» клубы менән осрашты һәм, икенсе уйын рәттән дәғүәсеһенең ҡапҡаһына юл таба алмай, еңелеү кисерҙе. Хәҙер Һамар футболсылары дөйөм 13 мәрәй менән турнир таблицаһының иң үренә үрмәләне.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru