Буйына ҡарама, ҡулына ҡара.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы
  • Ниндәй төҫкә буярға?
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өс һөйләм менән Башҡортостан

    Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Үзбәкстан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған. Был документҡа ҡул ҡуйыу Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға эшлекле сәфәренең үҙәк пункты булып торҙо. Сәфәр барышында Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ вәкилдәре Үзбәкстандың эре предприятиелары менән яҡындан танышты.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәйғор» һибә нурҙарын Мәҙәниәт

    Илештәге һөнәри лицейҙың бейеү ансамбле сит илдәрҙе лә яулай
    Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы 86-сы һөнәри лицей быйыл үҙенең 45-се уҡыу йылын ҡаршыланы. Төбәктең ауыл хужалығы тармағына кадрҙар әҙерләүсе берҙән-бер уҡыу йортонда йәштәр, дөйөм белем алыу менән бергә, водитель, тракторсы, электрик, ашнаҡсы, бухгалтер, слесарь һәм башҡа һөнәрҙәргә уҡый. Лицейҙың матди-техник базаһы ныҡлы. Кабинеттар заманса йыһазландырылған, уҡыусыларға дөйөм ятаҡтан бүлмә бирелә. Егет-ҡыҙҙарға үҙҙәрен рухи һәм мәҙәни яҡтан үҫтереү өсөн бейеү, ҡурайсылар түңәрәктәре һәм вокал ансамблдәре һ.б. эшләй. Күбеһе уларға бик теләп, дәртләнеп йөрөй. Лицейҙың тамашалар залы йыр-моң, бейеүҙәрҙән шаулап-гөрләп тора. Ошо түңәрәктәрҙе тағы ла нығыраҡ киңәйтеү өсөн һөнәри белем биреү усағына район хакимиәте ярҙамы менән 15 ҡурай, аппаратура алынды. Костюмдарға иһә ул элек-электән үк бик бай.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҙмыштарҙы үҙгәрткән фажиғә Башҡортостан » Хәтер

    1957 йылдың аяныс ваҡиғалары бик күп кешеләрҙең ғүмерен өҙә, ә иҫән ҡалғандарҙы ағыулай, тормоштарын бөтөнләй үҙгәртә, тыуған яҡтарын мәңгегә ҡалдырып китергә мәжбүр итә...
    Икенсе Бөтә донъя һуғышы ваҡытында Советтар Союзында атом проекты өҫтөндә эш башлана. 1945 йылдың 9 апрелендә СССР Хөкүмәте тарафынан махсус завод төҙөлөшө тураһындағы ҡарар ҡабул ителә, һуңынан ул «Маяҡ» производство берекмәһенә әйләнә. Завод эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе атом бомбаһы сығарыу булырға тейеш.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бейей-бейей йәшәй беҙҙең «Ирәмәл»дәр! Мәҙәниәт

    Шәп бейеүселәр ҡайҙан? Әлбиттә, Учалынан!
    Бейей-бейей йәшәй беҙҙең «Ирәмәл»дәр!
    Их, ҡайһы ваҡыт шул тиклем, ҡулдарҙы аҡҡош ҡанатындай йәйеп, аяҡ остарына ғына баҫып, иркәләп кенә бармаҡ остарыңа ҡарап, бейеге килеп китә! Тик ҡайҙан һуң – һәләт юҡ... Һәләт булмағас, кеше күрмәгәндә лә бейеүе ҡыйын, сөнки ипһеҙ, яйһыҙ хәрәкәттәрең ҡыуаныс килтермәй. Элек ата-әсәйҙәребеҙҙең һәр кис һайын «Әйлән-бәйлән», «Өсмөйөш» кеүек бейеү бейегәнен иҫләһәм, ауыр булып китә – беҙгә ундай бәхет тәтемәне. Клубҡа дискотека тигән булып барыр инек тә, егеттәребеҙ торор ине бер яҡта, ҡыйыуыраҡтарыбыҙ, арлы-бирле ҡыймылдар өсөн, ялҡауыбыҙ килеп кенә түңәрәккә төшкән булыр ине, ә ысын күңелдән, үксәләр ауыртҡансы бейеү форсаты теймәне лә тиерлек.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙ – һуғыш етемдәре Башҡортостан » Хәтер

    Шәмсинур Ҡәҙерғолованың «Йәшлек»тең 10-сы һанындағы «Һуғыш осоро балалары» тигән мәҡәләһен уҡығандан һуң яҙмай булдыра алманым. Минең дә бала сағымды һуғыш урланы.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юлаевсылар Франция ҡапҡаһын «иләй» Яңылыҡтар » Спорт

    Юлаевсылар Франция ҡапҡаһын «иләй»
    Швейцарияла старт алған хоккей буйынса 73-сө тапҡыр уҙғарылған донъя беренселеге үҙенең көсөргәнешлеге менән хоккей һөйөүселәрҙең ялына йәнә бер йәм өҫтәне. Үҙ төркөмөндә беренсе булып боҙға Рәсәй йыйылма командаһы сыҡты. Улар Германия хоккейсылары менән сәкәләште. Сәкәләште, тиһәк, артыҡ та һымаҡ, сөнки Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре немецтарға тын алырға ла ирек бирмәне. Улар дәғүәсе ҡапҡаһына биш яуапһыҙ шайба индереп, тәүге еңеүен байрам итте. Голдарҙы был уйында Сапрыкин, Ковальчук, Курьянов, Зиновьев һәм Зарипов индерҙе.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәйес Түләк исемендәге шиғриәт бәйгеһе Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Бурыс
    Ҡасандыр мин
    булмағанмын,
    Булмаған атай-
    әсәй.
    Әммә минең туған халҡым
    Мәңге йәшәгән, йәшәй.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ИДЕЯЛАРЫ, ХЫЯЛДАРЫ БЕҘҘЕҢ МЕНӘН... Башҡортостан » Хәтер

    Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында башҡорт философы Дамир Жәүәт улы Вәлиев иҫтәлегенә конференция үтте
    ИДЕЯЛАРЫ, ХЫЯЛДАРЫ БЕҘҘЕҢ МЕНӘН...
    Дамир Вәлиев Арғаяш районының Һатлыҡ ауылында донъяға килә. Бөгөн ул ауыл юҡ инде. Свердловскиҙа юридик институтты тамамлағандан һуң, Өфөгә күсә. 1972 йылдан Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәй, 1986 йылда уның инициативаһы менән Башҡорт дәүләт университетында «Этика, эстетика һәм культурология» кафедраһы асыла. Уның етәкселегендә Башҡортостандың рухи потенциалының, XX быуатта йәмәғәт фекеренең үҫеше темалары буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә, 13 кандидатлыҡ һәм бер докторлыҡ диссертацияһы яҡлана.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru