Булмаҫтай алтмышҡа етһә лә булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Ниндәй уйҙар тынғы бирмәй...
» ҠЫУАНА БЕЛӘҺЕҢМЕ?
» Етенсеһе булды, сиратта кем?..
» Мөхәббәт йәштәре
» Иң етеҙе – Учалы командаһы
» Сит ит илдә уҡырға теләйһеңме? Кон ...



[b]Кем түҙемле маҡсатына атлай – теләк-хыялына етмәй ҡалмай[/b] Мәғәриф
Бөрйән районында тәүге тапҡыр «Һәләтле йәштәр – илебеҙҙең киләсәге» тигән форум-осрашыу үтте
Шуны һиҙгәнегеҙ бармы: кемдәр араһында күберәк буталаһың, үҙең дә шуларға оҡшай башлайһың. Был хаҡта башҡорт мәҡәле «Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың» тиһә, урыҫ әйтеме «Дуҫың кем икәнен әйт, мин һинең кем икәнлегеңде әйтермен» тип раҫлай. Хәйер, ҡайһы саҡта төплө аҡыллы, яҡты зиһенле, оло күңелле кешеләр менән бер-ике сәғәт кенә аралашыуың да бәхеткә тиң – әйтерһең дә, шул мәлдә үҙең дә улар кимәленә күтәрелгәндәй булаһың, тотош булмышыңда ниндәйҙер яңырыу кисерәһең, үҙеңде ҡанатлы итеп тояһың. Бөрйән районында тәүге тапҡыр үткән «Һәләтле йәштәр – илебеҙҙең киләсәге» тигән форум-осрашыу ваҡытында ла шул уҡ тойғоларҙы кисерергә яҙҙы. Береһенән-береһе шәберәк булған уҡыу алдынғылары, иң көслө спортсылар, һәләтле йырсы-бейеүселәр менән Иҫке Собханғолдағы мәҙәниәт йортоноң ҙур залы шығырым тулғайны. Ҡайһы ғына балаға баҡма – һәр береһе ниндәйҙер өлкәлә үҙен һынап, уңыштар яулап та өлгөргән. Аҫылташтар-йондоҙҙар йыйылмаһы инде! Район, зона, республика күләмендә уҙғарылған олимпиада, конкурс, ярыштарҙа төрлө призлы урындар яулаған уҡыусыларҙың остаздары һуң! Белем биреүҙе күкрәк һуғып маҡтанырлыҡ батырлыҡҡа һанамай, көндәлек мөҡәддәс бурыс итеп иңдәренә һалған уҡытыусыларҙың төп эш һөҙөмтәһе – уҡыусыларҙың төрлө бәйгеләрҙә призлы урындар яулауы ғына түгел, ә балаларҙың тормошта үҙ юлын, урынын табыуы. Интеллектуаль йәһәттән һәләтлеләр табип, программист, инженерға уҡып сыҡһа, ижади һәләтлеләр – сәхнә, галерея түрҙәрен биҙәй, уҡыуҙан әллә ни булдыра алмаһалар ҙа, алтын ҡулдары, изге күңелдәре менән хайран итер балалар балта оҫтаһы, шофер, токарь булып халыҡҡа хеҙмәт итә. Ғөмүмән, кеше кем булып эшләмәһен, ниндәй һөнәрҙе һайламаһын – һәр ерҙә лә үҙенсәлекле һәләт тә, тырышлыҡ та кәрәк. Мәҫәлән, Фәнүзә Хәкимова, Хәбирә Вәлиуллина, Көнһылыу Ҡотлобаева, Айгөл Буранова, Әлимә Ғәлиуллина, Зөһрә Солтанова, Кәрим Бикмәтов, Ильяс Муллағоловтарҙы Бөрйәндә ҙур хәрефтән уҡытыусы тип беләләр: йөрәктәрен балаларға биргән педагогтарҙың уҡыусылары шунан һуң нишләп белем үрҙәрен ышаныслы яуламаһын ти инде?! Үрҙә һаналған ғына уҡытыусылар шәп эшләй ҙә, башҡалары үҙ бурысына илке-һалҡы ҡарай икән, тип уйлап ҡуймағыҙ. Яҙам тиһәң, һәр мәктәптә тиҫтәләгән уҡытыусыны миҫалға килтерергә булыр ине, тик гәзит бите генә һанаулы.
[b]Кем түҙемле маҡсатына атлай – теләк-хыялына етмәй ҡалмай[/b]Район мәғариф бүлеге начальнигы Юлай Садиҡов та үҙенең сығышында, балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү буйынса уҡытыусыларҙың күп эш башҡарыуын телгә алды. Мәҫәлән, Әбделмәмбәт мәктәбендә гөрләп эшләгән «Гөрөлдәк» (етәксеһе М. Ҡасимова) ерле материалдан торған фольклор репертуарын туплаған, байназарҙарға бейеүсе данын өҫтәгән «Азамат» коллективы (етәксеһе А. Буранова) төрлө халыҡ һәм эстрада бейеүҙәрен башҡарып танылған. Райондың йөҙөн яҡтыртҡан тағы ла бер ҡаҙанышы бар бөрйәндәрҙең. Ул да булһа, өсөнсө йыл эшләп килгән «Ҡурай» программаһына ярашлы 24 мәктәптә 450 баланың ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнеүе. Әтек (Ғ. Ғәлиуллин), Байназар (Ғ. Ғәлиуллин), Исламбай (Р. Ғәлиуллина), Нәби (А. Әхмәтов), Яңы Собханғол (С. Вәлиев), Ғәлиәкбәр (И. Әминев), Яңы Усман (Ш. Мәжитов), Ғәҙелгәрәй (М. Йомағужин), Яуымбай (Ғ. Маликов) мәктәптәрендә ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа бигерәк ныҡ сәмләнеп ҡурай менән дуҫлыҡты нығыта! Ана бит, форум-осрашыуҙа Йәмил Иҫәнғәлин етәкселегендә балаларҙың бер сәхнә булып ҡурайҙа «Сыңрау торна»ны, «Шайморатов генерал»ды һыҙҙырыуы булды, һәр тамашасының күҙҙәре янып-балҡып китте! Ҡурай моңо Бөрйәндә бер кемде лә битараф ҡалдырмай шул.
Сәхнәгә бер-бер артлы уҡыусылар-уҡытыусылар күтәрелде. Бына Янһарынан Гөлназ Күсәпова, Эльвина Йортбағышева, Гөлйәс Мортазина, Эльвина Вәлиева, Инсур Кинйәбаев, Илдус Уразаев, Урал Теләүбаев, Инсаф Шәмиғолов шиғыр һөйләп, йыр йырлап тамашасыларҙы һөйөндөрҙө.
– Беҙгә форумда шул тиклем ныҡ оҡшай, бынан ары гел тырышып уҡырбыҙ, спорт ярыштарында ла һынатмабыҙ, – тип кемуҙарҙан ҡыуаныстары менән уртаҡлашты улар. Күңелдәрҙә баҙлаған осҡон ялтлап-тоҡанып китһен өсөн күп кәрәкме ни?!
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары методисы Гөлшат Нәҙершина Байназар балалар баҡсаһында ойошторолған эксперименталь мәктәпкә әҙерлек төркөмө хаҡында ентекле һөйләне. Тәрбиәселәр Рәмзиә Үтәбаева менән Ғәҙиҙә Йомағужина балалар баҡсаһына йөрөмәгән бәләкәстәрҙе мәктәпкә әҙерләй, иптәштәре менән аралашырға өйрәтә, уларҙа кәмһенеү, уҡырға теләмәү кеүек тойғоларҙы булдырмау, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыуға күп көс һала. Әйткәндәй, районда икенсе йыл рәттән «Йыл тәрбиәсеһе» конкурсы үткәрелә. Быйыл 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Шәүрә Сәлихова гран-при яулаған. Ҡурғашлы, Байназар, Ҡайынтүш, Яңы Собханғол, Әтек, Иҫке Собханғолдағы 1-се, 3-сө балалар баҡсалары коллективтары ла маҡтауға лайыҡ – улар мәктәпкә әҙерлекле балаларҙы оҙата.
Үҙ эшен һөйгән тәрбиәселәрҙән рухлы уҡытыусылар ҡулына эләккән, ата-әсәләренең ярҙамын тойған малай һәм ҡыҙҙарҙың һәләте йылдан-йыл нығыраҡ асыла-баҙыҡлана. Мәҫәлән, республика олимпиадаларында физика буйынса еңеү яулаған Лилиә Әбүбәкирова, Әлфиә Сәйетбатталова һәм Алина Бикбулатова юғары уҡыу йорто студенты булыу хоҡуғын алған – улар өсөн университет ишектәре бөгөндән шар асыҡ! Өсөһө лә Фәнүзә Хәкимованың уҡыусылары. Ләйлә Тимерғәлиева, Ләйсән Теләүбаева, Гөлйөҙөм Кинйәбаева, Айгиз Ғәлиуллин, Айсар Нәбиуллин, Әнүзә Ғиззәтуллина, Фирҙәүес Аҫылбаева, Гөлфинә Йәһүҙина, Фәнүр Мөхәмәтғәлин, Таңатар Ҡасимов, Ғәзиз Заманов, Урал Шәйхисламов, Айгиз Байрамғолов – был «иң-иң» шәптәрҙең тулы булмаған исемлеге. Әгәр ҙә берәй уҡыу алдынғыһы, спортсы, артист балаҡай үҙенең исемен гәзиттә күрмәһә, зинһар, үпкәләмәһен. Ә иң мөһиме, һүнмәһен-һүрелмәһен улар: кәртәләрҙе, уңышһыҙлыҡтарҙы ҡыйыу, лайыҡлы үткәндә генә еңеү үрҙәре, һис шикһеҙ, алдарында теҙләнәсәк.
Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ирек Зарипов та, форумды йомғаҡлап, заман мәктәпкә яңы талаптар ҡуйған саҡта белем усағы уҡыусыны ысынбарлыҡ тормошҡа әҙерләргә тейешлегенә баҫым яһаны:
– Уҡыусылар тәрән белемле, маҡсатҡа ынтылыусан һәм юғары әхлаҡлы булып үҫергә тейеш, шуға ла һәр уҡытыусы һәләтле балалар менән эшмәкәрлекте мотлаҡ йәнләндерһен.
– Ә һеҙ, уҡыусылар, – тип балаларға өндәште хакимиәт башлығы, – һеҙҙең өсөн булдырылған бар мөмкинлектәрҙе лә тулыһынса файҙаланығыҙ һәм киләсәктә юғары белемле, арҙаҡлы шәхестәр сафына баҫып, милләтебеҙҙең терәге, таянысы, ышанысы, ғорурлығы булығыҙ!
Ҡурғашлы мәктәбе директоры Ғәзимә БАЙНАЗАРОВА:
– Беҙҙең белем усағы 1990 йылда ауыл халҡы, ремонт-техник предприятиеһы, ауылдағы ойошмалар көсө менән төҙөлдө. Әлеге ваҡытта мәктәптә 76 уҡыусы уҡый. Ун алты уҡытыусының ун бише – юғары белемле. Һәр биш йыл һайын төп методик тема буйынса эшләп, тәжрибә уртаҡлашабыҙ, уны таратабыҙ. Мәҫәлән, беренсе тема «Башҡорт халыҡ педагогикаһы нигеҙендә уҡытыу һәм тәрбиәләү» булһа, унан һуң «Ҡортсолоҡ нигеҙҙәрендә тәрбиә биреү» (әйткәндәй, районда 16 мәктәптең үҙ умарталығы бар), «Уҡытыусының белемен камиллаштырыу» темаларын яҡтырттыҡ.
Салауат Юлаев исемен йөрөткән пионер ойошмаһына киләһе йыл егерме йыл тула. Уҡыу-уҡытыу эшендә Интернет селтәрен киң файҙаланабыҙ, олимпиада, ярыш, конкурстарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ, фәнни-тикшеренеү эштәре алып барабыҙ, йыл һайын уҡыу алдынғылары өсөн слет үткәрәбеҙ. Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш тә булдырылған. «Аҡбуҙат» исемле вокаль ансамблебеҙ бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, балаларҙың һәләтен асыуға бар көсөбөҙҙө һалабыҙ.
Шулай уҡ, форсаттан файҙаланып, йыл да йөҙ процент «Йәшлек»кә яҙылыуыбыҙ хаҡында ла әйтәйем. Яратҡан гәзитебеҙгә беҙҙән ҙур сәләм!

Байназар мәктәбе директоры Резеда ШӘМСЕТДИНОВА:
– Бөгөнгө сараға алтмыш алты бала килтерҙек. Шуларҙың иллеһе – өлгөлө «Азамат» бейеү ансамблендә шөғөлләнеүселәр. Һигеҙ кеше – предмет олимпиадаларында беренсе урын алған уҡыусылар, ҡалғандары – иң яҡшы спортсылар. Мәктәптә 294 уҡыусы. Утыҙ һигеҙ уҡытыусының утыҙ икеһе – үҙебеҙҙә үк белем алған элекке уҡыусылар. 2007 йылда миллион һумлыҡ грант алып, компьютер, мультимедиа кабинеттарын йыһазландырҙыҡ, спорт ҡорамалдары алдыҡ – матди-техник базабыҙ нығып ҡалды. Мәктәптәрҙең Интернет селтәренә тоташыуын маҡсатҡа ярашлы файҙаланып, уҡыусыларыбыҙ менән район, республика, Рәсәй кимәлендәге олимпиада, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, урындар яулайбыҙ. Мәғариф бүлеге начальнигы Юлай Хәмзә улы әйтмешләй, илебеҙ көсөргәнешле көрсөк һөҙөмтәләрен кисергән ваҡытта, милләтебеҙ киләсәге юҡҡа сыҡмаһын, башҡорт рухы һынмаһын өсөн мәғариф системаһында фиҙакәр хеҙмәт итеүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Башҡаса бер нисек тә булмай ҙа, ярамай ҙа – балалар тап мәктәптән оло юлға путевка алып сыға.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
 (голосов: 1)
авторы: Нур | 19 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тотороҡло аҙымдар менән алға
  • Белем биреү шарттары яҡшыра
  • Юғары һөҙөмтәләр һәм ...
  • «Йондоҙҙар парады»
  • Һәр яҡтан да беренсе
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru