Бәләкәс ҡыҙыҡайҙар бейергә төшкәндә: «Баҫ, ҡыҙым Әпипә, Һин баҫмаһаң, мин баҫам», – тип ҡул сабып, дәртләндереп ебәрәләр беҙҙең яҡта, ә малайҙарға: «Бейе, бейе, Хәйбулла, Бейегән кеше бай була», – тип йөпләп һамаҡлайҙар. Яҡташыбыҙ Марат Яҡупов та өс йәшлек кенә сағынан уҡ бейергә ашҡынып, ҡулдарын биленә таянып, тырышып-тырышып тыпырлағанда ололар шулай таҡмаҡ әйтеп, кескәй малайҙың күңеленә ҡанаттар үҫтергән кеүек тойола. Ә башҡаса нисек балаларҙың күңел офоҡтарын киңәйтәләр, хыялдарҙы ауыҙлыҡлап елерлек этәргес көс бирәләр һуң?! Оло йылғалар инештәрҙән башланған һымаҡ, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Марат Яҡупов та иң тәүҙә яҡындары түңәрәгендә, өй түрендә, һуңынан тиҫтерҙәре янында, балалар баҡсаһында бейегән. Былтыр бер һабантуй мәлендә 4 – 5 йәшлек бейеүсе малайҙың милли кейемдә үҙен-үҙе өйрәтеп, дәртләндереп сығышҡа әҙерләнгәнен һиҙҙермәйсә генә күҙәтеп торғайным: «Тыпырлағанда еңдәрҙе матур итеп төрәбеҙ, шунан ҡамса бүректе йылмайып ике ҡуллап һыпырабыҙ ҙа тағы тыпырлатып «һоп-һа!» тибеҙ», – бер кемде лә ишетмәгән, бер кемгә иғтибар итмәгән сабыйҙың бар ғәме тик үҙенең хәрәкәттәрендә ине... Марат Яҡуповты ла ана шул малайға оҡшатып, бала сағында шулай бейергә ынтылып торғандыр, тип күҙаллайым. Үҫмер сағында аяғын һындырып, сатанлап йөрөгәнендә Рәйес Низаметдинов уны «Ирәмәл» бейеү ансамбленә саҡыра: «Әйҙә әле, ҡустым, «Ирәмәл»гә, аяҡтарың нығыныр...». Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты шул саҡта, Мараттың тормошон тулыһынса үҙгәртәм, уға өр-яңы һулыш, мәғәнә өҫтәйем, тип уйлағанмы икән? Юҡтыр, һәләтле ҡыҙ-малайҙар күп бит, һәм балалар бейеү ансамбленең етәкселәре өсөн иң тәүҙә үҫеп килеүсе быуынды урамдың кире йоғонтоһонан йолоп алып ҡалып, уларҙа матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү бурысы тора. Оҫта, балалар психологияһын нескә тойған даланлы етәкселәр ҡулы аҫтына эләккән Марат Яҡупов бейеү донъяһына башкөлләй сума. Мәктәп сараларында инәлттермәй һәр кемде башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән һөйөндөргән, мәҙәниәт йорттары, клуб сәхнәләрендә «Ирәмәл», «Ләйсән» бейеү ансамблдәре составында сығыш яһаған һәләтле яҡташыбыҙҙың бөгөн бейеү сәнғәтендә үҙ урынын табыуы – тәбиғи хәл. – Фәйзи Ғәскәров исемен йөрөткән атаҡлы ансамбль составында эшләү – минен өсөн оло бәхет, – тип раҫлаған Марат коллектив, коллегалары хаҡында һәр саҡ ҙур ихтирам менән һөйләй, йылы һүҙҙәрен йәлләмәй, һәр береһенең хеҙмәтен юғары баһалай. Мәшһүр Фәйзи Ғәскәровтың күңел көсө, рух яҡтылығы менән һуғарылып ойошторолған ансамблдең сәскә атып, балҡып китеүендә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артистары Рим Әбделмәнов, Гүзәл Әбсаттарованың да, ҡуйыусы балетмейстер Айҙар Зөбәйҙуллиндың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн БР-ҙың атҡаҙанған артистары Айһылыу Ғәйнетдинова менән Алһыу Вәлиуллина, Марат Яҡупов, Иршат Ғайсин, Роберт Хәмиҙуллин Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителгән икән, тимәк, уларҙың етәкселәренә лә юғары баһа ҡуйылған, коллективтың потенциалы тағы бер тапҡыр танылған. Ә ансамблдең республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булыуында бер кем дә шикләнмәй – яулаған ижади бейеклектәренә хайран ҡалырһың! Артистарыбыҙ ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын, дан-уңыштары үҙҙәренән дә алда ҡайтып етеп, беҙҙе һөйөндөрә, илһамландыра. Йөҙ ҙә илленән ашыу бейеү иҫәпләнгән репертуар ошо арала ғына «Башҡортостан йәшлеге», молдаван, татар бейеүҙәре менән тулыланған – ижади үҫеш ансамблдә бер ҡасан да туҡтағаны юҡ. Ошо үҫеште булдырған һәләтле шәхестәр – ансамблдең күрке, йәме, яҡтыһы. Шөкөр, өлкән быуын артистарына алмашҡа лайыҡлы йәштәр үҫә, нығына. Марат Яҡуповтың шундай йәштәрҙең береһе булыуы – учалылар өсөн айырата ҙур ҡыуаныс. «Гөлнәзирә», «Һунарсы», «Төньяҡ амурҙары», «Гаучос», «Еҙ үксә», «Андалузия кистәре», «Кантри» һәм башҡа бик күп бейеүҙә Марат үҙенсәлекле, сағыу образдар тыуҙырыуға иреште, тамашасы күңелен яуланы. Уның сәхнәгә сығыуы – йөрәк ярһыуы үрелгән, хис-тойғолар ҡайнаған, ғәжәп милли колорит менән башҡарылған ҡабатланмаҫ күренеш, ваҡиға ул. Шуға ла, үксәләре талмаһын, бейеһен дә бейеһен Маратыбыҙ, тибеҙ: бейегән кеше бай була – уңыштарға, еңеүҙәргә! Баныу ҠАҺАРМАНОВА. |