Ауыр таш - тау аҫтында, ауыр эш - бауыр аҫтында.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    РӘСӘЙ МЕНӘН ЕВРОСОЮЗ САММИТҠА ЙЫЙЫЛДЫ

    Хабаровск ҡалаһында 23-сө Рәсәй – Евросоюз саммиты башланды.
    Рәсәй делегацияһын – РФ Президенты Дмитрий Медведев, ЕС делегацияһын Европа Союзында әле рәйеслек итеүсе Чехия Президенты Вацлав Клаус етәкләй. Илебеҙ етәксеһе, ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, Евросоюздың Тышҡы сәйәсәт һәм хәүефһеҙлек буйынса юғары рәйесе Ховьер Соланаға Рәсәй картаһын бүләк итте.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылдан тапшырыла, уны бөгөн 4341 әсә алған. Кисә республика Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда 50-нән ашыу әсәгә миҙал тапшырҙы. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда 10 бала тәрбиләүсе ғаиләләргә микроавтобус бирелә, әйткәндәй, әле был автобустарҙы һигеҙ балалы ғаиләләргә лә биреү мәсьәләһе ҡарала.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортса яңы телевизион канал асылды! Мәҙәниәт

    Башҡортса яңы телевизион канал асылды!Мәскәү, Санкт-Петербургтан тапшырылған телешоуҙарға иҫе киткәндәрҙе үҙебеҙҙең ерлектә, Башҡортостанда, «Рәмил» тип аталған кабель телевидениеһында ике ай элек кенә барлыҡҡа килгән башҡорт-татар телдәрендәге «Туған тел» музыкаль телеканалы ла битараф ҡалдырмаҫ, тип уйлайбыҙ. Уның тапшырыуҙарын «Уфанет» цифрлы селтәре аша Өфө, Нефтекама, Ишембай, күрше Ырымбур өлкәһенең баш ҡалаһында йәшәүселәр тәүлек әйләнәһенә рәхәтләнеп ҡарай ала.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла Мәҙәниәт

    Татарстанда көн күреүсе милләттәштәребеҙ республикабыҙ артистарын ашҡынып көтөп ала
    Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла
    Күп ата-әсәләрҙең, башҡорт милләтле булып та, балаларын башҡорт мәктәбенә биреүҙән баш тартыуы ҡыҙғаныс, әлбиттә. Хәҙерге заманда башҡорт теле менән генә ҡайҙа бараһың инде, – тип уйлайҙарҙыр, бәлки. Һөҙөмтәлә ул балала ҡайҙан милли рух, иленә, теленә, халҡына, мәҙәниәтенә һөйөү булһын?! Өҫтәүенә, бәләкәйҙән үҙ телендә белем алмағандарҙың фекерләү һәләте лә сағыштырмаса үҫешеп етмәй икән.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғәләмәт донъя Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    ҠОЯШТА ВАҠЫТ ТУҠТАҒАНМЫ
    Ҡояшты күҙәтеп барыусы ғалимдар, ундағы ваҡыт ағышы артҡа боролған, тип иҫәпләй.
    Ҡояшты ТЕСИС рентген телескобы ярҙамында тикшергән Рәсәй астрономдары тап шундай һығымтаға килә. Уларҙың күҙәтеүенсә, Ҡояштың сираттағы әүҙемлек циклы ҡапыл туҡтап ҡалған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң көтөлгән яңы әүҙемлек ҡуласаһын булдырыу урынына уның киреһенсә юҡҡа сығыуы күҙәтелгән. Әүҙемлек ҡуласаһы әкренләп һүнеү урынына ҡапыл «терелеп» тә китә икән.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йөрәктәр серләшкәндә, фекерҙәр тулышҡанда Яңылыҡтар » Конкурстар

    Йөрәктәр серләшкәндә, фекерҙәр тулышҡанда
    Алдынғы ҡарашлы, рухлы йәштәрҙе асыҡлау, уларҙы бер-береһе менән таныштырыу маҡсатында уҙғарылған матур сара – Аҡйондоҙ менән Аҡйегет исемле бәйге районда инде ун йылға яҡын даими ойошторолоп килә. Ә иң мөһиме, унда ҡатнашыу бер ҙә ҡоро һүҙ-һан өсөн, отчеттарға уҙғарылды тип сәпәү өсөн түгел, ихлас, төплө алып барылған эш ул.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тереләрҙең ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен белеү өсөн Башҡортостан » Хәтер

    Электән үк Ватан һаҡсыһы булыу абруйлы һаналған. Ләкин һуңғы йылдарҙа ил һаҡларға барырға теләүсе егеттәрҙең һаны аҙая бара. Әлбиттә, бының сәбәптәре билдәле: афған, Чечня һуғыштары халыҡ күңеленә төҙәлмәҫлек яра һалды.
    Тереләрҙең ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен белеү өсөн
    Илеш районынан Бөйөк Ватан һуғышына 10220 кеше алына, 6841 яугир яу яланында ятып ҡала. Үкенескә күрә, беҙҙең бәхетле киләсәгебеҙ өсөн көрәшеп, тыуған еребеҙҙе һаҡлап ҡалыусы ветерандарыбыҙҙың сафы һирәгәйә. Шуға ла иҫәндәрен хөрмәтләү йөҙөнән үҙәк район китапханаһында өс быуын ветерандарының осрашыу кисәһе уҙғарылды. Уны китапханасы Клара Хәлиуллина ойошторҙо

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәйес Түләк исемендәге шиғриәт бәйгеһе Яңылыҡтар » Конкурстар

    Ғәмһеҙлек
    Сабырлыҡ ғәмһеҙлегенә
    Түҙмәй йәнем.
    Тынғы тапмай өҙгөләнә,
    Ниңә, Тәңрем?

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru