Бармағыңа аң килһә, һәнәреңә дан килер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөрөҫ һайланған
  • Беренсе мөхәббәт
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Дауа – аяҡ аҫтында Сәләмәтлек

    Йәйҙе әрәмгә үткәрмәгеҙ, тәбиғәт дарыуханаһынан файҙаланып ҡалығыҙ.
    Көн дә йәш һарымһаҡтың бер бүлкәтен генә ашап ҡуйһағыҙ ҙа бик күп сирҙән дауа алырһығыҙ. Ул зарарлы эсәк бактерияларын үлтерә, инфаркт, инсульт хәүефен кәметә, потенцияны көсәйтә, майҙы бөтөрә. Хәйер, ауыҙҙан еҫ килә-килеүен. Ләкин ике ҡалаҡ ҡаймаҡ йотоп ҡуйһаң, ул еҫ бик тиҙ бөтә. Һарымһаҡты бешкән ергә һөртһәң дә бик файҙалы.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Колко Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Капитан матростарға мөрәжәғәт итә:
    – Матрос Иҙрисов! Ошо минуттан мин һине капитан тип иғлан итәм! Ҡотлайым!
    – Һуң... мин... мин..
    – Бына тағы нимә?.. Беҙҙең карап бата, шуның өсөн дә, капитан булараҡ, караптан һин иң аҙаҡ сығырға тейешһең...

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҙе ҡыҙыл, үҙе ҙур, әммә ағыулы түгел... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    АҠШ-тың буласаҡ Президенты Дж. Вашингтонға төшкө ашҡа помидор менән биҙәлгән ит биргәс, ул үҙен ағыуларға теләүҙәренә шикләнмәгән дә. Был хәл 1776 йылда, Англияның төньяҡ колониялары араһында үҙаллылыҡ өсөн көрәш ҡыҙған осорҙа, була. Армия лидерынан шулай хәйләле рәүештә ҡотолоу юлын ашнаҡсы Д. Бестли уйлап таба. Ул әлеге мәкер барып сыҡты тип уйлай һәм был хаҡта Англияның король ғәскәрҙәре командующийына рапорт та ебәрә. Бәхеткә күрә, был йәшелсә үҙенә тапшырылған шундай ышанысты аҡлай алмай һәм Дж. Вашингтон иҫән ҡала.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәр ял итә белә Яңылыҡтар » Спорт

    БР Яҡташтар ассоциацияһы йәштәренең мини-футбол буйынса турниры яңы исемдәр асты
    Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә райондарҙан килеп эшләп йөрөүсе һәм белем алыусы йәштәр күп. Улар ниндәй генә эштәр башҡарһа ла, үҙҙәренең тыуған төйәктәрен бер генә минутҡа ла хәтерҙән сығармай. Билдәле булыуынса, яҡташтарҙы бергә туплау, уларҙың ялын ойоштороуҙың бер ысулы булып яҡташтар ойошмаһы тора. Әлеге ваҡытта ҡайһы бер райондар ошо ойошмаларҙы булдырыу буйынса эш алып бара, ә ҡайһы берҙәрендә ул күптән инде уңышлы эшләп килә. Өфөнөң уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәргә лә яҡташлыҡ ярҙамға килә: өлкәндәр унда үҙҙәренең кесе яҡташтарын осратып таныша һәм уларға баш ҡалала осраған ҡыйынлыҡтарҙы еңеүҙә ярҙам итә.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡәҙерле дуҫтар! Мәғәриф

    Ҡәҙерле дуҫтар!
    Һуңғы ҡыңғырау – ул ҡыуаныслы һәм бер аҙ моңһоу көн. Сығарылыш синыф уҡыусыларының мәктәп менән хушлашыу, уҡытыусыларына тәрән ихтирамын һәм рәхмәтен белдереү, киләсәккә яҡты өмөттәр көнө!

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оло еңеүҙәр көтә уларҙы Мәғәриф

    Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатын тамамлаусыларҙың бөтәһе лә йыл да юғары уҡыу йортона уҡырға инә
    Оло еңеүҙәр көтә уларҙы
    Башҡортостандың көнбайышында тиҫтәнән ашыу йыл эшләп килгән Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты төбәктә бар йәһәттән дә алдынғы уҡыу йорто ғына түгел, айырым башҡорт рухын тыуҙырыусы, милли мөхит булдырыусы үҙәк тә бөгөн. Үҙ алдына туған телен, милләтен һөйгән, уның менән ғорурланған балаларҙы юғары һөнәри белем алыуға әҙерләү, милли кадрҙар үҫтереү маҡсатын ҡуйған гимназияла 435 бала белем ала. Шуныһы һөйөнөслө: күп милләтле был төбәктә шул тирәләге бар райондарҙан килгән балалар рәхәтләнеп Башҡортостандың дәүләт телдәрен өйрәнә.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Әҙ ҡатлы йорттар төҙөүҙе хәстәрләп
    19 – 20 майҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев республиканың дәүләт делегацияһы башында эш сәфәре менән Австрияла булып ҡайтты.
    Сәфәрҙең маҡсаты – әҙ ҡатлы йорттар төҙөү өсөн тиҙ ҡорола торған конструкциялар етештереүсе Австрия предприятиеларының эш тәжрибәһе менән танышыу. Делегация тиҙ төҙөлә торған торлаҡ йорттар етештереүгә махсуслашҡан «Эльк» заводында булды. Был йорттар сифаты менән дә, юғары технология кимәле менән дә айырылып тора. Өй бер нисә көн эсендә генә йыйыла, өҫтәүенә, бөтә эштәр ҙә заводтың үҙендә башҡарыла, аҙаҡ заказсы күрһәткән урында ҡоролоп ҡына ҡуйыла.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәйгенең татлы йомғаҡтары Мәғәриф

    Бәйгенең татлы йомғаҡтары
    21 майҙа Республика йортонда иң яҡшы уҡытыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәрен Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡотланы.
    Байрам тантанаһына йөрәк-тәрендә балаларға ҡарата оло һөйөү йөрөткән, үҙ эшенә бөтә күңеле менән бирелгән уҡытыусылар йыйылды.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru