Көрәк бәләкәй булһа ла тирәкте йыға.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Яҡты матур киләсәккә табан...
» «Ҡатыным бик яҡшы икән, Тик белмәгәнмен ...
» Республикалағы иң мөһим күргә ...
» Йәш сәсәндәр Урал батыр рухын ҡайтар ...
» Ҙур ташҡынға бер аҙна ҡалды
» Эшҡыуар булам тиһәгеҙ...



Оптималләштереү дауам итә Яңылыҡтар
Республика йортонда Халыҡ мәшғүллегенә ярҙам итеү буйынса координацион комитеттың ултырышы үтте. Унда республика Хөкүмәтенең вице-премьеры, БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, республикала быйыл йәй үк мәктәп уҡытыусылары штаты ҡыҫҡартыласаҡ, тип белдерҙе. Барлығы яҡынса 2 меңдән ашыу уҡытыусы һәм 1500 тирәһе эшсе персонал был процедураға эләгәсәк. «Ҡыҫҡартылған» уҡытыусыларға пособие түләнәсәк.
Бындай ҡыҫҡартыуҙың сәбәбе нимәлә һуң?
– Былтыр көҙ мәктәптәрҙе уҡыусыларҙың һанына ҡарап финанслауға һәм яңы эш хаҡы системаһына күсерҙек. Был саралар сиктәрендә мәғариф учреждениеларын һәм уларҙың штат расписаниеларын оптималләштерергә тура килде, – тине республиканың мәғариф министры Зиннәт Аллаяров. – Тик эш бының менән генә бөтмәй әле – вуздарҙа һәм ссуздарҙа сығарылыш имтихандары тамамланғандан һуң республика хеҙмәт баҙарына тағы ла 45 мең кеше сығасаҡ. Күҙаллауҙар буйынса, уларҙың яҡынса 3,5 меңе эшкә урынлаша алмаясаҡ. Йәғни беҙҙе тағы ла 6 мең яңы эшһеҙ көтә. «Ҡыҫҡартылған» уҡытыусыларҙы шул уҡ мәктәптә йәки башҡаларҙа мөмкин тиклем икенсе вакансияларға күсерәсәкбеҙ. Тик бындай урындар бик аҙ. Яҡынса 400 уҡытыусыны ҡайҙа урынлаштырыу билдәле, 96 кешене ҡайтанан һөнәри әҙерләүгә ебәрәсәкбеҙ. Тимәк, меңләгән уҡытыусы эшһеҙ ҡаласаҡ. Оптималләштереү киләһе йылда ла дауам итәсәк.
Эшһеҙ ҡалған уҡытыусыларҙы йәмәғәт эштәренә йәлеп итәсәктәр, пособие түләйәсәктәр, ҡайтанан уҡытасаҡтар.
Яңы диплом алған йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу сараларының береһе – предприятиеларҙа стажировка үтеү. Йәш белгесте предприятиеға стажер итеп аласаҡтар, был осорҙа уға минималь эш хаҡын дәүләт түләйәсәк. Ысынында иһә дәүләт кешеләрҙе аныҡ производствола ҡайтанан яңы эшкә өйрәтәсәк. Был предприятиелар өсөн отошло.
– Быға төп эш хаҡы алыу мөмкинлеге тип түгел, ә стаж алыу мөмкинлеге итеп ҡараһаң, эш хаҡы байтаҡ ҡына килеп сыға, – тигән фекерҙә Зиннәт Аллаяров.
«Башинформ».
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 4 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Яңылыҡтарҙан ҡурҡырға ярамай»
  • Хеҙмәт баҙары тере организм кеүек
  • Белем, тәрбиә һәм уҡытыусы
  • Кем йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы булыр?
  • Яңы мәктәпкә – яңы, заманса фекерләг ...
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru