Йүнһеҙ әҙәм булғансы, юҡҡа сыҡҡан булһаңсы!

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беренсе мөхәббәт
  • ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ...
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Рәхмәтле hәм мәрхәмәтле Аллаh исеме менән
  • Ҡомһоҙ инспекторҙар исемлеге
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был осрашыу һуңғыһы түгел Мәғәриф

    Был осрашыу һуңғыһы түгел
    Берҙәмлек һәм фекер уртаҡлығы бер-береңә яҡынайта, дуҫлыҡ ептәрен нығыта, артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн рухи күпер һала, тиеүҙәре хаҡ булып сыҡты. Быға «Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсының еңеүселәре – Илеш районының Һеңрән ауылы мәктәбе уҡыусылары менән Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында осрашҡандан һуң тағы бер инандыҡ.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Килдеғолға ҡояш килтерҙек Мәғәриф

    йәки Ысын дуҫлыҡҡа тәбиғәт тә һөйөндө
    Килдеғолға ҡояш килтерҙек
    Республикабыҙҙың Бөрйән районы үҙенең һоҡланғыс, хозур тәбиғәте менән бар донъяға билдәле булһа, ундағы халыҡтың ысын мәғәнәһендә башҡорт рухлы, телле һәм мәҙәниәтле булыуын, моғайын, бик күптәр белеп тә бөтмәйҙер. Тик ошо мөһабәт урман-тауҙар ҡуйынында һүҙ менән генә аңлатып бөтмәҫлек ихлас, изге күңелле, кешелекле һәм кеселекле кешеләр йәшәй. Гәзитебеҙҙең Бөтә мәктәп менән – Йәшлеккә! конкурсында еңеү яулаған Килдеғол төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыларын Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ҡотларға барғанда шуға инандыҡ. Йәштәр яратып тыңлаған популяр йырсылар МС Баш менән Анжелика ла беҙҙең сәфәргә ихлас ҡушылды.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    ЯДРО ҠОРАЛЫ ҺЫНАЛҒАН
    Дүшәмбе көн иртән Кореяның Үҙәк телеграф бүлексәһе Төньяҡ Кореяның ядроны уңышлы һынауы тураһында рапорт биргән.
    Быға тиклем Көньяҡ Корея, хәүефләнеп, 4,5 магнитудалы «тәбиғи булмаған ер тетрәүе» тураһында хәбәр иткәйне, был тетрәүҙең шартлау арҡаһында килеп сығыу ихтималлығы ҙур

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЭШЛЕКЛЕ ФОРУМ Яңылыҡтар

    26 – 29 майҙа Өфөгә Рәсәйҙең нефть һәм газ өлкәһендә эшләүселәре йыйыла: был көндәрҙә Башҡортостанда илдең нефть һәм газ сәнәғәтселәренең VIII конгресы һәм «Газ. Нефть. Технологиялар – 2009» XVII махсуслашҡан халыҡ-ара күргәҙмәһе эшләйәсәк. Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов сарала ҡатнашыусыларға тәбрикләү һәм ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе. Ҡотлауҙа: «Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәренең VIII конгресы һәм «Газ. Нефть. Технологиялар – 2009» XVII махсуслашҡан халыҡ-ара күргәҙмәһе нефть һәм газ сәнәғәтен үҫтереүгә яңы импульс бирер, яғыулыҡ-энергетика комплексындағы инновацион процестарға булышлыҡ итер», – тигән ышаныс белдерелә.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа ---

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов 23 майҙа республиканың көньяҡ-көнбайыш райондарында эш сәфәрендә йөрөп ҡайтты. Ул һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика Советының күсмә ултырышына әҙерлек сиктәрендә төҙөлгән объекттарҙа булды. Республика башлығын БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «КамАЗ» менән килешеү киләсәккә төбәлгән Яңылыҡтар

    Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм «КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин «КамАЗ» төркөмөнә ингән «НефАЗ» һәм «Туймазы бетон ташығыстар заводы» предприятиеларына ярҙам тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Дөйөм алғанда, республика был предприятиеларҙан 1 миллиард һумлыҡ продукция һатып алырға планлаштыра.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Салауат ҡалаһы ҡала округында үткән кәңәшмәлә урындағы хакимиәт башлығын ваҡытынан алда вазифаһынан бушатыу мәсьәләһе ҡаралды. Быға тиклем Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Хәлил Рәхимов, үҙ теләге менән эштән бушатыуҙарын һорап, ғариза яҙған. Әле унда хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу өсөн Радик Бохармәтов тәғәйенләнгән.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президентыбыҙҙы наградаһы менән ҡотлайбыҙ! Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «Башҡортостан Республикаһында санатор-курорт комплексын үҫтереүгә һәм курорт эшен үҫтереү стратегияһын эшләүгә индергән ҙур хеҙмәт өлөшө өсөн» Бөтә Рәсәй «Шифахана – 2009» форумының дипломы һәм махсус призы менән бүләкләнде. Республика башлығы форумдың бындай юғары наградаһына лайыҡ булған берҙән-бер етәксе булды.
    Форумда билдәләнеүенсә, Баш-ҡортостандың рекреацион системаһы быйылғы форумдың лидерҙарының береһе тип танылды. Мәҫәлән, «Янғантау» санаторийы, үҙенең юғары статусын өсөнсө тапҡыр раҫлап, еңеүсе тип танылды һәм «Рәсәйҙең иң яҡшы шифаханаһы» номинацияһында алтын миҙал яуланы. Әйткәндәй, ул «Минераль һыуҙарҙы һауыттарға тултырыу һәм дауалау ләмен ҡаптарға тултырыу буйынса иң яҡшы предприятие» һәм «Иң яҡшы үҙешмәкәр түңәрәк коллективы» номинацияларында ла юғары наградалар менән баһаланды. «Красноусол», «Йәшел сауҡалыҡ», «Йоматау», «Асы», «Яҡтыкүл» шифаханалары ла күп кенә номинация приздарына лайыҡ булды.
    Форум Һамар өлкәһендә үтте.
    «Башинформ».

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru