«Башҡортостан ҡыҙы» журналын алдырып уҡыусылар уның сифатына, сағыулығына, төҫтәренең баҙыҡлығына иғтибар итмәй ҡалмайҙыр. Баҫма бик күркәм генә түгел, бай йөкмәткеле лә. Унда йәштәр ҙә, урта һәм оло быуын кешеләре лә ҡыҙыҡһынып уҡырлыҡ яҙмалар урын ала. Тәрбиә, иҡтисад, социаль мәсьәләләр, яратҡан артистарыбыҙ тормошонан алып мөхәббәт һәм хыянат темаларына, рух үҫешенә бағышланғандары, әҙәби биттәр – барыһы ла бар. Баҫманың быйылғы апрель һанына туҡталайыҡ. Был һан баш мөхәррирҙең заман хаҡында уйланыуҙары менән асыла. Артабан балалар менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡороуға, Американың 35-се Президенты Джон Кеннедиҙың ҡатынына, ғүмеренең үҙенсәлекле мәлен – 45 – 50 йәш осорон кисергән гүзәл затҡа арналған мәҡәләләр урын ала. Ире хыянатын ғорур кисерә алған ҡатын яҙмышы, иҡтисади көрсөк мәлендә халыҡҡа хөкүмәт ярҙамы, субсидия алған йәш ғаилә, Һамар башҡорттары тормошонан да яҙмалар бар. Күренекле йырсыбыҙ Рамаҙан Йәнбәков, Сибай театрының режиссеры Дамир Ғәлимов хаҡындағы мәҡәләләр ҙә уҡымлы. Ир балаларҙы сөннәтләү темаһына яҙылған мәҡәлә лә бик күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятыр. Сәләмәтлеккә бағышланған бит, «Мөслимә» рубрикаһы ла үҙ уҡыусыларын табыр. «Һәр кеше үҙ йөрәгенә ҡалҡанды үҙе генә ҡуя ала. Рух ҡалҡанын. Иман ҡалҡанын» – «Рух ҡалҡаны» мәҡәләһе ошо хаҡта. Бынан тыш, һәр саҡтағыса, сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән «Хужабикә» ҡушымтаһы егәрле ханымдарҙы шатландырыр. Баҫмала үҙенсәлекле бирелеше, яҙылышы менән иғтибарҙы тартып торған «Йөрәк балҡышы» мәҡәләһен алайыҡ. Һауа гимнастикаһы – цирк сәнғәтенең бик хәүефлеләрҙән һаналған төрө, сөнки ундағы төп алымдарҙың береһе – трюк. Үҙ ваҡытында ошо үҙенсәлекле жанрҙың «йондоҙҙары» булыу бәхетен Гүзәл менән Юнир Ғәзизовтар татый. Гүзәл Мостафа ҡыҙы, бейеклектән ҡурҡыуына ҡарамаҫтан, һауа гимнасткаһы булып китеп, цирк көмбәҙен генә түгел, халыҡ йөрәген дә яулай. Таңсулпан Ильясова менән әңгәмәһендә артистка үҙ һөнәренең ауырлыҡтарын ғына түгел, тормошта осраған башҡа һикәлтәләрҙе нисек үтеүе хаҡында ла ихлас һөйләй. Ошо көндәрҙә журналдың май һаны ла донъя күрәсәк. Ул Салауат батырыбыҙҙың тыуыуына 255 йыл тулыуға арналған материалдар менән асыла. Уҡыусыларға Фәнүзә Нәҙершина туплап сығарған «Салауат – башҡорт фольклорында» тигән йыйынтыҡтан өҙөктәр тәҡдим ителә. Артабан Бөйөк Еңеү байрамына арналған мәҡәләләр урын алған. Украин ҡыҙы Софья менән башҡорт яугиры Миңләхмәт Дәүләтбаевты дәһшәтле һуғыш юлдары ҡауыштыра, һәм башҡорт ере украин ҡыҙы өсөн ғәзиз илгә әүерелә. «Иремде яратҡас, илен дә яраттым» тип аталған хат шул хаҡта һөйләй. Ризван Хажиевтың «Ауылымдың аҡ инәһе» мәҡәләһе – Еңеүҙе яҡынайтыуға күп көс һалған тыл ҡаһармандарының береһе – Шаһиҡа Кәримова хаҡында. «Нимә ул бәхет һәм уға нисек өлгәшергә?» тигән һорау күптәрҙе борсойҙор. Журнал биттәрендә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Роза апай Кәримова менән күренекле ғалимыбыҙ, тарихсы Әнүәр ағай Әсфәндиәров ошо һорауға яуап бирә. Оҙон тормош юлы үткән, оло уңыштар ҡаҙанған, халыҡтың тәрән ихтирамын яулаған ике билдәле шәхестең тойғолары һәр кемебеҙгә яҡындыр. Исемдәре тарих биттәрендә яҙылған ҡатын-ҡыҙҙар араһында ижади һөнәр эйәләре лә бихисап. «Мәшһүр ҡатындар» рубрикаһында бирелгән мәҡәлә донъя күләмендә билдәлелек яулаған Мексика рәссамы Фрида Калоның ҡатмарлы яҙмышын бәйән итә. Балабыҙҙы ниндәйҙер сифаттары өсөн генә түгел, ә бары был донъяла йәшәгәне, тормошобоҙҙоң йәме булғаны өсөн яратабыҙ. Һөйөүеңде сабыйыңдан йәшер-мәҫкә, уны йылы һүҙҙәр менән ҡеүәтләп торорға кәрәк. «Бала һөйөүгә хаҡлы» тип аталған мәҡәләлә һүҙ ошо хаҡта бара. «Дүрт һаны теүәл булып тыуһын» тигән яҙмала ла һүҙ – киләсәгебеҙ хаҡында. Атай һәм әсәй булыр алдынан йәш ғаиләнең иң элек тикшереү һәм, кәрәк икән, дауаланыу үтергә тейешлеге шикһеҙ. Шул саҡта ғына һау-сәләмәт сабый донъяға килер. Бәпесен бағып өйҙә ултырған әсә ауырып китте, ти. Был осраҡта, яңы ҡағиҙәләр буйынса, атай йә башҡа яҡын кеше «больничный» астыра ала. Бының рәтен-тәртибен генә белергә кәрәк. «Әсә ауырып китһә...» мәҡәләһе шуны төшөндөрә лә инде. Үткән һандарҙың береһендә донъя күргән «Ирҙәрҙе кем аҙҙыра?» мәҡәләһенә хаттар килеүен дауам итә. Май һанында ла уларҙың сираттағы икәүһе баҫылған. Журналды Ейәнсура шәлдәренә, үҙ һыҙымдары буйынса иҫ киткес матур йорт һалып ингән Илештәге ижади ғаиләгә арналған биттәр ҙә биҙәп тора. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе Фәрит Иҫәнғоловтың «Морат менән Зөһрә» хикәйәһе, Шәриф Бикҡолдоң ҡатыны Рәйсә апайға бағышланған шиғырҙары ҡыуандырыр. Май һаны ҡушымтала бирелгән яҙҙың үҙе төҫлө сағыу материалдар менән тамамлана. Ғөмүмән, ҡыҙыҡлы ғүмер юлы үткән, бай тормош тәжрибәһенә эйә ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында уҡыу – үҙе бер аҡыл, фәһем сығанағы. «Башҡортостан ҡыҙы»на яҙылып, уны даими уҡып барған гүзәл заттарға ябай булмаған көнкүреште алып барыу ҙа еңелерәк, донъя ла күркәмерәктер. Шуға ла уҡыусыларыбыҙ яратҡан баҫмалары яҙмышынан ситтә ҡалмаҫ, тип ышанғы килә.
Рауилә МӨФТӘХЕТДИНОВА, журналдың бүлек мөхәррире. |