Донъяла ни татлы - йән һөйгән хеҙмәт татлы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Металл һәм таш
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • Яңылыҡтар
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Киләсәкте йәштәр ҡулына тапшырайыҡ тиһәк, улар тураһында бөгөн хәстәрлек күрәйек Иҡтисад

    Киләсәкте йәштәр ҡулына тапшырайыҡ тиһәк, улар тураһында бөгөн хәстәрлек күрәйек
    Үткән быуаттың 90-сы йылдарында илебеҙҙә булып үткән социаль-иҡтисади һәм сәйәси хәлдәр ошоға тиклем уңышлы эшләп һәм йәшәп килгән йәштәр мәшғүллеге системаһын юҡҡа сығарҙы. Һөҙөмтәлә студенттарҙың йәйге төҙөлөш, ауыл хужалығы, педагогик отрядтары селтәре үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатты. Бөгөн иһә нәҡ ошо мәсьәлә – студенттарҙың йәйге каникул осоронда ваҡытлыса эшләп алыу мәсьәләһе бик актуаль. Республиканың Йәштәрҙең мәшғүллегенә ярҙам итеү үҙәге директоры Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙы ЯлсыҠаева менән әңгәмәбеҙ ошо турала.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәҙистәр ---

    «Әгәр һин оялыу хисе тоймайһың икән, үҙең теләгәнсә эшлә».
    (»Әл-Бохари»ҙа
    килтерелә).

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәләл ризыҡ тураһында ---

    Берәй ризыҡ әҙерләгәндә, уға әҙ генә шарап ҡушып ебәрергә яраймы

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ ---

    Хөрмәтле «Йәшлек» гәзите! Үлгән кешене күмер алдынан йыуыу йолаһында ҡатнашҡаным бар, әммә мине был сарала төрлө кешеләрҙең төрлө ҡағиҙә индереүе аптырата. Зинһар өсөн, «Иман» битендә мәрхүм булған мосолманды нисек итеп йыуындырырға кәрәклеген аңлатып үтһәгеҙсе!
    Айрат ХӘТМУЛЛИН.
    Саҡмағош районы.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ ---

    Имам-хатибыбыҙ Мөхәммәт Ҡорбанғолов хәҙер мәрхүм инде, әммә ул ҡалдырып киткән изгелектәр халыҡ күңелендә мәңге һаҡланыр, Аллаһтың ризалығына насип булыр, тип ышанабыҙ

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЛУНТИК, КЕШЕ-ҮРМӘКСЕ, ТОМ ҺӘМ ДЖЕРРИ ХАҠЫНДА ---

    Исламда йәнһүрәттәр
    Исламдың төрлө һындар, йәнле нәмәләрҙең скульптураһын эшләүҙе тыйыуы билдәле. Был хаҡта ҡәтғи иҫкәртеү бар. Шулай ҙа ҡағиҙәнән ситкә тайпылыу осраҡтары ла билдәләнгән – балалар уйнаған һындарҙы эшләргә лә, ҡулланырға ла мөмкин. Ҡыҙҙар уйнаған ҡурсаҡтарға ла рөхсәт бар. Бының мәғәнәһе лә юҡ түгел: улар бәләкәй саҡтан бала ҡарарға, йортта булышырға өйрәнә башларға тейеш. Төрлө йәнлек-хайуандар, ҡоштарҙың һыны балаларға уйынсыҡ булып хеҙмәт итһен өсөн эшләнгән осраҡта был бик кәрәкле һанала.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ИРӘҮӘН БАРҘА ИР ҮЛМӘҪ Яңылыҡтар » Иғтибар

    ИРӘҮӘН БАРҘА ИР ҮЛМӘҪ
    Ашарға яраҡлы үләндәр тураһында һүҙ башлағанда, халыҡ араһында танылған һәм таралыу алғандары тураһында һүҙ барасағы хаҡында әйткәйнем. Ундайҙар илленән ашыу йыйылды. Быларҙан тыш, ҡыҙыл клевер, йорт йондоҙҡайы, меңъяпраҡ, һуҡыр кесерткән, туғай яраны кеүек башлыса дарыу үләне итеп файҙаланылғандар был белешмәгә индерелмәне. Миңә тағы ла, үләндәрҙән тыш, ағастар, ҡыуаҡтар һәм емеш-еләк тураһында ла яҙырға тәҡдим итеүселәр булды. Килешерһегеҙ, улар беҙҙең яҡта шулай уҡ күп: ҡара һәм ҡыҙыл көртмәленән алып гөлйемешкә тиклем. Ләкин, үләндәрҙән айырмалы рәүештә, ағастар һәм еләктәр еңел таныла, шуға уларҙы махсус белешмә рәүешендә сығарыуҙың мөһимлеге юҡтыр.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эштәр көйлө, йөҙҙәр көләс, көлә-көлә «Һәнәк» килгәс Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    «Һәнәк» журналының 4-се һаны донъя күрҙе. Был һан Көлкө көнө менән асыла: журнал уҡыусыларыбыҙҙың мәҙәктәре, көләмәстәре, мәрәкәләре, мәҫәл-шиғырҙары, юмореска-хикәйәләре һәр биттә урын алды. Стәрлебаш районынан Таһир Күскилдин, Баймаҡтан Радик Шәрәфетдинов, Әкрәм Ҡәйепҡолов, Әлшәйҙән Әлфиә Хәмзина, Өфө районынан Мөхтәр Һөйөшев үҙҙәренең беренсе ижад емештәрен күреп ҡыуаныр. Ә Ғәбит Садиҡов, Рәсих Ханнанов, Фина Латипова, Юнир Салауатов, Марат Әминев, Венер Исхаҡов, Дим Ғиззәтуллин кеүек билдәле авторҙар үҙҙәренең юморы ашып торған иңдәрҙән-иң әҫәрҙәрен тәҡдим итә.

    авторы: Нур | 28 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru