Башы нисек - ахыры шулай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • һорау-яуап
  • Бөлгөнлөктө туҡтатыу әмәле бармы?
  • Йондоҙнамә
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • КҮГӘРСЕНДӘР ЭШЛӘЙ ҘӘ, БАЙРАМ ДА ИТӘ БЕЛӘ ---

    Тыуған яғында үткән һабантуйға БР Президенты Мортаза Рәхимов та барҙы
    Күгәрсен районы иҡтисадының нигеҙен аграр сектор тәшкил итә, шуға ла һабантуй – урындағы халыҡ өсөн алдан әҙерләнеп көтөлгән байрам. Районда иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш үҫтерелә. Быйыл яҙ ауыл хужалығы эшсәндәре 31 мең гектар майҙанда иген культураларын сәсеүгә өлгәшкән. Ете мең гектар майҙанда – техник культуралар, 19 мең гектарҙа мал аҙығы сәселгән.
    Президент йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап үтте.
    КҮГӘРСЕНДӘР ЭШЛӘЙ ҘӘ, БАЙРАМ ДА ИТӘ БЕЛӘ

    авторы: Нур | 2 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гөлләмәнең сағыу биҙәге ---

    Нуриман районындағы мариҙар үҙ телен, мәҙәниәтен белеп үҫә
    Тыуған ереңдә йәшәп, рәхәтләнеп үҙ телеңдә һөйләшеү – ҙур бәхет! Баланың теле ата-әсәһе янында, өйөндә асылһа ла, уның шәхес булып формалашыуында балалар баҡсаһының, мәктәптең өлөшө бик ҙур.
    Гөлләмәнең сағыу биҙәге

    авторы: Нур | 2 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ ---

    Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Линар Хисмәтуллин исемле һигеҙ йәшлек малайҙың әсәһе Альбина Хисмәтуллинаға өс бүлмәле өр-яңы фатирҙың асҡысын тапшырҙы. Президент ҡулынан бындай ҙур бүләкте алыу бәхете был ғаиләгә баш ҡаланың Конгресс-холында Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан үткән байрам тантанаһында насип булды.

    авторы: Нур | 2 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!» ---

    Балалар – юл-транспорт хәрәкәтенең тулы хоҡуҡлы һәм әүҙем ҡатнашыусылары. Әммә, статистика күрһәтеүенсә, бәләкәй йәйәүлеләргә бәйле юл-транспорт фажиғәләрендә күпселек осраҡта улар үҙҙәре ғәйепле.
    «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»

    авторы: Нур | 2 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡурай яңғыраны моң булып Мәҙәниәт

    29 – 30 майҙа Октябрьский ҡалаһында Ҡурай байрамы үтте
    Октярбьский ҡалаһында уҙған сираттағы республика Ҡурай байрамы быйыл да бик күп һәләтле ҡурайсыны асыҡланы. Улар араһынан иң һәләтлеһе тип Ғафури районы егете Рәмил Ҡотдосов табылды һәм ҡурайсылар бәйгеһенең гран-прийына лайыҡ булды.

    авторы: Нур | 2 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшнәп йәшәүҙең йәме – дуҫлыҡта ---

    Баҡалы районы республикабыҙҙың Илеш, Саҡмағош, Шаран райондары һәм Татарстан Республикаһы менән сиктәш. Унда төрлө милләт халыҡтары – башҡорт, татар, керәшен, сыуаш, мари, мордва, украиндар, белорустар, удмурттар берҙәм, татыу ғаилә булып көн итә. Районда күп милләттәрҙең мәҙәниәт ойошмалары эшләп килә – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының район бүлексәһе, район сыуаштарының канашы, татар ижтимағи үҙәге, рус соборы, республика керәшендәренең милли-мәҙәни ойошмаһы...

    авторы: Нур | 2 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    n Кисә Өфөгә РФ сауҙа һәм сәнәғәт министры урынбаҫары Денис Мантуров килде. Юғары дәрәжәле чиновниктың баш ҡалабыҙға эш сәфәренең маҡсаты эшлекле осрашыуҙар, иҡтисад һәм социаль өлкә объекттары – Фармстандарт-ӨфөВИТА, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, БР Йөҙөү федерацияһы менән танышыу булды. Денис Мантуров шулай уҡ Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә авиация двигателен эшләү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә лә ҡатнашты.

    авторы: Нур | 2 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сифатһыҙ продукцияға ҡаршы Яңылыҡтар

    Сифатһыҙ продукцияға ҡаршы
    РФ Эске эштәр министрлығы беренсе тапҡыр лицензияһыҙ видео таратыусы пират сайтына ҡаршы рейд үткәргән.
    Кинотеатрҙарҙа төшөрөп алынған фильмды интернетҡа ҡуйыусы Internfilm.ru хеҙмәткәрҙәре тотолған. Сайтты рейд үткәс тә япҡандар. Ул Leaseweb голланд провайдеры серверында урынлашҡан була. Рейд мәғлүмәттәре буйынса, Internfilm.ru иң беренсе булып яңы фильмдарҙың пират күсермәләрен Интернетҡа сығарған.

    авторы: Нур | 2 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru