Көрәк бәләкәй булһа ла тирәкте йыға.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Һорау-яуап
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Тағы төштәргә ҡайта әйләнеп
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ---

    Ирегеҙ менән ниндәйҙер бик мөһим нәмә хаҡында һөйләшкегеҙ килә. Ә ул гәзит уҡый, телевизор ҡарай, йә компьютерға төбәлгән.

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы ---

    «Башҡортостан ҡыҙы» журналын алдырып уҡыусылар уның сифатына, сағыулығына, төҫтәренең баҙыҡлығына иғтибар итмәй ҡалмайҙыр. Баҫма бик күркәм генә түгел, бай йөкмәткеле лә. Унда йәштәр ҙә, урта һәм оло быуын кешеләре лә ҡыҙыҡһынып уҡырлыҡ яҙмалар урын ала. Тәрбиә, иҡтисад, социаль мәсьәләләр, яратҡан артистарыбыҙ тормошонан алып мөхәббәт һәм хыянат темаларына, рух үҫешенә бағышланғандары, әҙәби биттәр – барыһы ла бар. Баҫманың быйылғы апрель һанына туҡталайыҡ.

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Асарбаҡтарға социаль ярҙам күрһәтелә Яңылыҡтар » Иғтибар

    Гәзитебеҙҙең быйылғы 38-се һанында сыҡҡан «Ярҙам итегеҙ: беҙгә асарбаҡтар «ояланы» мәҡәләһенә ҡарата Өфө ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығы дәүләт учреждениеһының йәмәғәт хәүефһеҙлеге милицияһы начальнигы М. Задиндан килгән яуап хатында былай тиелә:
    «Мәҡәлә Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығында тикшерелде.

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фәһемле табын Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    ҒҮмәр мулла кеҫә телефонынан ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына һөйләшкәндән һуң: «Ҡабат шылтыратмай тороғоҙ, аят башларға ниәтләгәнбеҙ», – тип, уны кеҫәһенә һалып ҡуйҙы.
    – Йәмәғәт, хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем, ике бала әсәһе Шәһиҙә мәрхүмәнең йыллығына бағышлап, аятҡа йыйылғанбыҙ. Ултырышҡанға ҡәҙәр бер-ике хәҙис һөйләп ишеттерәйем, – тип һүҙ башланы Буранбай ауылы аҡһаҡалы. – Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһиссәләм әйткән көндәлек эштәрегеҙҙе нисек дөрөҫ тип табаһығыҙ, шулай атҡарығыҙ. Хаталанһағыҙ, изгелекле эштәр башҡарып, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡағыҙ. Белеп йә белмәй ҡылған гонаһтарығыҙҙы – көндәлектәге намаҙҙарығыҙ, йәмәғәт менән мәсеттә уҡылған йома намаҙҙары аҙна эсендәге гонаһтарығыҙҙы ярлыҡай.

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәхет өсөн кәрәк... мөхәббәт Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер

    Оксфорд университеты профессоры Майкл Арджайл, кешеләрҙең ни өсөн бәхетле һәм ни өсөн бәхетһеҙ булыуын асыҡларға теләп, күп йылдар буйы тикшеренеүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәлә шул асыҡланған: донъялағы иң ҙур бәхет тойғоһон мөхәббәт һәм дуҫлыҡ бирә икән. Кейәүгә сығыу йәки өйләнеүҙән уңыу ҙа кешене бәхетле итә. Ә бына һөйгәненең хыянаты ҙур бәхетһеҙлек тойғоһо тыуҙыра. Кешеләр үҙҙәрен бөгөн дә, илле йыл элек тә бер үк сәбәптәр арҡаһында бәхетле йәки бәхетһеҙ итеп тойған, һәм бик бай кешеләр ярлыларға ҡарағанда һис тә бәхетлерәк түгел. Ә иң ҡыҙығы шул: бөгөнгө көндөң иң бәхетле кешеләре сериалдар яратыусылар, имеш. Улар үҙҙәренә тормошта етешмәгән хистәрҙе тап уларҙан ала белә икән.

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сиратта – белорустар Яңылыҡтар » Спорт

    Швейцарияла барған хоккей буйынса донъя беренселегендә икенсе этап уйындары үтте. Рәсәй йыйылма командаһы бында ла чемпиондарса сығыш яһап, үҙ төркөмөндә 14 мәрәй менән беренсе урында нығынды. Улар АҠШ хоккейсыларын 4:1 һәм Латвияны 6:1 иҫәбенә отоп, ошо уңышҡа иреште. Был юлы ла «Салауат Юлаев» клубы тәрбиәләнеүселәре, үҙҙәренең ныҡышмалылығы менән ярайһы ғына һөҙөмтәләргә ирешеп, дөйөм еңеүгә тос өлөш индерҙе. Латыштар ҡапҡаһын А. Терещенко һәм ике тапҡыр А. Твердовский «сылатты». Шулай уҡ һуңғыһы бер тапҡыр сираттағы гол индереүгә булышлыҡ итте. А. Пережогин да, бер пас биреп, үҙ иҫәбенә бер мәрәй яҙҙы. Ҡапка һағында А. Еременко торҙо. Еременко тигәндән, ул «Салауат Юлаев» клубы менән контрактын оҙайтҡан.

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәйес Түләк исемендәге шиғыр бәйгеһе Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Халҡыма
    Йырлап ебәр әле, ғәзиз халҡым,
    Йырҙарыңа моңдаш ҡурайым.
    Мең тарихлы Урал буйҡайҙарын
    Уйҙарымда ҡат-ҡат урайым.

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә тышта яҙ Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    ...Әллә ниңә күңелем тулыша. Әллә ниңә моңланып йырлағы, илһамланып шәп шиғыр яҙғы килә. Хоҙайҙыҡына тиң илаһи бер ҡөҙрәткә, мөғжизә тыуҙырырҙай бер көскә эйәмен кеүек. Ижадсы бәхетенә тиң бәхет бармы икән донъяла?!

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru