|
 |
 |
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән! |
--- |
|
Хөрмәтле республика халҡы! Ҡәҙерле дуҫтар! Ысын күңелдән һеҙҙе балаларҙың шат тауыштары, күтәренке кәйеф һәм изгелек менән һуғарылған иң күңелле байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡотлайым! Ул беҙгә балаларыбыҙҙың тормошо, сәләмәтлеге һәм именлеге өсөн оло яуаплылыҡ тураһында иҫкәртә. Һәр яҡлап әсәлек һәм балалыҡты яҡлау республикабыҙҙа дәүләт сәйәсәтенең иң мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Беҙҙә «Башҡортостан Республикаһы балалары» Президент программаһы, балаларҙың һаулығын һаҡлауға, күп балалы, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә матди ярҙам, ауыр хәлгә юлыҡҡан ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән тиҫтәләгән республика һәм муниципаль программа тормошҡа ашырыла. |
|
|
|
Әхирәттәр төркөмө Евровидение – 2009 балалар йырҙарын башҡарыусыларҙың халыҡ-ара конкурсының финал концертында сығыш яһаясаҡДүрт һөйкөмлө ҡыҙҙан торған Әхирәттәр төркөмө әлеге көндә, бөтә тырышлығын һалып, финал концертына әҙерләнә. Улар менән иң яҡшы стилистар, хореографтар эшләй, ә йәш йырсыларға вокал серҙәрен был конкурста Рәсәйҙе яҡлап сығыш яһаусы тәүге конкурсантка Маша Кац өйрәтә. |
|
|
|
Ниһайәт, баҙарҙа помидор һәм ҡыярҙың, йәшел тәмләткестәрҙең хаҡы бер аҙ төштө. Быға тиклем үҙебеҙҙә үҫкән помидорҙың килограмы 85 – 150 һум булһа, инде уның 40 һум торғанын да табырға мөмкин. Ит тә күбәйә бара, әммә уның хаҡы күтәрелмәй ҙә, төшмәй ҙә. Түбәндәге таблицала хаҡтар Үҙәк баҙар миҫалында 29 майға ҡарата, бер килограмға бирелгән. |
|
|
|
Бөгөнгө йәштәр мәнфәғәтен ҡайғыртыу, уларҙың йәшәйешен яҡшыртыу маҡсатында төрлө программалар эшләй. «2010 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» маҡсатлы программаһы нигеҙендә Илеш районында йорт һалған йәштәргә финанс ярҙамы күрһәтеү әүҙем бара. Әле күптән түгел генә муниципаль район хакимиәте бинаһында ауыл хужалығында эшләүсе йәш ғаиләләргә сертификаттар тапшырылды. |
|
|
|
Өфөлә яңы ҡабул ителгән суд приставтарының ант биреү тантанаһы, шулай уҡ Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының граждан хеҙмәткәрҙәренә юстиция һәм дәүләт граждан хеҙмәтенең беренсе һәм сираттағы класс чиндарын биреү тантанаһы уҙғарылды. |
|
|
|
Хеҙмәттәшлек даирәһе үҫә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда Иран Ислам Республикаһының Ҡаҙан ҡалаһындағы Генераль консулы Реза Багбан Кондори менән осрашты. Өфөгә ул «Газ. Нефть. Технологиялар – 2009» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн килгән. |
|
|
|
УРМАНДАРҒА «ИШЕК» ЯБЫЛА Янғындарҙың йышайыуы сәбәпле, Рәсәйҙең 29 төбәгендә урмандарға транспорт менән инеү, ә туғыҙ өлкәнең ҡайһы бер райондарындағы урмандарға бөтөнләй инеү тыйыла. |
|
|
|
|
|