Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Дәүләт ярҙам күрһәтә[/b]
  • Ҡайһыбыҙ иренмәй, ҡайһыбыҙ....
  • Әсә абруйы
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Әрме – 2008
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бөтә мәсьәләләр ҙә көрсөккә ҡаршы тороуға арнала Сәйәсәт

    Өфөлә Рәсәй нефть-газ сәнәғәтселәре конгресы сиктәрендә «Нефть-газ эшкәртеү – 2009» секцияһы эшләне. Бында нефть-газ өлкәһенең һуңғы ғилми эшкәртмәләре тикшерелде. Ә илебеҙҙең нефть-газ комплексы сәнәғәткә яңы ғилми эшкәртмәләрҙе индереп кенә көрсөктө еңеп сыға алыуы конгрестың пленар өлөшөндә һыҙыҡ өҫтөнә алынғайны.

    авторы: Нур | 30 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәр бала бәхетле булырға хоҡуҡлы Башҡортостан

    Һәр бала үҙ өлөшө, бәхете менән тыуа, тиҙәр. Ғөмүмән, һәр кем бәхетле булыр өсөн донъяға тыуа. Әммә яҙмыш аяуһыҙ – берәүҙәр бәләкәйҙән ата-әсә наҙын күрмәйенсә, дәүләт ҡарамағында үҫергә мәжбүр. Әлбиттә, балалар йортонда уларға йәшәү, белем алыу, һәләттәрен үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Әммә улар ғаиләне лә, ата-әсәне лә алмаштыра алмай. «Әсәйем мине ярата». «Тиҙҙән мине әсәйем килеп ала». «Минең әсәйем шунда эшләй»... Балалар йортонда тәрбиәләнеүсе мәктәпкәсә йәштәге балалар ауыҙынан ошондай һүҙҙәрҙе йыш ишетергә мөмкин. Улар әсәләрен һағына, башҡалар кеүек үк әсәйле, атайлы булғылары килә.

    авторы: Нур | 30 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    МӘҘӘНИӘТТӘР БӘЙЛӘНЕШЕНӘН БӨТӘҺЕ ЛӘ ОТА Мәҙәниәт

    МӘҘӘНИӘТТӘР БӘЙЛӘНЕШЕНӘН БӨТӘҺЕ ЛӘ ОТА
    Башҡортостандың күп мәҙәниәтле, күп телле булыуына һәм төрлө халыҡтарҙың төбәгебеҙҙе үҙ итеп, үҙ-ара дуҫлыҡта, татыулыҡта һәм төрлө яҡлап бәйләнештә йәшәүенә һоҡланырлыҡ һәм был матур күренеште тик маҡтап ҡына телгә алырлыҡ. Мәҙәниәт, мәғариф, сәнәғәт, социаль һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге уңыштарҙы ла телгә алмайынса булмай. Быларҙың барыһы ла – республика етәкселегенең аҡыллы һәм алдан уйланылған сәйәсәте емештәре.

    авторы: Нур | 30 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәрбиә Аҡбуҙаттан башлана Яңылыҡтар » Иғтибар

    БашланҒыс синыфтарҙа уҡыған сағымда Аҡбуҙаттың һәр һанын түҙемһеҙләнеп көтөп ала инем. Журнал биттәрендә үҙем кеүек малай һәм ҡыҙҙарҙың ижадын күреп ҡанатланыпмы, тоттом да бер әкиәт яҙып ебәрҙем. Күп тә үтмәй, баҫылып сыҡты ул. Шул саҡтағы ҡыуанысымды күрһәгеҙ! Ә бит бала шатлығынан да ҙурыраҡ бәхет юҡ донъяла. Был йәһәттән, кескәйҙәр һәм балаларға бер шатлыҡ булһын тип, уларҙы халҡыбыҙ рухында, тыуған илгә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙе тәүмаҡсат итеп алып, ошо сағыу журналды ойоштороуға төп көсөн һалған Аҡбуҙаттың әсәһе, шағирә, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факиһа апай Туғыҙбаеваның изге хеҙмәте ҙур хөрмәткә лайыҡ.

    авторы: Нур | 30 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батыр үлә, даны ҡала Мәҙәниәт

    1959 йылда рәссамдарҙың Яңы Абрамцево йәмғиәте сиркәүҙе үҙ ихтыяжы өсөн һорап ала. Шул йылда Тавасиев бина эргәһендәге дини мәктәпте дача итеп һатып ала, ә сиркәүҙе оҫтаханаға әйләндерә. Шул йылдарҙа сиркәү алдына һыбайлы Салауат «хужа» була. Ә бинаның эсендә иһә тимер каркаслы, гипстан эшләнгән натураль ҙурлыҡтағы һәйкәл яһала. Гид ролен үтәүсе Светлана Пыхтина: «Беҙ йәш саҡта сиркәүҙең тәҙрәһен алып инеп, скульптураны ҡарай инек. Гипсын аҡтарып ала башлағайнылар, өҫ яғы матур һаҡланғайны», – тип һөйләй

    авторы: Нур | 30 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Тере күмер булһын уста, йөрәктә!» Яңылыҡтар » Конкурстар

    «Тере күмер булһын уста, йөрәктә!»
    – Ҡәләмгә тотоноуың ҡайҙан? Бала сағыңдан, әсәйең, атайың тураһында берәй күренеш-ваҡиғаны иҫкә төшөр әле. Ғөмүмән, Бураҡаевтарҙың һәр яҡлап талантлы нәҫел икәнен беләбеҙ, ә шулай ҙа... мәҫәлән, нишләп геология-минералогия фәне түгел, йә рәссамлыҡ юлын һайламаның?
    – Беҙҙең ғаиләлә ҡәләмгә тотоноу – тәбиғи күренеш. Ауыл ерендә елкәгә көйәнтә һалып һыуға барған кеүек, өйөбөҙҙә яҙышыу, ысынлап та, ғәҙәти хәл ине.

    авторы: Нур | 30 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ФАЙҘАҺЫ ЮҠ, ЗАРАРЫ КҮП Яңылыҡтар » Иғтибар

    Тәмәке көйрәтеү ғәҙәте бик күптән түгел, батша Петр Беренсе заманынан алып ҡына тормошобоҙға инһә лә, бөгөн күптәр тормошон никотинһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай кеүек. Көндән-көн яңы сигарет төрҙәре сығып тора, уның һаулыҡҡа зыянын белгән кешеләр барыбер уларға ынтыла, ауыҙына сигарет ҡабып, үпкә серетеүҙе әллә ни күрә! Үҙенең ғүмеренә ҡул һелтәп, сәләмәтлегенә һаҡһыҙ ҡараған тәмәкесе янындағы туғандарының ағыуланып йәшәүен, был күңел ләззәтенә күпме аҡса түгелгәнен, уның арҡаһында төрлө фажиғә барлыҡҡа килеүен уйламай ҙа. Уйлаһа ла, насар ғәҙәтенә күҙ йоморға тырыша, бөгөнгө менән ләззәтләнеп йәшәү уға мең артыҡ. Иртәгәһе көн, киләһе быуын һаулығы тураһында кем уйлар

    авторы: Нур | 30 мая 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Июнь ---

    Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
    Июнь
    1 – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө.
    5 – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө.
    – Экологтар көнө.
    6 – Рәсәйҙә Пушкин көнө.
    7 – Мелиораторҙар көнө.

    авторы: Нур | 30 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru