Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең йөрәге тыныс.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» «Аулаҡ өй» ҡауыштырҙы
» Мөһим сараларға бай аҙна
» Йорттары ла иркен, күңелдәре лә!
» Утҡа ҡаршы уҡтай атылып...
» Шәжәрәләрҙә – милләт тарихы
» Таксист яҙмалары



Саҡырыу Әҙәбиәт » Хикәйә
Түбәндә килтерелгән көндәлек Өфөнән алыҫ түгел ҙур ауылда йәшәгән Моратовтың йортонда табылды. Әгәр ҙә криминаль хрониканы күҙәтеп барһағыҙ, уның (Моратовтың) эҙһеҙ юғалыуы тураһында ишеткәнһегеҙҙер, бәлки. Үкенескә күрә, ярылған тәҙрә аша өйгә ҡар тулып, тәҙрә янындағы өҫтәлдә ятҡан көндәлек ҙур ғына зыян күргән, ҡайһы бер урындарын тергеҙеү мөмкин булманы.
4 ғинуар
Аһ, был төштәр. Улар минең мендәргә баш терәүемде генә көтә. Улар мине эҙәрлекләй. Уларға ҡаршы тороу мөмкин дә түгел.
Һуңғы арала йоҡларға ятырға ҡурҡам. Карауатым миңә тере, имәнес бер йән эйәһе һымаҡ күренә. Ләкин аяҡтарым үҙҙәренән-үҙҙәре мине түшәгемә алып килә. Сәғәт төнгө ун ике тулыуға күҙҙәрем йомолоп, тәнем тын ятырға тейеш. Мин быны үҙ исемемде белгән кеүек беләм, тик аңлата алмайым...
Төштәремдә мин Бөйөк Бүрене күрәм. Ул минең менән һөйләшә. Ул миңә әмер бирә. Уның күҙҙәре сихри арбау көсөнә эйә. Ул бөйөк. Мин унан ҡурҡам, ләкин шул уҡ ваҡытта яратам да. Ул мине әйҙәй. Мин Уның артынан атларға, Өйөр эсендә булырға тейеш. Мин дә Бүре Балаһы.

6 ғинуар

Айға тыныс ҡына ҡарай алмай башланым. Дүрт аяҡҡа баҫып башты күккә күтәреп, күңелде елкендереп олоғо килә. Мин үҙемде тоторға тырышам. Эйе, әле иртә, иртә.
Күктә нисә йондоҙ бар икән?

8 ғинуар
Тештәрем һыҙлап ҡаңғырта, түҙерлек түгел. Ә шулай ҙа, күктә нисә йондоҙ бар икән? Унан һорарға кәрәк, моғайын, Ул беләлер.

13 ғинуар
Тештәрем һыҙламай хәҙер, ә ҡысый. Быныһы бөтөнләй түҙгеһеҙ.
«Күктә нисә йондоҙ бар?» – тип һораным, ә Яуап мине аҡылдан яҙырлыҡ хәлгә килтерҙе. Ҡотом осоп ҡысҡырып уяндым. Эй Хоҙайым, ниңә (артабан көндәлеккә һыу тейгән урын китә, бер ни аңлашылмай)...

18 ғинуар
Бөгөн иртән көҙгөгә ҡарап торҙом да кинәт үҙ-үҙемә йылмайырға булдым. Эй Хоҙайым, тештәрем... Башым менән көҙгөнө сатната һуҡтым. Шулай матурыраҡ та буғай. Тағы нығыраҡ йылмайҙым.

20 ғинуар
Эй Аллам, йондоҙҙар!
26 ғинуар
Төшөмдә Алтын сәсле һылыуымды күрҙем. Ул да Өйөрҙә булырға теләй. Ләкин Бүре рөхсәт итмәй. Эйе, уға ярамай. Йондоҙҙарҙың бында ҡыҫылышы юҡ. Алтын сәстәре алиһәнеке һымаҡ. Әгәр...

28 ғинуар
Килеп сыҡманы. Ә шулай ҙа йондоҙҙар иҫ киткес матур. Уның күҙҙәрендә лә йондоҙҙар уйнай бит.

30 ғинуар
Ит һатып алғайным, бешереп торманым. Бик тәмле булды.

2 февраль
Һыйырҙар, башҡа мал минән ниңәлер ҡурҡа башланы. Эттәр сыйылдашып ояларына ҡаса. Берәй ерем ҡурҡынысмы икән әллә, тип, ҡайтып көҙгөгә ҡараһам, уныһы бик ныҡ сатнаған, бер ни күрерлек түгел.

6 февраль
Айға ҡарап олоғом килә. Оҙаҡламай түҙеп тора алмаясағымды беләм.
Беҙ, беҙ, беҙ инек,
Беҙ ун ике ҡыҙ инек.
Бер таҡтаға йыйылдыҡ,
Таң атҡансы юҡ булдыҡ!

7 февраль
Буранлы төн бөгөн. Бүреләр һунарға сыға. Бүреләр ҡорбан эҙләй. Мин дә Бүре Балаһы.

Был Моратовтың һуңғы яҙмаһы. Ошо урында көндәлек өҙөлә. 8 февраль иртәнсәк ярыҡ тәҙрәне күргән күрше малай был турала ата-әсәһенә ҡайтып әйтә. Улары, Моратовтан ишекте астыра алмағас, милицияға шылтырата. Ишекте емереп ингән милиция хеҙмәткәрҙәрен буп-буш өй ҡаршылай.
Тәфтишсе Әхмәров яҙмаларынан: «Өй эстән ныҡлап бикләнгән булған. Берҙән-бер сығыу урыны – тәҙрә. Уныһы ярылған, быяла ситтәрендә ҡан һәм бүре йәки эт йөнө йәбешеп ҡалған. Күршеләренең әйтеүенсә, Моратовтың эте түгел, бесәйе лә булмаған. Сәйер. Етмәһә, ундай ярыҡ аша кешенең үтеүе бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ. Берәй йәнлек кенә. Тәҙрә төбөндәге эҙҙәр ҙә кешенеке түгел – йә эттеке, йә бүренеке. Моратовтың ҡайҙа булыуы мөмкин? Күпме уйлаһам да, башҡа бер төрлө уй ҙа килмәй. Табылған көндәлекте иҫәпкә алмаҫҡа ла була, аҡылдан яҙған кеше яҙғаны көн кеүек асыҡ.
Тәҙрәләге ярыҡты тикшергәндә ныҡ ҡына ҡулымды ҡырҡҡайным, иртәгәһенә үк яра бөтәшкән, эҙе лә юҡ тиерлек. Тағы бер аптырарлыҡ нәмә. Оҡшамай әле бер ҙә миңә был эштәр. Күктә нисә йондоҙ бар икән? Унан һорарға кәрәк, моғайын. Ул беләлер.
Беҙ, беҙ, беҙ инек,
Беҙ ун ике ҡыҙ инек.
Бер таҡтаға йыйылдыҡ,
Таң атҡансы юҡ булдыҡ!»

Морат СОЛТАНОВ.
Октябрьский ҡалаһы.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 12 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • ҺҮНМӘҪ
  • Йондоҙнамә
  • Ҡыҙыҡ хәлдәр
  • Йөрәк һыҙланыуы
  • Рәми Ғарипов Йәшенле йәшлек
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru