Ваҡытлы эш ваҡытында яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Гимндың hүҙҙәре буласаҡ
» Үәт, ҡыҙыҡ!
» Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле, унан баш ...
» Башҡортостан яңылыҡтары
» Буйҙаҡтар таныша
» Торналар китте. Әйләнеп ҡайтырҙармы?



АҺ , КИЛЕШӘ КҮЛДӘГЕ! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле
Баймаҡ халыҡ һөнәрселек үҙәге донъя кимәлендә танылыу яулаған яҡташыбыҙ Эльвира Хисаеваға милли күлдәк бүләк итте
Баймаҡ халыҡ һөнәрселек үҙәгенең Токио, Нью-Йорк, Париж агентлыҡтарының топ-моделе Эльвира Хисаеваға халҡыбыҙҙың милли күлдәген бүләк итәсәге хаҡында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. 1 Май байрамы алдынан топ-модель беҙҙең менән бүләк артынан Баймаҡҡа юлланды.
Көн бер аҙ йылытҡас, юлға сығыуы ла күңелле. Ағастар бөрөгә тулышҡан, юл ситендә яңы ғына морон төрткән яҙғы сәскәләр емелдәшә. Яҡын ара булмаһа ла, Баймаҡҡа Белорет районы аша барыу ҡала ығы-зығыһынан ялҡҡан, тәбиғәткә ашҡынған күңел өсөн үҙе бер кинәнес шул. Юлдағы хозурлыҡ ни тора! Тирә-йүнгә һоҡланып, туҡтай-туҡтай, фотоға төшөп барыу араның алыҫлығын да һиҙҙермәне. Сит илдә юлдар көҙгө һымаҡтыр инде, тим Эльвираға, юлдың насарлығына ишаралап.
– О-о, һеҙ насар юлды күргәнегеҙ юҡ әле... Бәхәсләшмәйем, Европала юлдар һәйбәт, әммә сит илдәрҙә бынан да хөртөрәк юлдар осрай, – ти юлдашыбыҙ.
* * *
Тантана хужалары менән танышыу күркәм табын артында башланды. Вилүр Зиннәт улы ҡунаҡты 1987 йылда ойошторолған үҙәктең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Топ-модель Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә киң билдәле үҙәк тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы. Бында тегелгән милли кейемдәр кемдәрҙең генә күҙен ҡамаштырмаған да, матурлығы, биҙәлеше менән таң ҡалдырған тирмәләрендә кемдәр генә ҡунаҡ булмаған! Зауыҡлы һылыуҡай заказ буйынса тегелгән милли кейемдәрҙе күреп хайран ҡалһа, ошонда уҡ етештерелгән милли уйын ҡоралдары – ҡурай, думбыра, гитара, мандолина, ҡумыҙ, дәүләт символдары – герб, әләмдәргә, таҫмаларға, вымпелдарға, төрлө сувенирҙарға ҡарап та һоҡланды. Ағасты өңөп, һырлап эшләнгән айыуҙарҙы, аҡбуҙаттарҙы, һауыт-һабаларҙы бер-бер артлы ҡулына алып, вәт, исмаһам, оҫталыҡ, тип аптыраны.
АҺ , КИЛЕШӘ КҮЛДӘГЕ!
Оло йыйындар, рәсми сәфәрҙәр булһынмы – береһе лә Баймаҡ халыҡ һөнәрселек үҙәге етештергән тауарҙарһыҙ үтмәй шул. Сит илгә сыҡҡанда ла иң элек бында етештерелгән сувенирҙар, тирмәләр өҫтөнлөк менән файҙалана. Күп тармаҡлы предприятие һәм ышаныслы партнер булараҡ танылған үҙәктә эшләүселәр, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен төплө өйрәнеп, уникаль эштәрендә милли үҙенсәлектәрҙе ҙур оҫталыҡ менән файҙалана белеүе һәм үҙенең эшмәкәрлеген төрлө йүнәлештә байытыуы менән алдыра. Абруйлы предприятиеның Кремлдең үҙендә Рәсәй бизнес һәм эшҡыуарлыҡ академияһының Почетлы дипломы менән бүләкләнеүе лә ошо турала һөйләй.
– Башҡортостанға ҡайтҡан һайын Өфө магазиндары буйлап милли орнаменттар менән биҙәлгән сувенирҙар эҙләйем. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, ассортимент ярлы, килешлеһен генә табырмын да тимә, – ти Эльвира, Өфөлә ошондай сувенирҙарҙың һатылмауына үкенес белдереп. Баҡтиһәң, яҡташыбыҙ үҙе менән юлда гел башҡорт сувенирҙарын алып йөрөй икән.

* * *
АҺ , КИЛЕШӘ КҮЛДӘГЕ!
Эльвира өсөн махсус тегелгән күлдәкте күргәс, аһ, иттек. Ап-аҡ атластан тегелгән затлы күлдәккә алтын төҫөндәге тәңкәләр менән һырланған йәшел елән айырыуса ҡупшылыҡ, зауыҡ өҫтәй. Күлдәкте күргәс, Эльвираның да ҡыуанысы йөҙөнә үк бәреп сыҡты. Үҙәктең генераль директоры Илшат Вилүр улы Рәхимғолов бүләкте рәсми тапшырғас, ул шатлығынан күлдәген шундуҡ кейеп тә алды. Тап-таман, ана нисек килешә үҙенә! Күлдәктең дизайнеры – Вәсилә Вәлиулла ҡыҙы Рәхимғолова үҙе.
– Бындай моделле күлдәктәргә һорау күп, тантаналарға нәҡ ошондайыраҡ тегелешлеләренә заказ бирәләр. Күлдәкте теккәндә иң мөһиме төҫтәргә иғтибар иттек. Йәшел – бик матур, йөҙҙө аса торған төҫ. Ана, Эльвираның үҙенә лә бик килешә икән, – тине ҡәнәғәтлек менән Вәсилә Вәлиулла ҡыҙы. Ә күлдәкте үҙәк асылған көндән эшләүсе тәжрибәле тегенсе Ирина Сафронова теккән. Уның етеҙлеге, оҫталығы арҡаһында топ-моделдең күлдәге аҙна самаһы ваҡытта әҙер ҙә булған. Түшелдереген, билбауын бер нисә вариантта эшләп ҡарап, һайлап алғандар.
– Милли күлдәк күптәнге хыялым ине. Бер ҡасан да үҙемә тап-таман булғанын кейгәнем булманы, гел ҡыҫҡа була ла ҡуя, эҙләп-эҙләп тә таба алмай инек... Хәҙер бына үҙемдең милли күлдәгем бар. Белһәгеҙ икән, ниндәй еңел, тәнгә рәхәт... «Йөҙгә йә Европа халҡына оҡшамағанһың, йә азиаттарға тартмайһың, кем һуң һин?» – тип һораусыларға бынан ары, милли күлдәгемде күрһәтеп, мин – башҡорт ҡыҙы, тип аңлатыуы ауыр булмаясаҡ. Сит илдәрҙең береһендә подиумға кейеп сығып, милли кейемдә фотосессия ойошторорға, популяр журналдарҙың береһенең тышлығына сығырға ла мөмкинлегем буласаҡ. Күлдәгемдең тәбиғи матурлығымды асып, мөләйемлегемә үҙенсәлек өҫтәренә иманым камил, – тип һөйөндө топ-модель, Баймаҡ халыҡ һөнәрселек үҙәге коллективына ихлас рәхмәтен еткереп.
Халыҡ традицияларын яңыртыусы, бай хеҙмәт һәм тормош тәжибәһе туплаған булдыҡлы эшҡыуар Вилүр Зиннәт улының үҙенә төбәп, һеҙ шул тиклем һоҡланғыс кеше, ҡыҫҡа ғына аралашыу ваҡытында ла һеҙҙән әллә күпме һабаҡ алырға мөмкин, форсаты сығып, насип итһә, мин һеҙҙе үҙем ҡунаҡҡа көтөрмөн, тине хушлашҡанда.
Донъя буйлап күп илдәр гиҙгән башҡорт ҡыҙына гүзәл республикабыҙҙың Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Мәләүез яҡтарын да күрһәтеп алып ҡайтыу ниәтендә маршрутты үҙгәртеп, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Эльвира яратып өлгөргән күлдәген ҡапыл ғына сисергә теләмәне. Әбделкәрим ауылында самауырын ҡайнатып, бишбармаҡ бешереп көткән фотографыбыҙ Юлай Кәримовтың әсәһе Зәйнәп Сәхиулла ҡыҙы ла тәҙрә аша төп ҡунаҡтың башҡорт күлдәгендә килеп төшкәнен күреп, йәһәт кенә милли кейемен кейә һалып, беҙгә ҡаршы сыҡҡан.
АҺ , КИЛЕШӘ КҮЛДӘГЕ!
– Ай, әттәгенәһе, белмәй ҡалдым, ҡыҙымды үҙебеҙҙең «Түңгәүер» фольклор ансамбле менән күмәкләшеп йырлап ҡаршы алыр инек тә баһа, – тип өҙгөләнде ул. Бына ҡайҙа ул боронғо тәбиғилек, халҡым йолалары!
Йылайыр районы үҙәгендәге Винер мәсете менән данлыҡлы шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич һәйкәленә туҡталып үткәндә лә Эльвира милли күлдәктә ине әле.
Әйткәндәй, донъя модель бизнесында танылған башҡорт ҡыҙы Эльвира Хисаева бөгөн Токиоға юлланды. Бында уны контракт буйынса бер айлыҡ эш көтә. Артабан көҙгә тиклем Нью-Йорк, башҡа ҡитғалар... Сая, алсаҡ, «йондоҙ» булып та, ябай булып ҡала белгән яҡташыбыҙға ижади уңыштар, сәфәренең гел уң булыуын теләйек. Ә гәзитебеҙҙе уҡып, милли күлдәгеңде кейеп, донъя подиумына сыҡһаң ине ул, тип теләк белдергән топ-моделдең хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән Баймаҡ халыҡ һөнәрселек үҙәгенең генераль директоры Илшат Вилүр улына һәм хөрмәтле Вилүр Зиннәт улы Рәхимғоловҡа редакциябыҙ исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һүҙегеҙҙә тора белгән ысын башҡорт егеттәре икәнһегеҙ!

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.
Өфө – Баймаҡ – Өфө.

Юлай КӘРИМОВ фотолары.
 (голосов: 1)
авторы: Нур | 5 мая 2009 | | Фекерҙәр (1)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Эльвираға булды бүләк –милли күлдәк!
  • «Һоҡланғыс сит планета ҡыҙы»
  • «Мәскәү, Милан, Лондон, Париж... Ә Өфө ...
  • Йылҡысылыҡ – өҫтөнлөклө йүн ...
  • Өфө һылыуы – Валентин Юдашкинда модель
  • #1 яҙҙы: Тансулпан (7 мая 2009 11:16)  
    Милли йозобоззо сит илдэрзэ курхэткэн кызыбызга ысын милли кейем булэк итергэ ине. Был кулдэктен ихэ башкорт милли костюмына бер ниндэй зэ окшашлыгы юк. Был - зауыкхыз стиллэштереу. Укенес.
    Теркәлгән: -- | ICQ: --   
    Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru