Кешенең төҫ матурлығы матур түгел, эш матурлығы матур.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Киләсәкте уйлап, йәштәрҙе хәстәрләп
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Бәхетле инәй
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар! ---

    Рәсәйҙә – Йәштәр, Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылында йәш ғалимдарҙың Волга буйы федераль округында I Йәш ғалимдар форумының һәм Башҡортостан Республикаһында I йәштәр фәне фестиваленә йыйылыуы ҡыуаныслы.

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш ғалимдар форумы асылды Мәғәриф

    Йәш ғалимдар форумы асылды
    Өфөлә республикабыҙҙа иғлан ителгән Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылының иң төп ваҡиғаһы – Йәштәр фәне көндәре асылды
    Йәштәр фәне көндәре «Йәштәр инновациялары салоны» күргәҙмәһе менән асылды. Уны асыу тантанаһында БР сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары, Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәрен әҙерләү һәм үткәреү буйынса штабтың етәксеһе Роберт Ваһапов, мәғариф министры урынбаҫары Елена Козлова, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән ---

    Милли йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау һәм популярлаштырыу, студенттарҙың үҙ-ара аралашыуына шарттар булдырыу маҡсатында Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда яҡташтар осрашыуҙары үтәсәк. Өфөлә йәшәүсе һәм уҡыусы балаҡатайҙар бөгөн йыйыла. Ә Мәсетле районыныҡылар 15 майҙа киске сәғәт етелә осрашасаҡ.

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бабич кемдәрҙе үҙ итер? Хәтер, Юбилейҙар

    Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүсе кандидатуралар менән танышып, уларҙың эшмәкәрлеген ентекле тикшергәндән һуң, конкурс комиссияһы мәртәбәле бәйгелә артабан ҡатнашыуға һәм йәмәғәтселек араһында фекер уртаҡлашыуға түбәндәге дәғүәселәрҙе тәҡдим итте:

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары ---

    ДАҒСТАНДА БОЕВИКТАР ЙӨРӨЙ

    Дағстандың Хасавюрт һәм Казбек райондарында боевиктар барлығы асыҡланған, территорияла террорға ҡаршы операция режимы иғлан ителгән.
    Федераль именлек хеҙмәтенең республика буйынса идаралығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш төркөмө вәкиле хәбәр итеүенсә, террорға ҡаршы операция режимы райондарҙың Эндирей, Арҡабаш, Ленинаул һәм Дылым ауылдарында индерелгән. Оператив мәғлүмәт буйынса, боевиктарҙың аныҡ ҡына һаны билдәле түгел, уларҙың Эндирей ауылы эргәһендә урманда булыуҙары билдәле. Террорсыларҙың булыуы ихтимал урынға хәүефһеҙлек органдарының өҫтәмә көстәре йыйыла башлаған.

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә ---

    Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә үткәрелгән сираттағы кәңәшмә наркотиктар ҡулланыуға һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш һөҙөмтәләренә һәм ошо йүнәлештә киләсәккә планлаштырылған эшмәкәрлеккә арналды

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рус мәктәбендә – Шәжәрә байрамы Башҡортостан

    Нәҫелен белмәгән нәсәпһеҙ булыр, ти халыҡ мәҡәле. Йола буйынса, башҡорттар үҙ нәҫелдәрен ете быуынға тиклем белергә тейеш. Тик үҙ тамырҙарын, зат-ырыуҙарын белеүселәр күпме икән? Шәжәрә һүҙенең асылын аңламаған, нәҫел-нәсәп ептәре өҙөлгән кешеләр барҙыр беҙҙең арала, моғайын.
    Рус мәктәбендә – Шәжәрә байрамы

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә? ---

    йәки Ҡайһы бер ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәренең эшенә һүлпән ҡарауы хаҡында
    Хәҙерге ваҡытта төрлө саралар үткәреү өсөн ҙур-ҙур биналар төҙөлгән. Шуға ла һәр бер байрамды ҡыҙыҡлы, матур, зауыҡлы итеп уҙғарыу мөмкинлеге бар. Президентыбыҙға рәхмәт, уның тырышлығы менән хатта бәләкәй ауылдарҙа ла мәҙәниәт йорттары ҡалҡып сыҡты. Ләкин улар буш тора. Был иһә урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эшләмәүе хаҡында һөйләй.

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru