Еңел эш ҡөҙрәт менән эшләнер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Уйлыларҙы уйландырып
» Фәүзиә Камалетдин ҡыҙы Йосопова
» Урал батыр рухы саҡырҙы
» «Эш хаҡыбыҙ бигерәк әҙ...»
» Владимир Путин халыҡ менән аралашты
» Ҡәҙерле дуҫтар!



Ҡорос ҡатыш ут эсендә Башҡортостан » Хәтер
Бекешчаба ҡалаһына яҡынлашҡанда танкистар, көсөргәнешле алышта дошман гарнизонын тар-мар итеп, тулыһынса пехотаны, 7 танкты, 9 танкыға ҡаршы орудиены һәм байтаҡ автомашинаны юҡ итте. Корпустың механизацияланған бригадалары Кишуйсамаше кварталдарын фашистарҙан таҙартыу менән мәшғүл булған арала 41-се танк бригадаһы Карцаг ҡалаһына һөжүм башланы. Шунда разведка Орадея-Мареға төньяҡ-көнбайыштан яҡынлаусы ҙур дошман колоннаһы хаҡында хәбәр итте. Алыш төндә ҡыҙып китте. Бында совет ғәскәрҙәрен осратырын күҙ алдына ла килтермәгән фашистар тәүҙә ҡаушап ҡалды, әммә тиҙ аңына килде һәм бригадалар өҫтөнә көслө ут яуҙыра башланы. Тәүҙә дошман тик көньяҡтан ғына хәрәкәт итһә, совет ғәскәрҙәренең көсөн дөрөҫ баһалап, ҡаланы көнсығыштан һәм көнбайыштан ҡамай башланы, артиллерия утын көсәйтте. Ошо хәл иткес мәлдә корпус командиры йүнәлдергән 1289-сы үҙйөрөшлө артиллерия полкы килеп өлгөрҙө. Полк, гитлерсыларға тылдан һөжүм итеп, уларҙың хәрби көстәрен киҫте һәм, ҡалаға үтеп инеп, уны обороналауҙы нигеҙенән нығытты. Көндөң икенсе яртыһында ҙур сәнәғәт үҙәге булған Орадея-Маре совет ғәскәрҙәре ҡулына күсте. Көсөргәнешле алыштар һөҙөмтәһендә 29 октябрҙә Дебрецен операцияһы тамамланды. Венгрия территорияһындағы ошо тәүге ҙур операция һөҙөмтәһендә 2-се Украина фронты ғәскәрҙәре Трансильванияның төньяҡ өлөшөн һәм Венгрияның һиҙелерлек өлөшөн азат итте. Будапешҡа һөжүм башлау өсөн нигеҙ булдырылды. Будапешты азат итеү өсөн алыш 29 октябрҙә Тиса һәм Дунай йылғалары араһында башланды.
Көҙ аҙағы, күкте ҡара болот ҡаплаған, һалҡын ямғыр ҡоя. 1 ноябрҙә 7-се мехкорпус механизацияланған атлы ғәскәр төркөмөнән фронт резервына сығарылды. Корпустың һул ҡанаты ғәскәрҙәре артынан ноябрь башында 2-се Украина фронтының уң ҡанаты ғәскәрҙәре лә һөжүмгә күсте.
Фронт резервында торған 7-се мехкорпус 7 ноябрҙә 27-се армия ҡарамағына бирелде. Был ваҡытта 27-се армия Венгрияның ғәйәт ҙур сәнәғәт үҙәге булған Мишкольц ҡалаһын фашистарҙан азат итеү өсөн хәрби хәрәкәттәр йәйелдерҙе. Уңышлы маневрҙар яһап һәм 33-сө уҡсылар полкы менән берлектә эш итеп, беҙҙең 7-се мехкорпус 10 көн буйы туҡтауһыҙ һуғыштар менән 70 км юл үтте һәм ҡалаға яҡынлашты. Мишкольц 3 декабрҙә ҡаты һуғыштар менән яулап алынды. Артабан беҙҙең корпусты Юғары Баш командующий Ставкаһы 3-сө Украина фронтына тапшырҙы. 1944 йылдың 9 декабрендә 3-сө Украина фронты ғәскәрҙәре, дошмандың Балатон һәм Веленце күлдәре араһындағы оборона һыҙығына яҡынлашып, 2-се Украина фронты ғәскәрҙәренә ҡушылды. Шуның менән гитлерсыларҙың Будапештың көнбайышындағы коммуникациялары өҙөлдө.
Венгрия территорияһының төньяҡ-көнсығыш өлөшөнән көньяҡ-көнбайышына марш яһап һәм Байя районында Дунайҙы кисеп, беҙ (7-се мехкорпус) 13 декабрҙең иртәһенә Дунафельдварҙан 15 км төньяҡ-көнбайыштараҡ көтөү позицияһын алдыҡ. Бер туҡтамай яуған ямғырҙан һәм өҙлөкһөҙ ағылған машиналарҙан йырғыланып бөткән юлдарҙан колонналар әйтеп биргеһеҙ ҡыйынлыҡтар менән үтте. Әммә һуғышта эмоцияларға урын юҡ – һалдат, машина кеүек, һуңғы һулышынаса бөйөк Еңеү өсөн алыша. Һуғыш уты эсендә һинең өсөн ике генә хәҡиҡәт йәшәй – командир һәм бойороҡ. Һәм шул бойороҡто һин йөрәгеңдән ҡан һарҡып торһа ла үтәргә тейешһең. Юғиһә ошо донъяла йәшәүеңдең мәғәнәһе ле ҡалмаясаҡ.
21 декабрҙә иртә таң менән артиллерия әҙерлеге башланғас та корпустың механизацияланған бригадалар колонналары ҡыҙыу һуғыштар барған ергә – Веленце күленең төньяҡ ярына һәм Секешфехербар ҡалаһының көнсығыш сиктәренә ынтылды. Беҙ һуғышҡа инеү менән дошман оборонаһын йырып үтергә ынтылған армия ғәскәрҙәренә яңы көс өҫтәлде – ажарлы алыштар дауам итте...
Беҙҙең бригадалар позицияларын көслө артиллерия-миномет утына тотоу, «мессершмит»тарҙың йыш осоуы дошмандың яңы һөжүм әҙерләүе тураһында хәбәр итте. Һуғыш уғата аяуһыҙ булды, дошман һөжүмдәре бер-бер артлы кире ҡағылды, гитлерсылар, бик күп тере көсөн һәм техникаһын юғалтып, һәр саҡ сигенергә мәжбүр ителде.
Будапешт өсөн һуғыш ҡалаға үтеп инергә ынтылыусы һайлап алынған СС танк дивизияларының еңелеүе, тотош дошман группировкаһын тар-мар итеү һәм әсиргә алыу менән тамаланды. Был еңеүгә мин үҙем механик-водитель сифатында һуғышҡан беҙҙең 7-се мехкорпус һуғышсылары ла тос ҡына өлөш индерҙе. 285 танкыны һәм үҙйөрөшлө орудиены, 43 орудиены һәм минометты, 77 бронетранспортерҙы яндырҙыҡ, сафтан сығарҙыҡ һәм ҡулға төшөрҙөк, 4 813 һалдат һәм офицерҙарҙы юҡ иттек һәм әсиргә алдыҡ (ЦАМО, Ф612, оп. 107127, д. 1, л. 239).

Брно өсөн һуғыштар
...5 апрелдә беҙҙең корпус Чехословакия территорияһында тупланды һәм 2-се Украина фронты ҡарамағына тапшырылды, уның ғәскәрҙәре Чехословакияла ҙурлығы буйынса өсөнсө урында торған Брно ҡалаһы өсөн һуғыштар башлағайны. Брнола «Шкода», «Зброевка» кеүек немец-фашист армияһын тәьмин итеүсе бик күп хәрби завод эшләй ине. Ул илдең бик күп мөһим юлдарының үҙәге, ҙур административ-сәйәси үҙәк тә булды. Гитлерсылар, әлбиттә, уны обороналау өсөн көсөн йәлләмәне.
15 апрель төнөндә беҙ, Мораваны кисеп сығып, көтөү позицияһын алдыҡ. Иртә менән, ғәйрәтле артиллерия утына тотҡандан һуң, 1-се гвардия механизацияланған-атлылар полкы һөжүмгә күсте. Беҙ Брно йүнәлешендә ут астыҡ. Һул флангыла 63-сө мехбригада уңышлы маневрҙар яһаны. 16 апрелдә 240-сы танк полкының танк взводы командиры кесе лейтенант И. Миренков, дошман оборонаһын беренсе булып йырып үтеп, ҙур батырлыҡ күрһәтте. Ике көн һуғыш эсендә уның танк экипажы 6 танкыны, 2 танкыға ҡаршы орудиены (расчеты менән) һәм 50 дошман һалдат-офицерын юҡ итте. Ҡаһарман офицерға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелде.
Брноны гитлерсыларҙан азат итеү һуғыштарында беҙҙең 7-се корпустың хәрби частары яугирҙары ғына түгел, ә ватылған техниканы шунда, һуғыш яланында уҡ төҙәтеүсе ремонт подразделениелары һуғышсылары ла ғәййәрлек күрһәтте. Брно өсөн алыштарҙа беҙҙең корпус дошмандың 83 танкыһын һәм үҙйөрөшлө орудиеһын, 278 орудие һәм минометын, 191 бронетранспортерын, 481 пулеметын, 347 автомашинаһын, 7 самолетын юҡ итте, 9 мең һалдат-офицерын дөмөктөрҙө һәм әсиргә алды (ЦАМО, ф. 612, оп. 81126, д. 1, л. 2). Корпустың ете яугиры «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ булды.
Брно өсөн һуғыштарҙа өлгөлө һуғышҡаны, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн 7-се мехкорпустың шәхси составы СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 28 майҙағы Указы менән Ленин орденына лайыҡ булды.

Баш күтәргән Прагаға
ярҙамға

Ҡан-ҡойошло ҡыҙыу алыштар һөҙөмтәһендә апрель аҙағына 4-се һәм 2-се Украина фронттары, шулай уҡ улар составында һуғышыусы румын һәм чехословак берләшмәләре Көнбайыш Карпат тауҙарында дошмандың ҙур группировкаһын тар-мар итте һәм Словакия менән Моравияның бер өлөшөн тулыһынса азат итте. Чехословакияға тәрәнерәк үтеп инеп, совет ғәскәрҙәре тиҙерәк Прагаға һөжүм итеү һәм Чехословакияны тулыһынса азат итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы.
Брноны алғас, 1-се механизацияланған атлылар төркөмө төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш йүнәлештәрендә һуғыш хәрәкәттәрен дауам итте. Уның алдына 29 апрелгә тиклем Иванчице, Збишнов һәм Тишнов пункттарын алыу бурысы ҡуйылды.
Беҙҙең 7-се мехкорпус кавалерия корпустары менән бергә Тишновты утҡа тотто. Дошман әүәлгесә ҡаты торҙо. 1 майҙа корпус частарын ҡыуаныслы хәбәр урап үтте: 30 апрелдә совет ғәскәрҙәре рейхстаг түбәһенә Еңеү Байрағын ҡаҙаған. 2 майҙа совет ғәскәрҙәре Берлин группировкаһын тар-мар итеүҙе тамамлаған һәм фашистар Германияһының баш ҡалаһы тулыһынса улар ҡулына күскән.
Ә Чехословакия территорияһында көсөргәнешле һуғыштар дауам итә ине. Апрель аҙағына беҙҙең ғәскәрҙәр уның көнсығыш өлөшөн – Словакияны тулыһынса азат итте. Азат ителгән райондарҙа халыҡ власты үҙ ҡулына алды һәм, ҡоралланып, дошманға ҡаршы йәнтәслим алышҡа әҙерләнде. Моравияла май башында башланған ихтилал ғәжәп ҙур тиҙлектә бөтә Чехословакияға таралды. 5 майҙа иртән Прага баш күтәрҙе. Баш күтәреүселәр радио аша ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс тә, совет командованиеһы, бөтә ғәскәрҙәрҙең дә килеп еткәнен көтөп тормайынса, Прага операцияһын ваҡытынан алда башларға ҡарар итте. 6 майҙа 1-се Украина фронты ғәскәрҙәре Дрезден, Прага йүнәлешендә һөжүм башланы, 7 – 9 майҙа Прага операцияһына 2-се Украина фронты ғәскәрҙәре ҡушылды. Был операцияла 1-се гвардия механизацияланған-атлылар төркөмө составында беҙҙең 7-се мехкорпус та ҡатнашты. 5 майҙа беҙ, Тишнов йүнәлешендәге һуғыштарҙан сығып, Брнонан көнбайышта тупландыҡ. 7-се мехкорпусҡа, дошман оборонаһын өҙөп, Брно – Йиглава – Прага йүнәлешендә шоссе буйлап һөжүмде көсәйтеү һәм 10 май аҙағына Праганың көньяҡ өлөшөн ҡулға төшөрөү бурысы ҡуйылды.
9 майға ҡаршы төндә ҡыуаныслы хәбәр килде: 8 майҙа Берлин эргәһендәге Карлехарсте ҡаласығында Германияның бер һүҙһеҙ капитуляция яһауы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйылған.
Фашист Германияһының баш һалыуына ҡарамаҫтан, Чехословакияла хәрәкәт итеүсе «Центр» армиялары төркөмө ғәскәрҙәре әсиргә бирелеүҙән баш тартты һәм, Көнбайышҡа табан үтергә бар көсөнә тырышып, ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтте.
Беҙҙең корпус частары тар ғына үҙәнгә төшөү менән ян-яҡта снарядтар һәм миналар шартлай башланы. Прагаға юл тар ғына: һулда – теп-текә ҡаялар, ә уңда йылға ағып ята. Гитлерсыларҙың орудие позицияларына һөжүм итеү өсөн подразделениелар хәрәкәтен йәйелдереү тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. 16-сы мехбригада штабы начальнигының разведка буйынса ярҙамсыһы өлкән лейтенант И. Оркис, ябыҡ позицияларҙан ут асыу йәһәтенән тәжрибәле белгес булараҡ, дошман орудиеларының урынлашыуын асыҡларға бойороҡ алды. Бының өсөн уға бронетранспортер (американдар эшләп сығарған ғәйәт ҙур тиҙлекле бронетехника) бүлделәр. Уның механик-водителе мин, Ш. Мирсаев, ә радисы И. Гончаренко булдыҡ.
Туңған танкыларҙы, САУ һәм автомашиналарҙы, бронетранспортерҙарҙы ҙур ҡыйынлыҡ менән урап үтеп, беҙ алға ырғыла инек. Аркалы күпер янында Т-34 танкыһы янып ята, автомашиналарға ут тоҡанған. Гитлерсылар хәҙер колоннаны үҙәндә ҡамауҙа ҡалдырыр өсөн уның «ҡойроғон» утҡа тота. Ләкин улар бронетранспортерҙың ни өсөн алға ырғылғанын аңланы һәм утты беҙҙең яҡҡа күсерҙе. Беҙ иң юғары тиҙлектә алдағы ҡалҡыулыҡҡа осоп тигәндәй барып мендек һәм гитлерсыларҙың күҙ уңынан юҡ булдыҡ. Уның ҡарауы, өлкән лейтенант Оркис беҙҙән бер саҡрым алыҫлыҡта шоссе өҫтөн утҡа тотоусы бер нисә САУ-ҙы һәм орудиены күреп ҡалды. Йүнәлеште, сәпте һәм уның кимәлен тиҙ генә иҫәпләп сығарып, разведчик был мәғлүмәттәрҙе үҙебеҙҙең артиллеристарға тапшырҙы. Беренсе залп сәп өҫтөнән үтте. «Төҙәргә!» командаһынан һуң снарядтарҙың бер өлөшө йәнә сәп өҫтөнән осто, ә ҡалғандары дошман позицияларын ҡапланы. Тағы бер тоҫҡағандан һуң дошман батареялары урынлашҡан ерҙе көслө туп ҡойоно һөрөп тигәндәй сыҡты.
9 майҙың таңында Брнонан көнбайыштараҡ дошман оборонаһын йырып үтеп, 1-се гвардия механизацияланған-атлылар полкы һуғышҡа инде. Уның иң алғы һыҙығында беҙҙең 7-се мехкорпус барҙы. Дошмандың юлда осраған тарҡау частарын ҡырып-һепереп һәм артабан эҙәрлекләп, корпус йәнтәслим алға ынтылды. Бригада подразделениелары һөжүмде яңыртырға йыйынғанда, корпус командиры 94-се айырым мотоциклет батальонына тиҙ арала Прагаға юл тоторға бойорҙо. 9 майҙа сәғәт 11 тирәһендә батальон колоннаһының алғы машиналары Прагаға инде. Киске 19 сәғәттә беҙҙең 7-се мехкорпус та Чехословакияның баш ҡалаһында ине, һәм генерал-лейтенант Д. Лелюшенко командованиеһындағы 1-се Украина фронтының 4-се танк бригадаһы менән ҡушылды.
Меңәрләгән кеше совет ғәскәрҙәрен тантаналы сәләмләне. Прага операцияһы капитуляциянан баш тартып, Америка һәм Англия армиялары зонаһына сығырға тырышҡан немец-фашист ғәскәрҙәренең һуңғы иң ҙур стратегик группировкаһын тулыһынса тар-мар итеү һәм әсиргә алыу менән тамамланды.
Шулай итеп, беҙҙең 7-се мехкорпусы Бөйөк Ватан һуғышында Уң яҡ Украинаның көньяғында һәм Молдавияла немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүгә һәм Румыния, Болгария, Венгрия һәм Чехословакия халыҡтарын азат итеүгә һиҙелерлек өлөш индерҙе. Гитлер Германияһын еңгәндән һуң корпус Байкал аръяғы фронтына күсерелде. Алда беҙҙең, Чита, Монголия һәм Хинган аша ҡоро далала 40 градус эҫелә әсе тир түгеп, арып, һыуһап, асығып, Японияға, Порт-Артурға тиклем тағы ла ҡәһәрле һуғыш юлдарын үтәһе бар ине әле. Беҙ һөйөклө илебеҙ алдындағы ул мөҡәддәс бурысыбыҙҙы ла намыҫлы үтәнек.

Шәйхенур МИРСАЕВ.
(Аҙағы. Башы 54-се һанда).
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 12 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ҡорос ҡатыш ут эсендә
  • Бөйөк еңеүгә 33 көн ҡалды
  • Геройҙар үлмәй
  • 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы – һ ...
  • Барлыҡ үлемдәргә үс итеп...
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru