
Район хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре уңышлы башланып китте. Был, әлбиттә, район хакимиәтенең, етәкселәрҙең, механизаторҙарҙың фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһе.
Берҙәм көс менән барлығы 6330 тонна минераль ашлама тупланып, гектарына 36 кг ашлама запасы булдырылды, 8624 тонна орлоҡ ағыуланды.
Хужалыҡтарҙа яҙғы баҫыу эштәрен башҡарып сығырлыҡ дизель яғыулығы, бензин тупланды. Мал аҙығы культуралары орлоҡтары ҡайтарылып, бөртөклө культуралар сәсеү кондицияһына еткерелде.
Бөгөн район буйынса 52000 гектарҙан ашыу баҫыу һаламдан таҙартылды, 50000 мең гектарға яҡын ерҙә дым ҡаплатылды, 15000 гектар майҙанда ужым һәм күп йыллыҡ үләндәр минераль ашламалар менән туҡландырылды, 14500 гектарҙа сәсеүлектәр тырматылды.
Сәсеү эштәре «Урожай», «Маяҡ», «Илеш МТС-ы», «Мир» хужалыҡтарында айырыуса уңышлы бара, Куйбышев исемендәге хужалыҡтан Рәмил Зарипов Т-4 тракторында – 306, «Мир» хужалығынан Салауат Йыһанишин 286 гектарҙа дым ҡаплатыу эштәре башҡарҙы. Шулай уҡ «Урал» хужалығынан Нәзиф Сәлимов, Аташтан Фәнәүи Нуриев, Максим Горький исемендәге хужалыҡтан Айҙар Бакиров һәм башҡа бик күп механизаторҙарҙың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.
Илеш районы.