Ата алмаған мылтығынан күрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Инвестициялар файҙа килтерергә тейеш
  • Һорау-яуап
  • Юғары бүләк яңы илһам һәм дәрт өҫтәһен
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ЭШЛЕКЛЕ ФОРУМ Яңылыҡтар

    26 – 29 майҙа Өфөгә Рәсәйҙең нефть һәм газ өлкәһендә эшләүселәре йыйыла: был көндәрҙә Башҡортостанда илдең нефть һәм газ сәнәғәтселәренең VIII конгресы һәм «Газ. Нефть. Технологиялар – 2009» XVII махсуслашҡан халыҡ-ара күргәҙмәһе эшләйәсәк. Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов сарала ҡатнашыусыларға тәбрикләү һәм ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе. Ҡотлауҙа: «Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәренең VIII конгресы һәм «Газ. Нефть. Технологиялар – 2009» XVII махсуслашҡан халыҡ-ара күргәҙмәһе нефть һәм газ сәнәғәтен үҫтереүгә яңы импульс бирер, яғыулыҡ-энергетика комплексындағы инновацион процестарға булышлыҡ итер», – тигән ышаныс белдерелә.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа ---

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов 23 майҙа республиканың көньяҡ-көнбайыш райондарында эш сәфәрендә йөрөп ҡайтты. Ул һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика Советының күсмә ултырышына әҙерлек сиктәрендә төҙөлгән объекттарҙа булды. Республика башлығын БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «КамАЗ» менән килешеү киләсәккә төбәлгән Яңылыҡтар

    Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм «КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин «КамАЗ» төркөмөнә ингән «НефАЗ» һәм «Туймазы бетон ташығыстар заводы» предприятиеларына ярҙам тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Дөйөм алғанда, республика был предприятиеларҙан 1 миллиард һумлыҡ продукция һатып алырға планлаштыра.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Салауат ҡалаһы ҡала округында үткән кәңәшмәлә урындағы хакимиәт башлығын ваҡытынан алда вазифаһынан бушатыу мәсьәләһе ҡаралды. Быға тиклем Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Хәлил Рәхимов, үҙ теләге менән эштән бушатыуҙарын һорап, ғариза яҙған. Әле унда хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу өсөн Радик Бохармәтов тәғәйенләнгән.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президентыбыҙҙы наградаһы менән ҡотлайбыҙ! Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «Башҡортостан Республикаһында санатор-курорт комплексын үҫтереүгә һәм курорт эшен үҫтереү стратегияһын эшләүгә индергән ҙур хеҙмәт өлөшө өсөн» Бөтә Рәсәй «Шифахана – 2009» форумының дипломы һәм махсус призы менән бүләкләнде. Республика башлығы форумдың бындай юғары наградаһына лайыҡ булған берҙән-бер етәксе булды.
    Форумда билдәләнеүенсә, Баш-ҡортостандың рекреацион системаһы быйылғы форумдың лидерҙарының береһе тип танылды. Мәҫәлән, «Янғантау» санаторийы, үҙенең юғары статусын өсөнсө тапҡыр раҫлап, еңеүсе тип танылды һәм «Рәсәйҙең иң яҡшы шифаханаһы» номинацияһында алтын миҙал яуланы. Әйткәндәй, ул «Минераль һыуҙарҙы һауыттарға тултырыу һәм дауалау ләмен ҡаптарға тултырыу буйынса иң яҡшы предприятие» һәм «Иң яҡшы үҙешмәкәр түңәрәк коллективы» номинацияларында ла юғары наградалар менән баһаланды. «Красноусол», «Йәшел сауҡалыҡ», «Йоматау», «Асы», «Яҡтыкүл» шифаханалары ла күп кенә номинация приздарына лайыҡ булды.
    Форум Һамар өлкәһендә үтте.
    «Башинформ».

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батыр үлә, даны ҡала Башҡортостан

    Исеме Башҡортостан сиген үтеп, ул Рәсәй геройына әйләнде
    Батыр үлә, даны ҡала
    ...Нисәнсе тапҡыр оло бер маҡсат юлға саҡыра, нисәнсе тапҡыр инде күңелдә өмөт осҡоно ҡабат баҙлай, нисәнсе тапҡыр ике быуаттан ашыу булған ваҡиғалар ҡабат терелә. Эйе, беҙ, Башҡортостан журналистарынан бер төркөм, тағы ла Салауат эҙҙәре буйлап экспедицияла. Был юлы инде Мәскәү ҡалаһына юлландыҡ. Поезд тәгәрмәстәренең тигеҙ тыҡылдауы аҫтында уйҙарға бирелеп, тарихҡа сумабыҙ...

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һуңғы ҡыңғырау һағыш өҫтәй саҡ ҡына... Мәғәриф

    Һуңғы ҡыңғырау тантаналары нисек үтә? Эйе, ғәҙәттә, бер үк сценарий буйынса: сығарылыш уҡыусыларының «иң-иң»дәрен атайҙар, 11-се синыф балалары белем-тәрбиә биргән уҡытыусыларға, ата-әсәләргә рәхмәт әйтә, мәктәпте тамамлаусыларға әллә күпме изге теләк яңғырай, һуңғы мәктәп вальсы, күҙ йәштәре, тулҡынланыуҙар... Әбйәлил районының Буранғол урта мәктәбендә лә шулай моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла башланып китте Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы. Быйыл ун беренсене һигеҙ уҡыусы тамамлай.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы һулыш менән йәшәй ибрайҙар Мәғәриф

    Яңы һулыш менән йәшәй ибрайҙар
    Ибрай ауылына килгән сит ҡунаҡтарҙы элек-электән уның күркәм тәбиғәт ҡосағында ултырыуы таң ҡалдыра. Был юлы ла юлдаштарымдың, ауылға яҡынлаша башлағас: «Бындай тәбиғәт мөйөшө барҙа Швейцарияң ары торһон! Ни өсөн районда был төбәктә туризм эшмәкәрлеген асып ебәреү тураһында хәстәрләмәйҙәр икән – сит илдекеләр күптән тетеп аҡса эшләп ятҡан булыр ине», – тиеүенә ҡаршы: «Әйткәндәй, туризм менән шөғөлләнеү тураһында районда һүҙ бара-барыуын. Күрәһең, башлап ебәреүсеһе кәрәктер», – тип, яҡташтарымды яҡлашҡан булдым.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru