Көсһөҙ көрәк һындырыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • Ҡарбуз күп!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сауаплы сәфәр Башҡортостан » Милли проекттар

    «Урал аръяғы райондары ассоциацияһы» ике балалар йортона мәрхәмәтлек акцияһы ойошторҙо
    Сауаплы сәфәр
    Көтмәгәндә ойошторолдо был сәфәр «Урал аръяғы райондары ассоциацияһы» (етәксеһе – Ғүмәр Кәлимулла улы Аҙнабаев) Әбйәлил районының Асҡар һәм Баймаҡ районының Түбә балалар йорттарына осрашыуға, аралашыуға саҡырҙы. Юлға Өфөнөң «Ғуфран» мәсетенән Тулҡын хәҙрәт Кәримбирҙиев үҙ уҡыусылары менән бергә сыҡты. Баш ҡаланың төрлө мәктәптәрендә уҡыһалар ҙа, был иман юлына баҫҡан төрлө йәштәге балаларҙың тәүге сәфәре түгел. Доғалар уҡып, мөнәжәттәр әйтеп, Башҡортостандың төрлө район мәктәптәрендә, мәҙәниәт йорттарында сығыш яһағаны бар уларҙың. Әммә был сәфәргә етәкселәре Тулҡын хәҙрәт тә, балалар ҙа ниндәйҙер эске тулҡынланыу менән әҙерләнә. Нимә генә тимә, балалар йорто ишегенән шатлыҡҡа тулышып барып инмәйһең шул. Етмәһә, Әбйәлилдәге лә, Баймаҡтағы ла ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы ҡурсалаусы был дәүләт учреждениеларында социаль етемдәр йәшәй, тәрбиәләнә. Ата-әсәләре иҫән булып та, ваҡытынан алда тормоштоң «әсе һурпаһы»н татығандар улар.

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәхете – тыуған ерендә Мәғәриф

    Мәрүәр апай иҫке йортон мәктәп итеп астыра
    Бөйөк әсә, тип әйтер инем мәҡәләмдә һүҙ барасаҡ геройым хаҡында. Ғаиләһендә йөрәк йылыһын балаларына биргән наҙлы әсә, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөклө өләсәй, эшендә тырыш, һәр нәмәгә яуаплы ҡараған талапсан уҡытыусы һәм уҡыусыларға аҡыллы кәңәшсе лә ул. Был изге һыҙаттарға Мәрүәр Абдулла ҡыҙы Ишморатова һымаҡ яратҡан эшенә тоғро ҡалыусылар ғына лайыҡтыр.

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әҫәрҙәрендә – ил хөкөмө Башҡортостан » Юбилейҙар

    Улар аша яҙыусының биографияһын да күҙалларға мөмкин
    Әҫәрҙәрендә –  ил хөкөмө
    Яҙыусы, публицист һәм дәүләт эшмәкәре Ғәлим Афзал улы Хисамов – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡ-ара Төрки академияһы академигы, матбуғат һәм социаль өлкәләге ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй наградалары менән бүләкләнгән. Прозаик Ғәлим Хисамов – тиҫтәләгән роман, повесть, хикәйәләр авторы, әҫәрҙәре утыҙлаған нәфис һәм документаль китаптарында тупланған. Әҙәби тәнҡит уның ҡәләмен милли әҙәбиәтебеҙҙә сәйәси детектив жанрын үҫтереүҙә әүҙемлеге өсөн дә ыңғай баһалай.

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡош яуы Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ҡош яуы
    Ҡыш быйыл ҡарһыҙ булды. Шуға ла яҙҙың тәүге йылы көндәре килеү менән ул иреп тә бөттө. Ҡарҙан ҡотолдоҡ ҡына тигәндә, көтмәгәндә ошо аҙнаның башында көндәр һыуынып, ҡар яуып ҡуйҙы. Таулы райондарҙа уның ҡалынлығы 20 – 30 сантиметрға етте.
    Ҡар кешеләргә әллә ни мәшәҡәттәр алып килмәһә лә, тәбиғәткә кире йоғонто яһаны. Айырыуса йылы яҡтан тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡан ҡоштарға афәт тыуҙы. Бар аҙыҡ ҡалын ҡар аҫтында ҡалды. Ҡош тауыштарына күмелгән урман-ҡырҙар тәбиғәттең көйһөҙлөгөнән өнөн юғалтты.

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңелемдең иләҫ-миләҫ сағы... Мәҙәниәт

    Күңелемдең иләҫ-миләҫ сағы...
    Тап шулай тип атала Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирә, драматург, композитор Зөһрә Фәйзуллинаның 27 апрелдә М. Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театрында уҙасаҡ ижад кисәһе. Сибай ҡалаһында бындай сара үткән дә инде, халыҡ һорағанлыҡтан, уны Өфөлә лә уҙғарырға ҡарар иткән.

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәнлектәр донъяһы ---

    Шешҡолаҡтар шул тиклем ҡурҡаҡмы?
    Йәнлектәр донъяһы
    Ҡуяндар тураһында әкиәттәр етерлек, йәнһүрәттәр төшөрөлә, балалар өсөн әҫәрҙәр ижад итеүселәр ҙә был йәнлектәрҙе урап үтмәй. Нисек кенә тимә, беҙ ҡуянды ҡурҡаҡ тип беләбеҙ, аҙ ғына шөрләгән кешегә ҡушаматын тағабыҙ. Бәлки, был ҡурҡаҡлыҡ түгел, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында, йыртҡыстар араһында һаҡланыу сараһылыр? Һүҙебеҙ – оҙонғолаҡтар хаҡында...

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡолаҡ һал! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Мамыҡ йәки етендән бәйләнгән төҫлө кейемдәрҙе йыуғанда һыуға 1 – 2 балғалаҡ тоҙ һалһаң, улар уңмаҫ.
    Ваҡыт үтеү менән һарғайған тәҙрә селтәрен йыуыр алдынан йылы тоҙло һыуға һалып торһаң, ул ағарып китер.
    Эҫе үтекте тоҙ һалынған ҡағыҙ киҫәгендә бер нисә мәртәбә йөрөтһәң, ялтырап ҡалыр.

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йондоҙнамә ---

    Ылаҡ (22.12 – 20.01)
    Был арала ҡайһы бер мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерә алырһығыҙ. Эш урынығыҙҙа хәл һәйбәтләнә башлар. Шишәмбелә сығымдарығыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ. Шәмбе яңы ҡыуаныстар алып килер.

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru