Билдәһеҙ эштә тәүәккәллек ҡотҡара.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һорау-яуап
  • КҮГӘРСЕНДӘР ЭШЛӘЙ ҘӘ, БАЙРАМ ДА ИТӘ БЕЛӘ
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡәҙерле дуҫтар! Мәғәриф

    Ҡәҙерле дуҫтар!
    Һуңғы ҡыңғырау – ул ҡыуаныслы һәм бер аҙ моңһоу көн. Сығарылыш синыф уҡыусыларының мәктәп менән хушлашыу, уҡытыусыларына тәрән ихтирамын һәм рәхмәтен белдереү, киләсәккә яҡты өмөттәр көнө!

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оло еңеүҙәр көтә уларҙы Мәғәриф

    Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатын тамамлаусыларҙың бөтәһе лә йыл да юғары уҡыу йортона уҡырға инә
    Оло еңеүҙәр көтә уларҙы
    Башҡортостандың көнбайышында тиҫтәнән ашыу йыл эшләп килгән Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты төбәктә бар йәһәттән дә алдынғы уҡыу йорто ғына түгел, айырым башҡорт рухын тыуҙырыусы, милли мөхит булдырыусы үҙәк тә бөгөн. Үҙ алдына туған телен, милләтен һөйгән, уның менән ғорурланған балаларҙы юғары һөнәри белем алыуға әҙерләү, милли кадрҙар үҫтереү маҡсатын ҡуйған гимназияла 435 бала белем ала. Шуныһы һөйөнөслө: күп милләтле был төбәктә шул тирәләге бар райондарҙан килгән балалар рәхәтләнеп Башҡортостандың дәүләт телдәрен өйрәнә.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Әҙ ҡатлы йорттар төҙөүҙе хәстәрләп
    19 – 20 майҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев республиканың дәүләт делегацияһы башында эш сәфәре менән Австрияла булып ҡайтты.
    Сәфәрҙең маҡсаты – әҙ ҡатлы йорттар төҙөү өсөн тиҙ ҡорола торған конструкциялар етештереүсе Австрия предприятиеларының эш тәжрибәһе менән танышыу. Делегация тиҙ төҙөлә торған торлаҡ йорттар етештереүгә махсуслашҡан «Эльк» заводында булды. Был йорттар сифаты менән дә, юғары технология кимәле менән дә айырылып тора. Өй бер нисә көн эсендә генә йыйыла, өҫтәүенә, бөтә эштәр ҙә заводтың үҙендә башҡарыла, аҙаҡ заказсы күрһәткән урында ҡоролоп ҡына ҡуйыла.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәйгенең татлы йомғаҡтары Мәғәриф

    Бәйгенең татлы йомғаҡтары
    21 майҙа Республика йортонда иң яҡшы уҡытыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәрен Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡотланы.
    Байрам тантанаһына йөрәк-тәрендә балаларға ҡарата оло һөйөү йөрөткән, үҙ эшенә бөтә күңеле менән бирелгән уҡытыусылар йыйылды.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    РӘСӘЙ МЕНӘН ЕВРОСОЮЗ САММИТҠА ЙЫЙЫЛДЫ

    Хабаровск ҡалаһында 23-сө Рәсәй – Евросоюз саммиты башланды.
    Рәсәй делегацияһын – РФ Президенты Дмитрий Медведев, ЕС делегацияһын Европа Союзында әле рәйеслек итеүсе Чехия Президенты Вацлав Клаус етәкләй. Илебеҙ етәксеһе, ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, Евросоюздың Тышҡы сәйәсәт һәм хәүефһеҙлек буйынса юғары рәйесе Ховьер Соланаға Рәсәй картаһын бүләк итте.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылдан тапшырыла, уны бөгөн 4341 әсә алған. Кисә республика Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда 50-нән ашыу әсәгә миҙал тапшырҙы. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда 10 бала тәрбиләүсе ғаиләләргә микроавтобус бирелә, әйткәндәй, әле был автобустарҙы һигеҙ балалы ғаиләләргә лә биреү мәсьәләһе ҡарала.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортса яңы телевизион канал асылды! Мәҙәниәт

    Башҡортса яңы телевизион канал асылды!Мәскәү, Санкт-Петербургтан тапшырылған телешоуҙарға иҫе киткәндәрҙе үҙебеҙҙең ерлектә, Башҡортостанда, «Рәмил» тип аталған кабель телевидениеһында ике ай элек кенә барлыҡҡа килгән башҡорт-татар телдәрендәге «Туған тел» музыкаль телеканалы ла битараф ҡалдырмаҫ, тип уйлайбыҙ. Уның тапшырыуҙарын «Уфанет» цифрлы селтәре аша Өфө, Нефтекама, Ишембай, күрше Ырымбур өлкәһенең баш ҡалаһында йәшәүселәр тәүлек әйләнәһенә рәхәтләнеп ҡарай ала.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла Мәҙәниәт

    Татарстанда көн күреүсе милләттәштәребеҙ республикабыҙ артистарын ашҡынып көтөп ала
    Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла
    Күп ата-әсәләрҙең, башҡорт милләтле булып та, балаларын башҡорт мәктәбенә биреүҙән баш тартыуы ҡыҙғаныс, әлбиттә. Хәҙерге заманда башҡорт теле менән генә ҡайҙа бараһың инде, – тип уйлайҙарҙыр, бәлки. Һөҙөмтәлә ул балала ҡайҙан милли рух, иленә, теленә, халҡына, мәҙәниәтенә һөйөү булһын?! Өҫтәүенә, бәләкәйҙән үҙ телендә белем алмағандарҙың фекерләү һәләте лә сағыштырмаса үҫешеп етмәй икән.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru