Йөк ауырын наркүтәрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хужабикәгә кәңәш
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Металл һәм таш
  • Дайджест
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • [b]Өс һөйләм менән[/b] Яңылыҡтар

    n Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов республиканың китапхана хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Унда: «Китапханалар ерҙә изге бурыс үтәй – улар ысын-ысындан белем ҡорамы, милли мәҙәниәт байлыҡтарын һаҡлаусы аң-белем үҙәктәре булды һәм булып ҡала.
    Бөгөн дә китапхана – ҡала һәм ауылдарҙың мәҙәни, белем биреү һәм мәғлүмәт инфраструктураһының төп элементтарының береһе, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерә», – тигән һүҙҙәр бар.

    авторы: Нур | 28 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]КНДР БӘЙҘӘН ЫСҠЫНА[/b] Яңылыҡтар

    КНДР БӘЙҘӘН ЫСҠЫНА

    Төньяҡ Корея тағы ла бер яҡын араға осоусы ракетаһын уңышлы һынаны.
    25 майҙан алып һыналған ракета иҫәп буйынса алтынсыһы һәм, Төньяҡ Корея матбуғат сараларының мәғлүмәтенә ярашлы, уларҙың икеһенең сәбе Американың разведчик самолеттары була. Бөтә ракеталар ҙа КНДР-ҙың көнсығыш ярынан, Мусудан морононан, осорола. 25 майҙа КНДР үҙенең ядро ҡоралын һынағандан һуң, ракеталарына һынау осошо ойоштора.

    авторы: Нур | 28 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]Батыр үлә, даны ҡала[/b] Башҡортостан » Юбилейҙар

    Башҡорт халҡының милли геройы Салауат ЮлаевтыҢ тыуыуына – 255 йыл
    Исеме Башҡортостан сиген үтеп, ул Рәсәй геройына әйләнде[i]
    [b]Батыр үлә, даны ҡала[/b]
    * [center]* *
    1775 йылдың ноябрендә ихтилалдың бөтә төп ҡатнашыусылары генераль тикшереү үткәреү өсөн Мәскәүгә оҙатыла. Уларҙы Ҡытай-городтың Иверск ҡапҡалары эргәһендә урынлашҡан Монета дворында тоталар (хәҙер был бина Ҡыҙыл майҙандың Воскресенск ҡапҡалары янында урынлашҡан).
    [b]Батыр үлә, даны ҡала[/b]

    авторы: Нур | 28 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]Йәш эшҡыуарҙар мәктәбе[/b] ---

    Хеҙмәт баҙарында килеп тыуған хәлгә һығымта киҫкен проблемаларҙың йәштәрҙең мәшғүллегенә бәйле булыуын күрһәтә. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы был йүнәлештәге эште системаға һалыу менән мәшғүл. Маҡсат –төрлө статустағы, йәғни өлкән синыф уҡыусыларынан алып вуздар студенттарына һәм аяҡҡа баҫҡан эшҡыуарҙарға тиклем, йәштәр даирәһен солғап алыу.

    авторы: Нур | 28 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]Дәүләт ярҙам күрһәтә[/b] ---

    Ҡалғаны эшҡыуарҙарҙың тырышлығына бәйле[i]
    Республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса дәүләт яғынан төрлө сара күрелә. Әлеге ваҡытта халыҡта 2009 йылда Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү буйынса дәүләт программаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Был программаның йүнәлештәренең береһе «старт-ап» тип атала.

    авторы: Нур | 28 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]Йәйге сәләмәтлек йондоҙнамәһе[/b] Сәләмәтлек

    Йәй йонсотҡан сирҙәргә юлыҡҡығыҙ килмәһә, астрологтарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ.
    ҠуҘыларға һалҡын тейҙереүҙән һаҡланырға. Ябығырға уйлаһағыҙ, күнекмәләр режимын планлаштырығыҙ, йәйәү йөрөгөҙ.

    авторы: Нур | 28 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]Туҡланыу генетик үҙенсәлектәргә бәйле[/b] Сәләмәтлек

    Ҡан төркөмөнә бәйле, кешенең нисегерәк туҡланырға тейешлеге тураһында яҙһағыҙ ине.
    Рәмил Фәйзуллин.
    Дәүләкән ҡалаһы.
    [/i]
    [b]Туҡланыу генетик үҙенсәлектәргә бәйле[/b]
    Америка табибы Питер Д Адамо ҡан төркөмө буйынса туҡланыу методикаһын эшләгән. Уның теорияһына ярашлы, ризыҡты үҙләштереү, уның файҙаһы туранан-тура кешенең генетик үҙенсәлек-тәренә, атап әйт-кәндә, уның ҡан төркөмөнә бәйле. Ҡан төркөмөнә тура килгән аҙыҡ менән туҡланыу организмдың бысраныуҙан ҡотҡара, эске ағзаларҙың эшмәкәрлеген яҡшырта, кәүҙә ауырлығын дөрөҫ кимәлдә тоторға булышлыҡ итә.

    авторы: Нур | 28 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]Дөрөҫ ҡыҙынығыҙ![/b] Сәләмәтлек

    l Пляжға йыйынһағыҙ, иртәнге сәғәт 11-гә тиклем йәки киске сәғәт 6-нан һуң ҡояш ваннаһын һайлағыҙ. Ҡояш аҫтында көнөнә 1,5 – 2 сәғәттән артыҡ булырға ярамай. Әҙләп-әҙләп кенә – тәүҙә күләгәлә, аҙаҡ асыҡ һауала 20 – 30 минут ҡына ҡыҙына башлау яҡшы. Был ваҡытты көн һайын 20 процентҡа арттыра барырға була.
    l Ҡояш ҡыҙыуына тиҙ бирешкән тән өлөшөн – иренегеҙҙе, күҙ тирәһен, түшегеҙҙе һаҡлағыҙ.

    авторы: Нур | 28 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru