Күпкә китһә, сүпкә китә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • Йәштәр көнө менән!
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Сыңғыр
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һәр ерҙә – Бөйөк Еңеү тантанаһы Башҡортостан

    Һәр ерҙә – Бөйөк Еңеү тантанаһы
    – Хәйерле иртә!
    Танау осомдо ҡытыҡлаған яғымлы ҡояш нурҙары мине шулай сәләмләп уятты һәм: «Тор! Бөгөн ниндәй көн икәнлеген үҙең беләһең. Һине көтәләр!» – тигәндәй тойолдо.
    Тәҙрәләремде асып ебәрҙем. Сеү, ҡала өҫтөндә бығаса булмағанса ниндәй тынлыҡ! Ошо һиллектә, ғәҙәттә, ҡала урамдары буйлап үрле-түбәнле өҙлөкһөҙ ағылған автомашиналарҙың геүелдәүенең бер аҙға туҡтап ҡалыуына ҡыуанғандай, ярышып-ярышып һайраған ҡоштар тауышы ғына ишетелә. Тынлыҡ-һиллек тантанаһына минең күңел генә түгел, ә бөтә ҡала үҙе һөйөнгәндәй. Хәйер, бер-ике сәғәт тә үтмәҫ, урамдарға, парк һәм скверҙарға, мәҙәниәт йорттары алдына, ял итеү һәм күңел асыу майҙансыҡтарына ата-әсәләрен етәкләгән кескәйҙәр һибелер. Һәр ерҙә хәрби марш һәм йырҙар яңғырар.

    авторы: Нур | 12 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар үҙәгендә – социаль объекттар Яңылыҡтар

    Был көндәрҙә бөтә Рәсәй ял итеүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап эш сәфәрендә булды. Социаль инфраструктура объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау барышы – эш сәфәренең төп маҡсаты.

    авторы: Нур | 12 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Еңеү көнө менән, Президент! Яңылыҡтар

    Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медеведев Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовты Еңеү көнө уңайынан ҡотланы. Ил башлығының телеграммаһында: «Һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 64 йыллығы менән ҡотлайым. Был байрам берҙәмлектең, илһөйәрлектең, халҡыбыҙҙың Тыуған илгә тоғролоғоноң героик батырлығы символы булып билдәләнде. Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем», – тиелә.

    авторы: Нур | 12 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең матурҙарыбыҙ, беҙҙең батырҙарыбыҙ Башҡортостан » Хәтер

    Учалы районында 64-се Еңеү яҙын 170 һуғыш ветераны ҡаршыланы. Ҡайһы бер ауылдарҙа, шул иҫәптән Оҙонгүл, Озерныйҙа ла, тыл ветерандары ғына иҫән ҡалған.
    Беҙҙең матурҙарыбыҙ, беҙҙең батырҙарыбыҙ
    Һәйкәл ҡаршыһындағы ултырғыстарҙа аллы-гөллө яулыҡтарҙа, иң затлы кейемдәрендә әбейҙәр урын алған. Еңеү көнө айҡанлы Озерный, Оҙонгүл мәктәптәре уҡыусылары шиғыр ятлай, йыр йырлай, ә улар күҙҙәренән аҡҡан ҡыуаныс йәштәрен ҡытыршы устары менән һөртөп, ихлас тыңлай.

    авторы: Нур | 12 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гран-при – Стәрлебаш бөркөттәрендә Мәҙәниәт

    Өфөлә Бөйөк Еңеүгә – дан етенсе лирик-патриотик йырҙарҙы йәш башҡарыусыларҙың республика конкурсы үтте

    авторы: Нур | 12 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Өмөт менән бүлеш» Башҡортостан » Хәтер

    6 – 9 майҙа бөтә донъяла балалар ҡағыҙ торна яһай
    1945 йылдың 6 һәм 9 майында япон ҡалалары Нагасаки менән Хиросимаға атом бомбалары ташлана. Ошо вәхшилек акты мәлендә лә, һуңынан да күптәр нур ауырыуынан һәләк була. Садако исемле ҡыҙыҡай ҙа бәләгә тарый – уны ҡан рагы көндән-көн ашай.

    авторы: Нур | 12 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нигеҙегеҙ ырыҫлы, өйөгөҙ ҡотло булһын! Башҡортостан » Милли проекттар

    Нигеҙегеҙ ырыҫлы, өйөгөҙ ҡотло булһын!
    – Әйҙә, Дуҫлыҡ монументын ҡуҙғалып китеү нөктәһе итеп алайыҡ. Артабан Ағиҙел йылғаһы яры буйлап һалынған яңы асфальт юлдан көнсығышҡа табан юл алаһың, – тип, хеҙмәттәшем миңә үҙенсә карта һыҙа башланы. – Ошо асфальт юл буйлап Таш кисеү аша (ул Ҡариҙел йылғаһы аша һалынған) алға, тик алға елдерәһең. «Жилино» тигән юл күрһәткесен үткәс, Силәбе трассаһы буйлап китәһең дә, «Охлебинино» тип яҙылған күрһәткестәге «юл элмәге»нән урап төшөп, тағы ла алға һәм «Исаково» тип яҙылған күрһәткестән уңға боролаһың. Артабан Шмитово ауылы, унан һуң тап һеҙгә кәрәк Шамонинға килеп төртөләһегеҙ...

    авторы: Нур | 12 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яугир ауылдаштарыма дан! Башҡортостан » Хәтер

    Илебеҙҙе фашистарҙан һаҡларға фронтҡа беҙҙең Манышты ауылынан иллегә яҡын кеше алына. Шуларҙың күбеһе һуғыш яланында ятып ҡала. Бик әҙҙәре генә, немец фашистарын үҙенең ояһында дөмөктөрөп, иҫән-һау ҡайта.

    авторы: Нур | 12 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru