Иренмәһәң, оҫта булырһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ислам әҙәбе
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • «Ассамблея үҙ бурысын лайыҡлы үтәй»
  • Дайджест
  • һорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Кино төшөрөүе еңелме? Мәҙәниәт

    «Башҡортостан» киностудияһы замандан ҡалышмаҫҡа тырыша
    Кино һөйөүселәр кинотеатрға ағыла. Бына һәр кем үҙ урынына инеп ултырҙы, бындағы залға ғына хас булған һауаны тәрән итеп һулап алды ла, аҡ экранға төбәлде. Ут һүнә. Бер нисә секундтан йәнһеҙ көйө эленеп торған экран йәнләнеп, үҙ тормошо менән йәшәй башлаясаҡ. Был – мөғжизә. Был – кино сәнғәте. Уның ни тиклем ҡатмарлы, ауыр, күп көс һәм түҙемлек талап иткән сәнғәт тармағы икәнен тик ошо өлкәлә эшләүселәр генә беләлер, моғайын. «Фильм! Фильм! Фильм!» йәнһүрәтен иҫләйһегеҙме? Унда сценарист, хатта иҫен юғалтыу дәрәжәһенә етеп, ҡалтыранған ҡулдары менән сценарийҙы режиссерға илтеп тапшыра. Режиссер, ҡыҙарып-бүртенеп, сценарийҙы төрлө кабинетҡа индереп, «артынан төртөп» йөрөй. Фильмды төшөрөү ваҡытындағы мажаралар үҙҙәре ни тора – кәрәккәндә бәләкәй генә ҡыҙҙың камера алдында сәскә йыймай киреләнеүе, ямғырҙың оҙаҡ яумауы һәм башҡалар. Аҙаҡ инде монтаж, тауыш яҙҙырыу һәм... премьера!

    авторы: Нур | 19 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, исмаһам, бутҡа! Башҡортостан

    Үәт, исмаһам, бутҡа!
    ]Ишембай районының Маҡар ауылында үткән байрам боронғо йоланы ғына тергеҙеп ҡалманы, дуҫлыҡ, татыулыҡ ептәрен дә нығытты[/b]Башҡортостандың көнкүрешен, [/i]фольклорын өйрәнгән рус фольклорсылары, этнографтары, яҙыусылары Рыбаков, Руденко, Рычков, Нефедов, Лепехин ата-олатайҙарыбыҙҙың, киң күңеллелек, ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ, кешелеклек сифаттары менән бер рәттән, тәбиғәткә иғтибарлы, ихтирамлы булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ысынлап та, башҡорт халҡында элек-электән тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш йәшәй. Бигерәк тә торна, аҡҡош, бөркөт кеүек ҡоштарҙы һәр кем изге йән эйәһенә тиңләй, уларға арнап йырҙар, шиғырҙар ижад итә. Ә бына ҡомһоҙ ҡоҙғон ише ҡоштарға күңелдәре ятмай. Шундайҙар иҫәбенә яҙ миҙгелен тәүгеләрҙән булып хәбәр итеүсе ҡара ҡарғалар ҙа ингән. Уларҙы халыҡта яуыз рухтар символы итеп ҡабул иткәндәр. Шуға ла был ҡоштар еребеҙгә афәт килтермәһен, илебеҙ имен, күгебеҙ аяҙ, еребеҙ уңдырышлы булһын өсөн халыҡ һәр яҙ «Ҡарға бутҡаһы» байрамын ойоштороп, бешергән бутҡаларынан уларға ла өлөш сығарған һәм йылдың бәрәкәтле килеренә ышанған. Үткән аҙнаның ял көндәрендә Ишембай районының Маҡар ауылында уҙған байрам да ошо йолаға ауаздаш булды.

    авторы: Нур | 19 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡалтасылар ниңә дәүләт теленә битараф? Башҡортостан » Милли проекттар

    [b]йәки Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы урындарҙа нисек үтәлә?
    Республика йортонда БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законын бойомға ашырыу буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Уны комиссия рәйесе, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев алып барҙы.
    – Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы ун йылдан ашыуыраҡ бойомға ашырыла, – тип билдәләне Раил Сарбаев, ултырышты асып. – Ошо ваҡыт эсендә республикала милли мәғариф һәм мәҙәниәт, матбуғат һәм нәшриәт өлкәһендә, дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары эшендә, башҡа өлкәләрҙә башҡорт дәүләт теле функцияларын киңәйтеү буйынса күп кенә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшелде.

    авторы: Нур | 19 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b][b]ӨФӨЛӘ БЫУЫНДАРҘЫ ПРОТЕЗЛАУ ҮҘӘГЕ ТӨҘӨЛӘСӘК[/b] Яңылыҡтар

    [b]БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев быуындарҙы протезлау буйынса Америка госпитале акционерҙары (JRHA) менән инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы
    Килешеү республика территорияһында хирургия үҙәген төҙөүҙе күҙ уңында тота. JRHA эндопротезлау хирургияһы буйынса махсуслашҡан компанияның өлкән советнигы Радж Синханың хәбәр итеүенсә, был бүлектә ун йыл элек тик хыял булып тойолған дауалау-протезлау ысулдарын ҡулланып буласаҡ. Үҙенсәлекле проектты тормошҡа ашырыу өсөн республикабыҙ бер ҙә юҡҡа ғына һайланмаған: был йәһәттән төбәктең инвестиция йәһә-тенән уңайлы булыуы, ышаныслы партнер репутацияһы, шулай уҡ дөрөҫ алып барылған хоҡуҡи позиция һәм республикала алға киткән фән өлкәһе лә үҙенең ролен уйнамай ҡалмаған.

    авторы: Нур | 19 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәр фәне көндәрен сағыу тамаша йомғаҡланы Яңылыҡтар

    Яҙ... Донъяның йәшеллеккә күмелгән, алмағастарҙың, муйыл ағастарының сәскәгә төрөнгән мәле. Йәштәрҙең дә күңелдәре сәскә атҡан, йыр-моңға тулышҡан. Тап ошондай матур мәлдә ижади студент йәштәрҙең «Студент яҙы» фестивале уҙа. Баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үткән быйылғы фестиваль дә дәртле һәм һәләтле йәштәрҙе тупланы. Залда алма төшөрлөк тә урын булмауы студенттарҙа сараның йылдан-йыл ҙурыраҡ популярлыҡ яулай барыуы хаҡында һөйләй.
    Быйылғы фестиваль шуныһы менән әһәмиәтле: ул Рәсәйҙә – Йәштәр, республикала Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналды һәм Башҡортостанда уҙғарылған Йәштәр фәне көндәренең йомғаҡлау кисәһе булды.

    авторы: Нур | 19 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    39-сы «Башҡортостан» поезы быға тиклем Мәскәү ҡалаһына сәғәт 11-се 13 минутта барып етә ине, хәҙер бик күп пассажирҙар йөрөгән был маршруттың ваҡытын саҡ ҡына үҙгәртергә булғандар – поезд илдең баш ҡалаһына сәғәт 10-сы 8 минутта барып етәсәк. Поездың графигы 31 майҙан үҙгәртелә. Әйткәндәй, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе республика пассажирҙарының өстән бер өлөшөн йөрөтөүҙе, йөктәрҙең икенән бер өлөшөн ташыуҙы үҙ өҫтөнә ала, төбәктә иң эре һәм ғәҙел һалым түләүселәр иҫәбенә инә.

    авторы: Нур | 19 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    ФӘЛӘСТАНДА ТЫНЫСЛЫҠ БУЛЫРМЫ
    Фәләстандың «Фатх» менән «Хамас» хәрәкәттәре, Мысырҙың баш ҡалаһында осрашып, бер ни тиклем килешеүгә өлгәшә алған.
    Бер-береһенә ҡаршы булған был фракциялар осрашыуҙа «Хамас»сылар контролендә булған Газа секторында берҙәм хәүефһеҙлек көстәрен булдырыу һәм берләшкән милли хөкүмәт урынына ваҡытлыса комитет төҙөү тураһында һөйләшеп килешкән. Атап әйткәндә, хәрби көс структуралары «күсмә осор»ға – 2010 йылдың ғинуарында Фәләстан ҡануниәте советына үтәсәк һайлауҙарға һәм яңы хөкүмәт формалашҡанға тиклем төҙөлә.

    авторы: Нур | 19 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]Кем түҙемле маҡсатына атлай – теләк-хыялына етмәй ҡалмай[/b] Мәғәриф

    Бөрйән районында тәүге тапҡыр «Һәләтле йәштәр – илебеҙҙең киләсәге» тигән форум-осрашыу үтте
    [b]Кем түҙемле маҡсатына атлай – теләк-хыялына етмәй ҡалмай[/b]Шуны һиҙгәнегеҙ бармы: кемдәр араһында күберәк буталаһың, үҙең дә шуларға оҡшай башлайһың. Был хаҡта башҡорт мәҡәле «Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың» тиһә, урыҫ әйтеме «Дуҫың кем икәнен әйт, мин һинең кем икәнлегеңде әйтермен» тип раҫлай. Хәйер, ҡайһы саҡта төплө аҡыллы, яҡты зиһенле, оло күңелле кешеләр менән бер-ике сәғәт кенә аралашыуың да бәхеткә тиң – әйтерһең дә, шул мәлдә үҙең дә улар кимәленә күтәрелгәндәй булаһың, тотош булмышыңда ниндәйҙер яңырыу кисерәһең, үҙеңде ҡанатлы итеп тояһың. Бөрйән районында тәүге тапҡыр үткән «Һәләтле йәштәр – илебеҙҙең киләсәге» тигән форум-осрашыу ваҡытында ла шул уҡ тойғоларҙы кисерергә яҙҙы. Береһенән-береһе шәберәк булған уҡыу алдынғылары, иң көслө спортсылар, һәләтле йырсы-бейеүселәр менән Иҫке Собханғолдағы мәҙәниәт йортоноң ҙур залы шығырым тулғайны. Ҡайһы ғына балаға баҡма – һәр береһе ниндәйҙер өлкәлә үҙен һынап, уңыштар яулап та өлгөргән.

    авторы: Нур | 19 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru