Буй эшләмәй, ҡул эшләй, эштә ҡулың күп булһын.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ЯҢЫ ЙӘРМИНКӘГӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ! Яңылыҡтар

    Өфөлә ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр өсөн махсус комплекс булдырылды
    Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа республика етештереүселәренә һәм ҡулланыусыларына ярҙам кәрәклеге хаҡында яҙып тороу артыҡ та кеүек: хәҙер бөтә етештереүселәр тауарын уңышлы һатырға, ә инде алыусылар бер аҙ булһа ла аҡсаһын янда ҡалдырырға тырыша. Импортты үҙебеҙҙә етештерелгән тауар менән алмаштырыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Йүнәлеш аңлашыла – был, беренсенән, үҙебеҙҙең етештереүселәрҙе үҫтереү, уларға ярҙам; икенсенән, республикала етештерелгән тауарҙың ситтән килтерелгәнгә ҡарағанда файҙалыраҡ та, сифатлыраҡ та икәнлеген иғтибарға алырға кәрәк.

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҠУЛЫҢА ҠОТ, ИГЕНСЕ! Яңылыҡтар

    Башҡортостандың күпселек райондарында яҙғы сәсеү эштәре башланып та китте. Бигерәк тә Дыуан, Иглин, Ҡыйғы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Учалы һәм Хәйбулла райондарында эштәр әүҙем, көйлө бара.

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АҺ , КИЛЕШӘ КҮЛДӘГЕ! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Баймаҡ халыҡ һөнәрселек үҙәге донъя кимәлендә танылыу яулаған яҡташыбыҙ Эльвира Хисаеваға милли күлдәк бүләк итте
    АҺ , КИЛЕШӘ КҮЛДӘГЕ!
    Баймаҡ халыҡ һөнәрселек үҙәгенең Токио, Нью-Йорк, Париж агентлыҡтарының топ-моделе Эльвира Хисаеваға халҡыбыҙҙың милли күлдәген бүләк итәсәге хаҡында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. 1 Май байрамы алдынан топ-модель беҙҙең менән бүләк артынан Баймаҡҡа юлланды.
    Көн бер аҙ йылытҡас, юлға сығыуы ла күңелле. Ағастар бөрөгә тулышҡан, юл ситендә яңы ғына морон төрткән яҙғы сәскәләр емелдәшә. Яҡын ара булмаһа ла, Баймаҡҡа Белорет районы аша барыу ҡала ығы-зығыһынан ялҡҡан, тәбиғәткә ашҡынған күңел өсөн үҙе бер кинәнес шул. Юлдағы хозурлыҡ ни тора! Тирә-йүнгә һоҡланып, туҡтай-туҡтай, фотоға төшөп барыу араның алыҫлығын да һиҙҙермәне. Сит илдә юлдар көҙгө һымаҡтыр инде, тим Эльвираға, юлдың насарлығына ишаралап.
    – О-о, һеҙ насар юлды күргәнегеҙ юҡ әле... Бәхәсләшмәйем, Европала юлдар һәйбәт, әммә сит илдәрҙә бынан да хөртөрәк юлдар осрай, – ти юлдашыбыҙ.

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Белоретта тормош ҡайнай Яңылыҡтар

    3 майҙа Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Белорет районында эш сәфәрендә булды.
    Сәфәренең маҡсаты – был төбәктең социаль мәсьәләләрен хәл итеү һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын төҙөү барышы менән танышыу.

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президент көнбайыш райондарҙа булды Яңылыҡтар

    2 майҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән республиканың көнбайыш райондарына – Бүздәккә, Туймазыға, Йәрмәкәйгә барҙы һәм уларҙың социаль-иҡтисади үҫеше менән танышты.
    Иң тәүҙә ул Бүздәк районының ошондай уҡ исемле агрофирмаһында булды. Унда көнөнә 500 гектарға тиклем майҙанды химик продукттар менән ашлаусы агрегат менән танышты.

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡташыбыҙҙың икенсе тыуған көнө Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ете йәшлек яҡташыбыҙ Линар Хисмәтуллин Италиянан ҡайтты
    Үлемесле сиргә дусар булған сабыйҙың ғүмере өсөн өс ил табиптары, журналистары, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы хеҙмәткәрҙәре, рәсәйҙәр һәм итальяндар ике йылдан ашыу көрәште

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    «Кавказ беҙгә лә кәрәк!»
    Үткән ял көндәрендә РФ Ҡораллы Көстәре килешеү нигеҙендә Көньяҡ Осетия һәм Абхазия Республикалары сиктәрен һаҡлауға күсте.
    Килешеүгә иһә Мәскәү, Сухуми һәм Цхинвал араһында кесе йомала уҡ ҡул ҡуйылғайны. Рәсәй хәрбиҙәренең Кавказ аръяғына сығыуы, әлбиттә, Тбилисиҙы ла, Көнбайышты ла хафаға һалмай ҡалманы. Улар быны, Медведев – Саркози планын (унда конфликт зонаһына өҫтәмә ғәскәрҙәр индермәү тураһында килешелгәйне) тупаҫ боҙоу, тип иҫәпләй. Ә белгестәрҙең фаразлауынса, Кремль ошо рәүешле 6 майҙа Грузия территорияһында башланасаҡ өс аҙналыҡ Грузия – НАТО хәрби күнекмәләренә алдан уҡ яуап бирҙе: имеш, Кавказға ҡул һуҙмағыҙ, беҙҙең унан тиҙ генә киткебеҙ килмәй.

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Башҡортостан

    Республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре тәүге кварталда 14 – 18 йәшлек 4800, йәғни үткән йылдағынан 500-гә күберәк үҫмерҙе эшкә йәлеп итеүгә өлгәшкән. Ваҡытлыса эшкә урынлашҡан үҫмерҙәр араһында инвалидтар, етем балалар, эске эштәр органдарында иҫәптә тороусылар бихисап. Шулай уҡ бәлиғ булғандарҙы ла ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу мөмкинлектәре бар – был йүнәлеш финанс көрсөгө шарттарында эш баҙарындағы хәлде көйләү өсөн төп юлдарҙың береһе булып тора.

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru