Ҡарағайға ҡарап тал үҫер, хеҙмәтеңә ҡарап дан үҫер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» «Йәшлек»те туғандай яҡын күрәм
» МӘҢГЕЛЕК ДУҪЛЫҠ
» Фатирлы булғым килә, бирегеҙ миңә аv ...
» Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө ...
» Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөл ...
» «Кешеләргә башҡаларҙы аңлау hәм м& ...



Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар
ЯДРО ХӘҮЕФЕ
Ядро ҡоралына эйә булыусы илдәр һаны оҙаҡламай ике тапҡырға артыуы ихтимал, тип фаразлай Атом энергетикаһы буйынса Халыҡ-ара агентлыҡ (МАГАТЭ) етәксеһе Мөхәммәт-әл-Барадей.
МАГАТЭ етәксеһе һүҙҙәре буйынса, ядро ҡоралын таратыу йәһәтенән Яҡын Көнбайыш айырыуса хәүеф тыуҙыра. Ядро ҡоралын таратмау тураһындағы контроль системаһының оҙаҡламай тарҡалыуы ихтимал, сөнки бындай ҡоралға эйә булмаған илдәр фекеренсә, был система ғәҙел түгел, ул башҡа илдәрҙең хоҡуҡтарын боҙа. Яҡын киләсәктә күп кенә илдәр байыҡтырылған уранға һәм шул рәүешле ядро боеголовкаларын эшләү мөмкинлегенә эйә буласаҡ, әммә ядро ҡоралын эшләүгә бер-ике аҙым ҡалғас, үҙҙәре үк туҡтаясаҡ, тип фаразлай МАГАТЭ етәксеһе. Ул шулай уҡ террорсыларҙың ҡулына ядро ҡоралының эләгеү ихтималлығына борсолоу белдерә. Был йәһәттән, һуңғы осорҙа Пакстанда талибтар хәрәкәтенең әүҙемләшеүе хафаға һала.

КҮНЕГЕЛГӘН ЯНАУҘАР

Нигерияла террорсылар төркөмө урындағы нефть компанияларына һуғыш менән янай.
Улар нефть компанияларынан 48 сәғәт эсендә Нигер йылғаһы дельтаһы төбәгенән бөтә персоналды ла сығарыуҙарын талап итә. Террорсыларҙың белдереүенсә, билдәләнгән ваҡыттан һуң улар самолеттарға һәм вертолеттарға ут асасаҡ. Әммә нефть компаниялары, үҙ сиратында, хәүефһеҙлек сараларын нығытасағын, әммә персоналды ситкә сығармаясағын белдергән. Компания вәкилдәренең һүҙҙәре буйынса, бындай янауҙар тәүгә генә түгел.

БЮДЖЕТ ДЕФИЦИТҠА ТӘГӘРӘЙ

Рәсәй федераль бюджетының дефициты ғинуар – апрель айҙарында 369,82 миллиард һум тәшкил иткән (эске тулайым продукцияның 3,3 проценты).
Йылдың тәүге дүрт айының һөҙөмтәһе буйынса, Рәсәйҙең эске тулайым продукцияһы күләме 11,22 триллион һум булған. Беренсе кварталда бюджет дефициты 55 миллиард һум тәшкил иткән. Шулай итеп, апрелдә бюджет сығымдары килемдәрҙән 314,32 миллиард һумға артҡан.
Был осорҙа Федераль бюджеттың килеме – 2,221 триллион һум, ә сығымы – 2,591 триллион һум. Бюджетты тулыландырыусы ведомстволар иҫәбенә Федераль һалым хеҙмәте (961 миллиард һум), Федераль таможня хеҙмәте (873 миллиард һум) һәм башҡа федераль органдар (380 миллиард һум) индергән. РФ Финанс министрлығы фараздары буйынса, бюджет дефициты яҡынса 2011 йылға тиклем Резерв фондынан ҡапланасаҡ.

27 СӘҒӘТЛЕК КОНЦЕРТ!

Канадала йәшәүсе 37 йәшлек музыкант Чилли Гонзалес концерт оҙайлылығы буйынса быға тиклемге рекордты уҙырға һәм Гиннесстың рекордтар китабына инергә ниәтләй.
Пианистың һүҙҙәре буйынса, ул концертын Парижда бик ҙур булмаған театр сәхнәһендә төнгө сәғәт ун икелә башлаясаҡ һәм 27 сәғәттән һуң ғына тамамлаясаҡ. Әгәр барыһы ла артистың ниәте буйынса барып сыҡһа, Гонзалес 2008 йылдың декабрендә ҡуйылған рекордты уҙып китәсәк. Ул саҡта бер йырсы сәхнәлә 26 сәғәт тә 12 минут буйына бер туҡтауһыҙ йырлаған. Концерты өсөн Гонзалес үҙенең репертуарынан 300 әҫәрҙе һайлаған. Улар һәр береһе тик бер тапҡыр ғына башҡарыласаҡ. Ҡағиҙәләргә ярашлы, Гонзалес һәр өс сәғәт һайын 15 минут тәнәфес яһай ала. Концерт дауамында пианист бер нисә тапҡыр костюмын алмаштырасаҡ һәм ул шулай уҡ сәхнәлә генә ҡырынырға ла уйлай.
Вадим ХӘБИРОВ әҙерләне.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 16 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • [b]Дәүләттең һәр тине иҫәпт ...
  • Был донъяла ниҙәр бар
  • Яңылыҡтар
  • Янылыктар
  • Яңылыҡтар
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru