Бер ҡул менән төйөн бәйләнмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Көлә-көлә «Һәнәк» килә
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Ҡорос хәҙер бында сыныҡмай
  • Май
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Май ---

    Юбилейҙар
    Май
    10 – шағир Мөслим МАРАТТЫҢ тыуыуына – 100 йыл (1909 – 1975).
    – биология фәндәре докторы, профессор Евгений Васильевич КУЧЕРОВТЫҢ тыуыуына – 85 йыл (1924 – 2005).
    15 – мәғрифәтсе Мөхәмәдинур Шәһинур улы ШАҺИӘХМӘТОВТЫҢ тыуыуына – 130 йыл (1879 – 1922).
    – тарих фәндәре кандидаты, профессор Әнүәр Закир улы ӘСФӘНДИӘРОВҠА – 75 йәш (1934).
    18 – филология фәндәре кандидаты, доцент Марат Хәнәф улы МИНҺАЖЕТДИНОВТЫҢ тыуыуына – 75 йыл (1934 – 1972).
    28 – шағирә Рәмзилә Миңлеғол ҡыҙы ХИСАМЕТДИНОВАНЫҢ тыуыуына – 60 йыл (1949 – 1995).

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ундайҙар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ейәнсура районының Ибрай ауылында йәшәүсе Зөфәр Иҙрисов барыһына ла өлгөрә
    Ундайҙар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына
    Бар бит шундай ир-егеттәр: алтын ҡуллы ла, булдыҡлы хужа ла, яҡындары өсөн өҙөлөп торған ышаныслы ғаилә башлығы ла, һөйөклө ир ҙә, хәстәрлекле атай ҙа, сәләмәт тормош яҡлы спортсы ла... Көслө заттарҙың ағас ултыртыу, йорт һалыу һәм балалар үҫтереү кеүек китапҡа яҙылмаған ҡанундарын ундайҙар бурыс тип түгел, ә тормош мәғәнәһе, йәме кеүек ҡабул итә. Ундай ир-егеттәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ бит, – тиеүселәр табылыр. Ейәнсура районының Ибрай ауылы егете Зөфәр Иҙрисов тап шундайҙарҙың береһе лә инде.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ТӨП ИҒТИБАР – ЮЛДАРҒА Яңылыҡтар

    27 апрелдән 27 майға тиклем Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында юлдарҙы төҙөкләндереү, уларҙың санитар-техник торошон яҡшыртыу, тәртип урынлаштырыу буйынса айлыҡ үткәреләсәк. БР Хөкүмәтенең 24 апрелдәге бойороғо менән урындағы хакимиәттәргә һәм эшмәкәрлеге юлдарҙың торошо менән бәйле ойошмаларға айлыҡҡа әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса штабтар төҙөргә, юлдарҙы ремонтлау, архитектура яғынан биҙәү һәм төҙөкләндереү буйынса бригадалар ойошторорға, уларҙы тейешле техника менән тәьмин итергә тәҡдим ителде.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өҙҙөрт, егет, ҡурайыңды! Мәҙәниәт

    29 – 30 майҙа Октябрьский ҡалаһында Ҡурай байрамы үтәсәк
    Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында ҡурайҙы пропагандалау һәм популярлаштырыу, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау традицияларын һаҡлау һәм артабан үҫтереү, һәләтле ҡурайсыларҙы асыҡлау, үҫеп килгән быуында башҡорт инструменталь фольклорына ҡарата һөйөү уятыу был моңло байрамдың маҡсаты булып тора ла инде.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Георгий таҫмалары Яңылыҡтар

    Башҡортостанда Еңеү көнө алдынан 15 мең Георгий таҫмаһы таратыласаҡ. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк.
    Георгий таҫмаларын таратыу 22 апрелдә башланды һәм 9 майҙа тамамланасаҡ. Әлегә был процесс дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары кимәлендә бара: таҫмаларҙы муниципаль берәмектәр хакимиәттәренең йәштәр эштәре буйынса комитеттары, йәмәғәт ойошмалары, ветерандар комитеттары һәм башҡалар алды. Хәҙер таратыу процесы улар ҡулына күсә. Георгий таҫмаларын Еңеү көнө хөрмәтенә төрлө сараларҙа, ойошмаларҙа, республиканың ҡала һәм ауылдары урамдарында алырға мөмкин.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Зәки Вәлиди исеменә бысраҡ яғыусылар нимә көҫәй? Яңылыҡтар

    Бөйөк кешеләрҙе күрә алмаусылар һәр ваҡыт булған һәм буласаҡ
    [i]Интернет селтәре ҡайсаҡ оло бер сүплек соҡорон хәтерләтеп ҡуя. Кемдең кемгә үсе бар, кем кем менәндер яраша алмаған, кем кемде күрә алмай, һәр береһе интернет биттәрендә булһа ла үҙ асыуын «сәсеп» ҡалырға (йәнәһе, шул рәүешле үҙенсә кемдәндер үс ала), теләһә ниндәй ысулдар менән күрә алмаған кешеһенә бысраҡ яғырға тырыша.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Иң бейек обсерватория

    Чилиҙың төньяғында Чахнатор платоһында Токио университеты ғалимдары донъялағы иң бейек обсерваторияны төҙөп бөткән.
    Уны төҙөү өсөн биш ай ваҡыт китә. Һөҙөмтәлә ул диңгеҙ кимәленән 5600 метр бейеклектә була. Йәғни әлегәсә иң бейеге тип иҫәпләнгән Һиндостандағы обсерваториянан бер саҡрымға бейегерәк. Яңы ғилми объектҡа ҡуйылған инфраҡыҙыл телескоптың диаметры – 1 метр тирәһе. Уның ярҙамында япон астрономдары йыһан өлкәһендә әлегәсә мөмкин булмаған асыштар эшләргә йыйына.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АУЫРҒАЗЫЛАРҘАН ӨЛГӨ АЛЫРЛЫҠ Яңылыҡтар

    25 апрелдә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Ауырғазы районында булып, ауыл хужалығы предприятиелары – «Агрогалс» ауыл хужалығы предприятиеһы, «Селяночка», «Наумкино» агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, «Урожай», «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы производство кооперативтарындағы эш барышы менән танышты.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru