Ашыҡҡан эштә хәйер юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • УРАҘА
  • Ғали йәнәптәре Хәреф
  • Хәҙистәр
  • Яңылыҡтар
  • Шәжәрәңде бел!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йондоҙнамә ---

    Ылаҡ (22.12 – 20.01)
    Маҡсаттарығыҙ һәм фекерҙәрегеҙ тураһында артыҡ асылып бармағыҙ. Уларға тейешле баһа бирмәҫтәр. Шулай ҙа аҙна бик файҙалы башланыр һәм дауам итер.

    авторы: Нур | 30 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Иҙрис, былай бик ҡыуанып ҡайҙан киләһең?
    – Теш табибына барғайным.
    – Бында ниндәй шатлыҡ булыуы бар?
    – Табип отпускыға сыҡҡан бит.

    авторы: Нур | 30 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]Тирмә ҡорҙом йәйләүҙә...[/b] Башҡортостан

    Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан балта оҫтаһы Ғәлинур Зарипов боронғо башҡорт тирмәләрен эшләүҙе кәсеп итмәксе[i]
    [b]Тирмә ҡорҙом йәйләүҙә...[/b]
    Борон ата-бабаларыбыҙ өйөр-өйөр малын йәйләүгә сығарып, тирмә ҡороп, йәй буйына көтөү көтөп, тәбиғәт ҡосағына һыйынып тиерлек йәшәгән. Тирмә улар өсөн ел-һалҡындан да, артыҡ эҫенән дә ышыҡланыр урын, ғөмүмән, йәшәү өсөн барлыҡ шарттары булған бик яҡшы йорт һаналған. Был йорт ата-бабаларыбыҙға меңәрләгән йылдар дауамында ышаныслы хеҙмәт иткән. Оҫталар уны бар яҡлап та камиллаштырыу өсөн күп көс һалған, йөрөтөү өсөн еңел дә, ҡороу өсөн уңайлы ла һәм хеҙмәтләндереү өсөн арзан да итеү йәһәтенән тырышҡан.

    авторы: Нур | 28 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ! ---

    Башҡортостанда ауылда йәшәп, эшләргә теләгән йәштәр өсөн быға тиклем дә төрлө кимәлдә ярҙам күрһәтелә ине. Яңыраҡ урта һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлап, ауылға эшләргә ҡайтҡан йәштәр өсөн өҫтәмә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында Указ ҡабул ителде.

    авторы: Нур | 28 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b] ---

    [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
    12 июндә республика халҡы бер юлы бер нисә байрамды билдәләйәсәк – Рәсәй көнөн, Баш ҡалабыҙ көнөн һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөн. Ошо ваҡытта Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы ла үтәсәк. Ҡала халҡы 11 – 12 июндә туйғансы ял итә аласаҡ. Ҡалала байрам уңайынан йәштәр байрамы, театрлаштырылған сығыштар, пляж волейболы, паркур, рафтинг, баскетбол, көс экстримы буйынса ярыштар ойоштороласаҡ.

    авторы: Нур | 28 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]ПРЕЗИДЕНТТЫҢ АБРУЙЫ АРТА[/b] ---

    Быйылғы апрель айы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары араһында үҙенең рейтингын күтәрҙе. Башҡортостан Республикаһы башлығы «Лоббистар – төбәк лидерҙары» номинацияһында 17-се урынды биләй. Ағымдағы йылдың марты менән сағыштырғанда, Мортаза Рәхимовтың күрһәткестәре өс пунктҡа яҡшырған.

    авторы: Нур | 28 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]ИЛДЕҢ ТӨП САРАҺЫ – БАШҠОРТОСТАНДА[/b] Яңылыҡтар

    [b]ИЛДЕҢ ТӨП САРАҺЫ – БАШҠОРТОСТАНДА[/b]
    26 майҙа Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәренең VIII конгресы һәм «Газ. Нефть. Технологиялар – 2009» VII халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе эшләй башланы. Ул 29 майға тиклем дауам итәсәк.
    [b]ИЛДЕҢ ТӨП САРАҺЫ – БАШҠОРТОСТАНДА[/b]

    авторы: Нур | 28 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]Дәүләттең һәр тине иҫәптә буласаҡ[/b] Яңылыҡтар

    Президент Дмитрий Медведев Кремлдә хөкүмәт ағзаларын ҡул ҡуйылған Бюджет мөрәжәғәтнамәһенең тезистары менән таныштырҙы.
    Ил башлығының Мөрәжәғәтнамәһендә яҡын өс йылға бюджет алдында торған бурыстар билдәләнгән. Президент, быйыл ВВП-ның фаразланғандан күпкә кәмеүе көтөлә, тип асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Ә бюджет дефициты ВВП-ның ете процентынан да кәм тәшкил итмәйәсәк. Һәм был – иң оптимистик иҫәпләүҙәр буйынса. Ил башлығы яҡын йылдарҙа власть алдында торасаҡ 10 төп бурысты билдәләне.

    авторы: Нур | 28 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru