Республика йортонда Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт
йәштәр премияһы лауреаттары тәбрикләнде
Республика йортонда үткән 2008 йыл өсөн Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырыу тантанаһына йәш таланттарҙы ҡотларға БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, уның урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин килде.
