Иренһәң - иренеңә теймәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Мәскәүҙә – йәй
» Беҙҙең күргәндәрҙе яҙы ...
» Шәжәрә – сал тарихҡа бағыр тә ...
» Раштыуа байрамы менән!
» Ҡоролоҡ йылдамлыҡҡа өйрәтә
» Этикет ҡағиҙәләре



Сыңғыр ---
Бәләкәй йортта оло эштәр
Киров районының 51-се балалар баҡсаһына йөрөүсе балаларҙы баш ҡаланың иң бәхетле балалары тип әйтеү һис тә яҙыҡ булмаҫ. Сөнки балалар баҡсаһы эстән дә, тыштан да бик матур, заманса итеп төҙөлгән, йыһазландырылған. 2007 йылдың декабрендә сафҡа индерелгән был балалар баҡсаһында сабыйҙарға тейешле тәрбиә, белем биреү өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа бар.
Мөдир Зәкинә Муллабаеваның һөйләүенсә, балалар баҡсаһының өҫтөнлөклө яғы шунда: ике медицина блогы бар. Стоматология, физиотерапия, процедуралар бүлмәләре тейешле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Айырым йыһазландырылған музыка, физкультура залдары ла зауыҡлы. Ә юл хәрәкәттәрен өйрәнеү бүлмәһе – балаларҙың яратҡан урындарының береһе.
– Кескәйҙәрҙе һәр яҡтан тәрбиәләү өсөн ошондай шарттарҙың булдырылыуына беҙ ҙә, ата-әсәләр ҙә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Бының өсөн республика етәкселегенә рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Беҙгә бары тик күңел һалып, ең һыҙғанып эшләргә генә ҡала, – ти тәрбиәселәр.
Баҡсала дүрт башҡорт төркөмө булдырылған. Ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа быға бик шат.
Быйылғы уҡыу йылынан иһә кескәйҙәр инглиз телен өйрәнә башлаған. Театр студияһы, хореография, эстрада-бейеү түңәрәктәре уңышлы эшләй.
– Балаларҙың сәләмәтлеге хаҡында даими хәстәрлек күреү – коллектив алдында торған иң мөһим эштәрҙең береһе. Сөнки һау-сәләмәт сабыйҙы ғына йырларға, бейергә, туған телендә һөйләшергә, сит телгә өйрәтергә мөмкин, – ти Зәкинә Нуриман ҡыҙы.
Ысынлап та, балалар баҡсаһында киләсәк быуындың һәр яҡлап үҫеше өсөн бөтә шарттар булдырылған. «Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ» тигән һүҙҙәр был белем усағында ҡоро лозунг ҡына түгел. Һәр тәрбиәсе, хеҙмәткәр, үҙ эшен еренә еткереп башҡарып, был һүҙҙәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килеүе өсөн бөтә көсөн һала.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 7 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Кескәйҙәргә байрам бүләге
  • Балалыҡтың моңло иле
  • Бөтәһе лә балалар өсөн
  • БӨТӘҺЕ ЛӘ ЙӘШ БЫУЫН ӨСӨН
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru