Күптең эше күңелле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Ҡотлайбыҙ!
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • «Йәшлек»кә иң тәүҙә яҙылам
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙҙең дуҫлыҡ хәт-тәр шәп Мәғәриф

    Беҙҙең дуҫлыҡ хәт-тәр шәп
    Ғафури районының Йөҙимән урта мәктәбе менән «Йәшлек»тең дуҫлығы хәт-тәр шәп. Үткән быуаттың 97-се йылында уҡ, «Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсында еңеп сыҡҡас, уларға гармун тотоп барып төшкәйнек. Бер аҙ ваҡыт үткәс, гармун күректәре туҙғандыр тип, һәм улар, әлеге конкурста тағы урын алып, дуҫлыҡтарының ныҡлығын иҫбатлағас, замансараҡ булһын типме инде, магнитофон бүләк итеп шатландырғайныҡ. Ә был юлы, булғас булһын әле, тип, тере йырсыны алып барып, Йөҙимән ауылын ысынлап шаулатырға булдыҡ.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    67 йылдан һуң – II Башҡортостан » Хәтер

    Атайымдың ҡәберенә Башҡортостандан алып барылған бер ус тупраҡты һалып, үҙ бурысымды үтәп ҡайттым
    67 йылдан һуң – II
    «Йәшлек» гәзитенең быйыл 30 апрелдә сыҡҡан 50 – 51-се һандарында ошо уҡ исем менән баҫылған мәҡәләмдең аҙағында: «Балаларым менән атайым янына барып ҡайтырға ниәтләп торабыҙ», – тип ышаныс белдергәйнем. Шөкөр, ниәтебеҙ тормошҡа ашты. Өфө ҡала хакимиәте, республиканың Профсоюздар федерацияһы һәм башҡа ҡайһы бер ведомстволарҙың эскерһеҙ ярҙамы менән май баштарында, тәүәккәлләп, «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәре Илфат Ишмөхәмәтовты алып, Алмас улым менән уның машинаһында юлға сығып киттек.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ДӘРТМӘНД ЙЫЛЫ ИҒЛАН ИТЕЛДЕ Башҡортостан » Хәтер

    Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Милли музейының Тантаналар залында билдәле татар шағиры, йәмәғәт эшмәкәре, меценат, миллионер Дәртмәндең (Закир Рәмиев) тыуыуына 150 йыл тулыуға бағышланған сара үтте. Унда тантаналы рәүештә Дәртмәнд йылы асылыуын да иғлан иттеләр.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хорау-яуап Яңылыҡтар » Иғтибар

    Кредитҡа һыуытҡыс һатып алдым. Ул эшләмәне. Миңә аҡсаны кире ҡайтарырға тейештәрме?
    А. САЛАУАТОВ.

    Архангел районы.
    Был һорауға ҡулланыусыларға хоҡуҡи ярҙам федерацияһының юрист-консультанты Максим Колотвинов яуап бирә:

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҒАЛИМДАР ХАЛҠЫБЫҘ ТАРИХЫНДА ЕВРАЗИЯЛЫЛЫҠ ФЕНОМЕНЫН АСЫҠЛАМАҠСЫ Башҡортостан » Милли проекттар

    28 – 29 майҙа Сибай ҡалаһында «Башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәтендә, этнологияһында һәм антропологияһында евразиялылыҡ феноменының сағылышы» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли форумы алдынан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы үтте.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡыр Алтын даға республика фольклор конкурс-фестивале үтте Мәҙәниәт

    Республикабыҙҙа балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре бихисап. Унда Башҡортостан киләсәгенең һандуғастары белем ала. Ошо көндәрҙә тап шул мәктәптәр тәрбиәләнеүселәре араһында БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм Мәғариф буйынса республика уҡытыу-методик үҙәге ойошторған Алтын даға республика фольклор конкурс-фестивале – ошоға асыҡ миҫал

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Афарин, стәрлебаштар! Башҡортостан » Милли проекттар

    Ғафури районында уҙған Алтын тирмә төбәк-ара милли театрҙар фестивалендә тап ошо төбәк артистары еңде
    Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре сәхнәләштергән тамаша менән асылған был матур бер йолаға әүерелеп, өс йылға бер тапҡыр уҙғарылып килгән сара быйыл бәрәкәтле Ғафури ерендә дүрт көн дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә тамашасылар береһенән-береһе сағыуыраҡ, ҙур сәнғәт оҫталығы, бөтмәҫ хис-тойғолар менән һуғарылған спектаклдәрҙе ҡарап ҡыуанды.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ! ---

    Матбуғат хеҙмәткәрҙәре өсөн дә яҙ аҙаҡтары, йәй башы – ҡыҙыу осор. Йылдың икенсе яртыһына подписка башлана. Шуныһы борсоуға һала: милли баҫмаларҙы алдырыусылар йылдан-йыл кәмей. Әлбиттә, бының үҙ сәбәптәре бар. Иң аяныслыһы – ғөмүмән, китапҡа, уҡыуға иғтибарҙың кәмеүе, замана кешеһенең ваҡытын һәм зиһенен башҡа шау-шоулы күренештәрҙең биләп алыуы. Ә милли матбуғат рухһыҙлыҡҡа ҡаршы тороусы, иман, әхлаҡ нигеҙҙәрен һаҡлаусы, изгелек традицияларын дауам итеүсе булып ҡала килә.
    Республикабыҙҙың төп әҙәби журналы «Ағиҙел» иһә әүәлгесә иң яңы, иң уҡымлы әҫәрҙәр, фәнни-популяр мәҡәләләр, фәһемле материалдар, көнүҙәк темаларға сығыштар тәҡдим итәсәк

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru