Республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре тәүге кварталда 14 – 18 йәшлек 4800, йәғни үткән йылдағынан 500-гә күберәк үҫмерҙе эшкә йәлеп итеүгә өлгәшкән. Ваҡытлыса эшкә урынлашҡан үҫмерҙәр араһында инвалидтар, етем балалар, эске эштәр органдарында иҫәптә тороусылар бихисап. Шулай уҡ бәлиғ булғандарҙы ла ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу мөмкинлектәре бар – был йүнәлеш финанс көрсөгө шарттарында эш баҙарындағы хәлде көйләү өсөн төп юлдарҙың береһе булып тора.
Байрам көндәрендә республикала 20-гә яҡын янғын сығыу осрағы теркәлгән, өсәүһе – баш ҡалала. Шөкөр, был көндәрҙә янып үлеүселәр булмаған, шулай ҙа зыян күреүселәр бар. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда үткән аҙнала 92 янғын осрағы теркәлгән, унда 11 кеше һәләк булған һәм биш кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Нуриман районындағы (Ҡариҙел) Өфө йылғаһында бер балыҡсы кәмәһенән һыуға төшөп китеп, һәләк булған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала йыл башынан алып 13 кеше һыуға батып үлгән, батып барған алты кешене ҡотҡарып ҡала алғандар. Ҡотҡарыусылар бөтә кешеләрҙе лә һыуҙа һаҡ булырға саҡыра.
Советтар Союзы Геройы, почетлы тимер юл хеҙмәткәре Василий Доброреза исемендәге Өфө балалар тимер юлы пассажирҙар миҙгелен асты. Баш ҡалалағы Иван Якутов исемендәге паркта эшләгән был поезд былтыр 1250 рейс яһап, 30 меңгә яҡын пассажирҙы йөрөтөүгә өлгәшкән. Быйыл да ике саҡрымға һуҙылған магистраль паркҡа ял итергә килгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе ҡыуандырасаҡ.
Быйыл яҙ Баймаҡ ҡалаһы менән Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан илдең Ҡораллы Көстәре сафтарына 341 егетте саҡырырға планлаштыралар. Тәүге 15 егет хеҙмәт итеү урындарына ебәрелгән дә инде. Хәрби комиссариат вәкилдәренең әйтеүенсә, һалдатҡа саҡырылыусыларҙың һаулығы ентекле тикшерелә.
Йыл башынан Башҡортостандың автомобиль юлдарында һәм урамдарында юл һәләкәттәре кәмегән. Ғинуар – март айҙарында республикала 714 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, унда 930 кеше зыян күргән. Ҡағиҙә булараҡ, юл-транспорт ваҡиғаларында шәхси транспорт саралары водителдәре ғәйепле була, йәйәүлеләр ҙә юлда проблемалар тыуҙырып ҡына тора.
Әле республикала граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәткән, кәрәкле документтарҙы йыйырға ярҙам иткән, хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса кәңәштәр биргән дәүләт бюролары юҡ тип әйтергә була. Шунлыҡтан, эксперимент рәүешендә илебеҙҙең ун субъектында бушлай юридик ярҙам күрһәтеү ойошмалары төҙөлгән. Аҡсаһыҙҙар өсөн юридик ярҙамды федераль бюджет иҫәбенә күрһәтергә ниәтләйҙәр.
Лилиә СИРАЕВА |